Ҡыҙыҡ та, ҡыҙғаныс та01.08.2018
* Америка ғалимдары һәм табиптары билдәләүенсә, көндөҙгө йоҡо йөрәк-ҡан тамырҙары эшмәкәрлегенә ыңғай йоғонто яһай. Ошо ваҡытта аҙнаһына өс тапҡыр 20-30 минут серем итеп алған кешеләрҙә инфаркт, инсульт хәүефе 40 процентҡа кәмей. Бер үк ваҡытта көндөҙгө ҡыҫҡа йоҡоноң ҡан баҫымына һәм тотош организмға ыңғай йоғонто яһауы асыҡланған.
* Помидор ашарға яратҡандарҙа инсульт хәүефе ике тапҡырға кәмей. Был йәшелсә составында көслө антиоксидант – ликопин – бар. Ул ҡан ҡуйырыуынан һәм тромб барлыҡҡа килеүҙән һаҡлай. Ликопин йәшелсәлә генә түгел, томат пастаһында, һутында, консерваланған помидорҙа ла була. Әйткәндәй, помидорҙарҙы йылытҡанда, ҡайнатҡанда уның концентрацияһы хатта арта икән.
* Инсульт – донъяла иң күп таралған ауырыуҙарҙың береһе. Йыл һайын унан яфаланған алты миллион сирле теркәлә. Миокард инфаркты менән сағыштырғанда, инсульт менән өс тапҡыр күберәк ауырыйҙар. Ҡатын-ҡыҙҙың – 40, ир-аттың 25 проценты был сирҙән һуң яҡты донъя менән хушлаша. Пациенттарҙың күпселеге тулыһынса һауыҡмай.
* 300 мең сирлене тикшереп, ғалимдар шундай һығымта яһаған: депрессияға, йәғни күңел төшөнкөлөгөнә йыш бирелгәндәрҙә инсульт хәүефе оптимистарға ҡарағанда 45 процентҡа йышыраҡ күҙәтелә. Ғәҙәттә, ундай кешеләр тәмәке тартыуға, самаһыҙ туҡланыуға әүәҫ, физик әүҙемлектән баш тартыусан. Улар көсөргәнеште ауыр кисерә, шул сәбәпле баш мейеһе тамырҙары ҡаҡшай.
* Тикшереүҙәр күрһәтеүенсә, төн уртаһына тиклем эш менән булғандар, аҙаҡтан һигеҙ сәғәт йоҡлаһа ла, йөрәк-ҡан ауырыуҙарына дусар була. Төндә тейешле ваҡыттан аҙ ял иткәндәр ҙә – хәүеф төркөмөндә.
* Мысыр мумияларын компьютер томографияһы аша тикшергәс, уларҙа йөрәк ауырыуҙары йыш таралғанлығы асыҡланған.
* Башҡа көндәр менән сағыштырғанда, йөрәк өйәнәктәре күберәк дүшәмбе иртән теркәлә. Табиптар был ваҡытты “хәйерһеҙ” тип йөрөтә, сөнки ошо мәлдә организмда кортизол кеүек стресс гормондары кимәле юғарыраҡ һәм ҡан ҡуйыраҡ була. Ә инсульт осраҡтары күберәк ҡыш күҙәтелә икән.
* Миокард инфарктынан вафат булған ҡатын-ҡыҙҙың өстән ике өлөшө бер ҡасан да күкрәк тирәһендә ауыртыу тоймаған. Организмда етештерелгән эстрогендар кимәле кәмеү сәбәпле, гүзәл зат менопауза ваҡытында йөрәк ауырыуҙарына тиҙ бирешә.
* Америкала йыл һайын 2300 донор йөрәге ултыртыла. Пациенттарҙың 25 проценты был мөмкинлекте көтөп ала алмайынса яҡты донъя менән хушлаша.
* Көлгән саҡта ҡан тамырҙары киңәйә һәм көсөргәнеш кәмей – был йөрәкте һаҡларға ярҙам итә.
* Элегерәк инсульт өлкәндәр ауырыуы тип һанала ине. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, һуңғы йылдарҙа ул “йәшәрә”: 45 йәшкә тиклемге кешеләрҙә лә теркәлә. Мәҫәлән, Америкала йыл һайын бәлиғ булмағандар араһында дүрт меңгә яҡын инсульт осрағы теркәлә.