...Бынан бер йыл элек балалар араһында үткәрелгән Бөтә Рәсәй “Ҡара һауыттан гүзәл әҫәр” конкурсында ҡатнашыусылар менән осрашырға насип иткәйне. Бәйгелә икенсе урынды яулаған ҡыҙ, Стәрлетамаҡ ҡалаһының Жәлил Кейекбаев исемендәге 3-сө гимназия уҡыусыһы Әлиә Хөснөтдинова матбуғат конференцияһында “Киләһе йылда мотлаҡ беренселекте яулаясаҡмын”, — тип һүҙ бирҙе һәм... вәғәҙәһендә торҙо – быйыл ул Ҡырымдан Гран-при менән ҡайтып төштө!Был конкурста балаларҙың төрлө йүнәлештәге ижадына баһа бирәләр. Кем шиғыр яҙа, кем – хикәйә, тигәндәй. Әлиә иһә бәйгегә Федор Тютчев, Юрий Яковлев әҫәрҙәрен ятлап бара һәм “Нәфис һүҙ” номинацияһында иң юғары баһа ала. Уҡыусыны гимназияның китапханасыһы Гүзәл Ильясова әҙерләгән. Шуныһы ҡыуаныслы: Стәрлетамаҡтан барған 16 баланың һәммәһе лә уңыш яулап ҡайтҡан.
Әлбиттә, Ҡырымда 10 көн ял итеү – үҙе бер ғүмер, шул уҡ ваҡытта малай-ҡыҙҙарҙың әллә нисәмә саҡрым йыраҡлыҡта йәшәгән, төрлө телдә һөйләшкән быуындаштары менән аралашып ҡайтыуы ҡиммәт. Һәләтлеләргә ҡанат ҡуйыу хаҡында әйтеп тораһы ла түгел!
— Былтыр Липецктан килгән малай-ҡыҙҙар менән танышҡайным. Быйыл дуҫтарымды тағы ла күрҙем, — тип хис-тойғоһо менән уртаҡлашты Әлиә. Шулай, дуҫлыҡ өсөн дә, ижадҡа ла сик юҡ. Тик мөмкинлектәр генә бар!
Стәрлетамаҡ ҡалаһы.