Башҡортостан пенсионерҙары эшләргә теләй”31.07.2018
Эксперттар пенсия йәшен арттырыуға ҡағылышлы фекерен белдерҙе. Республикала быны аңлап ҡабул итәләр, хатта уның ыңғай яҡтарын да күрәләр.

“Өлкән быуын халыҡ университеты” рәйесе Рафиҡ Хәйҙәров билдәләүенсә, был үҙгәрештәр күптән өлгөрөп етте, уларҙың ыңғай яҡтары байтаҡ.
– Ир-егеттәр өсөн – 65, гүзәл заттар өсөн – 63 йәш, – тап ошондай кимәл кәрәк. Миңә йыш ҡына анкета һорауҙарына яуап алырға тура килә. Һорауҙарҙың береһе – “Һеҙ эшләргә теләйһе­геҙ­ме?” Икенсеһе эш хаҡына ҡағыла – “10 мең һумға тиклем йәки унан артығыраҡ хеҙмәт хаҡы алырға теләйһегеҙме?” Яуап биргәндәрҙең 80 проценты тиерлек – эшләргә, 100 проценты 10 мең һумдан күберәк хеҙмәт хаҡы алырға теләй. Берәүҙең дә биш-алты мең һумға эшләгеһе килмәй. Шул уҡ ваҡытта күп кенә ойошмаларҙа пенсионерҙарға тап ошондай хеҙмәт хаҡы тәҡдим итәләр. Әле күптәрҙең пенсияһы уртаса 13 мең һум самаһы. Тимәк, бөтә өҫтәмәләр менән бергә 25 мең һумға яҡын сығасаҡ. Ә был иһә һатып алыу һәләтенең артыуы хаҡында ла һөйләй, – тине Рафиҡ Ғилмийәр улы.
Һуғыш, хеҙмәт, Ҡораллы Көстәр һәм хоҡуҡ һаҡ­лау органдары ветерандарының Башҡортостан рес­публика советы рәйесе Валерий Шәриповтың фекеренсә, пенсия йәшен арттырыу халыҡҡа хаҡлы ялға лайыҡлы пенсия аҡсаһын туплау мөмкинлеген бирәсәк.
— Хаҡлы ялға сыҡҡандарҙың күбеһенең пенсияһы бик түбән. Тиҙҙән хәл үҙгәрер тигән өмөт бар. Буласаҡ пенсионерҙарға ҡартлығына лайыҡлы пенсия тупларға мөмкинлек бирелһен. Европа илдәрендә ҡарттарҙың нисек йәшәгәндәрен күрәбеҙ бит: улар үҙҙәре өсөн, тормоштан ләззәт алып йәшәй, – тине Валерий Шәрипов.


Вернуться назад