Гүзәл май08.05.2012
Йәм алып киләһең,
Гүзәлһең, ай-һай!
Һине күмәкләп,
Ҡаршылайбыҙ, май!
Ҡоштар ҡыуанып,
Һуҙа шат йырын.
Ҡорттар ҙа сыҡты
Ташырға балын.
“Ике”ле янай
“Ике” йөрөй түҙмәй,
Ялҡауҙы көтөп.
Инде көтә-көтә
Булғандыр көтөк.
“Көндәлеккә инәм! — ти,
— Тырышмаһағыҙ,
Уҡытыусыны
Тыңлашмаһағыҙ!”
Буранбай Байназаров
Күгәрсен районы