Ҡартатайым Мәхмүтйән Абдуллинға быйыл 80 йәш тулды. Уға бәләкәй сағынан күп ауырлыҡ күрергә тура килә.
Бер йәше лә тулмаҫ элек атайһыҙ ҡала, I класты тамамлаған сағында Бөйөк Ватан һуғышы башлана. Бик иртә эшкә егелергә тура килә ҡартатайыма. Әммә белем алыу кәрәклеген дә онотмай ул, мәктәптән һуң ауыл хужалығы институтында уҡый. Тыуған еренә тоғро хеҙмәт итә, яҡташтары араһында ҙур абруй ҡаҙана.
Әле ҡартатайыбыҙ — хөрмәтле аҡһаҡал. Уны барыбыҙ ҙа бик яратабыҙ. “Әлеге тормош ожмах кеүек, ҡәҙерен белегеҙ”, — ти ҡәҙерлебеҙ.
Шайморат АБДУЛЛИН,
Юлдыбай мәктәбе уҡыусыһы.
Йылайыр районы