Өфөнөң “Веселинка” ансамбле еңеү яулап ҡайтты
Өфөләге В.М. Комаров исемендәге балалар ижад һарайының “Веселинка” өлгөлө балалар хореография ансамбле, Абхазияла “Күңел иле” халыҡ-ара фестивалендә башҡорт бейеүҙәрен башҡарып, бер Гран-при, өс беренсе урынды яулап ҡайтты. Шулай итеп, йәш бейеүселәр ансамблдең 25-се юбилей миҙгелен ҙур уңыш менән тамамланы.Был еңеү балаларға еңел бирелмәй. Сит ергә барып төшкәс, климаттың ҡапыл үҙгәреүе сәбәпле, туғыҙ бейеүсенең тән температураһы күтәрелә. Ҡайһы бер балаларға эҫе көндәр насар тәьҫир итә. Диңгеҙҙә һыу инеү ҙә эҙемтәһеҙ үтмәй. Ошо шарттарҙа ансамбль уңышлы сығыш яһаһын өсөн, етәкселәренә ете ҡат тир түгергә тура килә. Шуға ла йәш артистар, курорт ҡалаһында ял итеүе еңел булһа ла, бейеүе ауыр икәнен аңлай.
– Абхазияла яулаған кубоктар – балаларҙың ҙур ижади табышы. Улар башҡа еңеүҙәрҙән дә ҡәҙерлерәк. Коллектив фестивалдә кавказ бейеүҙәрен башҡарманы, әммә Гагра ҡалаһында абхаз оҫталарынан хореография дәрестәре алды, – ти ансамблдең етәксеһе Оксана Щука.
Һәр бала һәләтле булып тыуа, әммә уның артабан үҫеүендә, юғары уңыштарға өлгәшеүендә ата-әсәнең, уҡытыусыларҙың өлөшө ҙур. Яңы ғына Абхазия сәхнәһен шаулатып ҡайтҡан балаларҙың да ҡаҙаныштары нигеҙенә өлкәндәрҙең баһалап бөткөһөҙ хеҙмәте һалынған. “Веселинка” ансамбленең даими уңыштарға өлгәшеүе – берҙәмлек емеше.
Был осраҡта бала күңеленә асҡыс таба белгән остаздың оҫталығын, хеҙмәтен айырым билдәләмәһәк, яҙыҡ булыр. “Оксана Ивановна – һәләтле, талапсан педагог. Шуға ла балалар ансамблдә ваҡытын бушҡа уҙғармай, һәр күнекмәлә бейеү сәнғәте нескәлектәренә төшөнә. Беҙ уға ифрат рәхмәтле”, – тип атай-әсәйҙәр ҙә ансамблдә шөғөлләнгән балаларҙың уңышы педагогҡа бәйле тигән фекерҙе раҫлай.
Ысынлап та, Оксана Шука – тәжрибәле бейеүсе һәм педагог. Ул үҙе биш йәшенән үк Өфө моторҙар эшләү берекмәһенең “Умырзая” ансамблендә (етәксеһе – Р.Д. Ҡарасурин) шөғөлләнә. Ун дүрт йәшендә иһә уны ошо ансамблдең бәләкәйҙәр төркөмөнә репетитор итеп ҡуялар. 1986 – 1988 йылдарҙа “Йәйғор” халыҡ ансамбленең солисы һәм репетиторы була. Ике йыл Кострома ҡалаһында “Рәсәй мозаикаһы” халыҡ балетында сығыш яһай. Тыуған яғына ҡайтҡас, уны “Ынйы” халыҡ ансамбленә (етәксеһе – Рәсәй һәм Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре В.Г. Степанов) солист итеп алалар.
Тырыш, тынғыһыҙ, бейеү сәнғәтен таратыу, үҫтереү өсөн тыуған кеше ул Оксана Щука. Сәхнәлә сығыш яһау менән генә сикләнмәй, 1993 йылда Өфө ҡалаһының В.М. Комаров исемендәге балалар ижады һарайында “Веселинка” өлгөлө балалар хореография ансамблен ойоштороп, бөгөнгәсә йәш быуын менән эшләүен дауам итә. Уның коллективында 5 – 20 йәшлектәр шөғөлләнә. Эшенең төп йүнәлеше – йәш быуынға халыҡ бейеүҙәрен өйрәтеү. Ансамбль тәрбиәләнеүселәре әүҙем тормош алып бара, концерттарҙа, байрамдарҙа, фестивалдәрҙә, конкурстарҙа ихлас ҡатнаша. Шулай уҡ башҡа коллективтар менән дуҫтарса аралашып йәшәйҙәр.
Бейеү оҫтаһы, һәләтле педагогтың хеҙмәте дәүләт тарафынан лайыҡлы баһаланған. Оксана Ивановна – Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, республиканың мәғариф алдынғыһы. Уның тынғыһыҙ эшмәкәрлеге һөҙөмтәһендә 25 йыл дауамында ансамбль, донъя халыҡтарының 60-тан ашыу бейеүен ҡуйып, 16 Гран-при һәм 150-нән күберәк призлы урын яулаған.
Оксана Щуканың бер репетицияһында булып, уның балаларҙы бейеүгә өйрәтеүгә ни тиклем көс түгеүенә хайран ҡалдым. Ошондай остаздар барҙа, йәш быуындың сәнғәткә ынтылышы һүнмәҫ.
Өфө ҡалаһы.