Башҡортостандан Афған һуғышы ветераны Рафаэль Исхаҡов Рәсәйҙә беренсе булып протезда Белуха тауына күтәрелде. Дүрт кешелек, шул иҫәптән Рафаэль ингән төркөм 11 июндә Алтай Республикаһының Усть-Коксин районындағы Тюнгур ауылынан экспедицияны башлай. 16 июндә Рафаэль иптәштәре менән 4509 метрлыҡ бейеклекте буйһондора.Алтай тауҙарындағы һәм бөтә Себерҙәге иң бейек нөктәгә илткән маршрут тайга, Ак-кем күле, Делоне артылышы, Менсу тау платоһы аша үтә. Төркөмгә бик ҡатмарлы һауа шарттарында барырға тура килә.
Белуха – Рафаэль Исхаҡов яулаған икенсе бейеклек. 2016 йылда ветеран Рәсәйҙең һәм Европаның иң бейек тауы – Эльбрусҡа күтәрелгән. Бынан тыш, ул Көньяҡ Уралда бейеклеге буйынса икенсе урында барған Ирәмәлгә артылған, тау йылғалары буйлап ағып төшкән, күп көнлөк саңғы турҙарында ла ҡатнашҡан.
– Белуха Эльбрусҡа ҡарағанда күпкә ҡатмарлыраҡ һәм хәүефлерәк булып сыҡты. Ауыр маршрут тауҙың эргәһенә барып еткәнгә тиклем үк күп көстө алды. Тауға менә башлағас та, төркөм ағзаларының һәр береһе тигәндәй юлды дауам итә алмаясағына зарланды – кемдеңдер башы ауыртты, икенсеһенең хәле бөттө, өсөнсөһө иһә баҙап ҡалды. Әммә беҙ бер-беребеҙҙе дәртләндереп, маршруттың ахырына еттек, – тине Рафаэль.
Әйтеүебеҙсә, Өфөлә йәшәгән Рафаэль Исхаҡов – Афғанстандағы һуғыш ветераны. Ул сапер булып хеҙмәт иткән, фугас шартлағанда аяғын юғалтҡан. 2016 йылда хәрби хәрәкәт ветерандарына адреслы ярҙам нигеҙендә “Быуындар иҫтәлеге” хәйриә фонды уны протез, ә Белухаға сәйәхәте хаҡында ишеткәс, махсус камера менән дә тәьмин иткән. Бөтә маршрутты ул ошо камераға төшөргән.
Башҡортостандың Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, хәрби хәрәкәт ветерандарына ярҙам күрһәтеүгә йүнәлткән аҡса уларҙың хәленә битараф булмаған граждандарҙың һәм партнер компанияларҙың ирекле иғәнәләренән, шулай уҡ “Ҡыҙыл ҡәнәфер” акцияһы барышында йыйыла. Әйткәндәй, бөтә Рәсәй буйынса ойошторолған ошо яңы хәйриә сараһында теләге булған һәр кеше ветерандарға ярҙам күрһәтеүгә үҙ өлөшөн индерә ала.
“Быуындар иҫтәлеге” хәйриә фонды – федераль күләмдәге үҙенсәлекле проект. Уның төп бурысы – илебеҙ ҡатнашҡан барлыҡ хәрби хәрәкәттәр ветерандарына юғары технологиялы, адреслы ярҙам күрһәтеүҙе изге йолаға әүерелдереү. Әле фонд бөтә Рәсәй буйынса 6500-ҙән ашыу ветеранға адреслы ярҙам күрһәткән.