Сәм һәм дәрт менән31.07.2018
Ауырғазы районы хужалыҡтары мал аҙығы хәстәрләүгә етди тотонған

Сәм һәм дәрт менәнБерәүҙәре сенаж соҡорҙарын тиҙерәк тултырыу ниәте менән янһа, икенселәре бесән сабыу менән мәшғүл. Был юҫыҡта айырыуса “Дружба”, “Урожай” йәмғиәттәре, “Салауат, “Урал” ауыл хужалығы кооперативтары әүҙемлек күрһәтә. Быйыл төбәктә күп йыллыҡ үлән майҙандары 91 мең гектарҙан ашыу тәшкил итә.



“Урал” хужалығында ла ҡышҡылыҡҡа хәстәрлек дәррәү бара. Игенселек һәм малсылыҡ эшен бергә алып барған кооперативта меңдән ашыу һыйыр малы булһа, шуның 300-ө – һауын һыйыры. Заман менән бергә атлаған хужалыҡта фермалар эшселәр өсөн уңайлыҡтар булдырыу хәстәре менән төҙөлгән. Ә һауылған аҡты Бөрө һөт комбинатынан үҙҙәре үк килеп ала. Оҙайлы ыжғыр ҡышта ла эш дәрте туҡталмаһын, малҡайҙар аҙыҡҡа өҙөклөк кисермәһен тигән маҡсаттан “Урал” яландарында бөгөн сәм һәм дәрт менән эш гөрләй.
Хужалыҡ Мораҙым, Ҡушкүл, Михайловка ауылдарын берләштерә. Йорт-ҡаралты­ларының төҙөклөгө, иге-сиге күренмәгән баҫыуҙарҙа бесән, иген культуралары өлгөрөүе үҙе үк бында тәртип яратҡан, уңған, булдыҡлы кешеләр йәшәүе хаҡында һөйләй.
Михайловка янындағы яланда “Бела­рус”ында костер үләне сабып йөрөгәндә осраттыҡ Виктор Киясовты. Бындай минуттарҙың ҡәҙерен белгән ауыл эшсәне “тимер ат”ынан йәһәт кенә һикереп төштө.
– Хәлдәр нисек? – тип һорауыбыҙға, йөҙө ҡояшта янған ир ихлас йылмайып:
– Һәйбәт, – тип яуапланы.
– Көнөнә норма буйынса нисә гектар бесән сабыу ҡаралған?
– Егерме.
– Өлгөрөп буламы?
– Әлбиттә! – Виктор ышаныслы яуапланы. – Арттырып та ебәрәбеҙ.
Виктор хужалыҡта утыҙ йылдан артыҡ эшләй. Һөнәрселек училищеһын тамам­лағаны бирле ул бында алыштырғыһыҙ тракторсы. Атанан күргән уҡ юнған тигәндәй, ике улы ла механизатор һөнәрен һайлаған.
Әйтергә кәрәк, әүәлдән баҫыу эштәренең нескәлектәренә яҡшы төшөнгән егеттәр бесәнгә алдан әҙерләнгән. Техникалар төҙөк, эшселәр етерлек.
– Быйыл йәй ямғырға йомарт булманы, – тип һүҙ башланы хужалыҡтың етәксеһе Рәмил Иштуғанов. – Республиканың башҡа төбәктәрендә ҡойоп яуһа ла, беҙҙең тирәне ситләтеп үтә, шуға бесәнлектәр яҡшы үҫте тип әйтеп булмай. Шулай ҙа кәйефһеҙләнеп ултырмайбыҙ. Былтырғы сенаж бар. Быйыл 600 гектарҙан ашыу майҙанда үлән сәстек. Эспарцет, донник, костер... Мал аҙығы етерлек буласаҡ. Егеттәр тырыш, булдыҡлы. Айырыуса Фәрит Ғәлимов, Илфат Ильясов, Хәмзә Смаков, Иван Степаненконы маҡтап телгә алыр инем. Фәрит Ғәлимовтың хаҡлы ялға сығыуына биш йыл булһа ла, һаман сафта әле.
Хужалыҡтың уңышлы эшләүе бөтәһе өсөн дә ҡулайлы. Эшселәргә ашлығын да, бесәнен дә биреп торалар. Шуға ла бында шәхси хужалыҡтарҙа ҡаҙ, өйрәк кеүек ҡош-ҡортто күпләп тоталар, донъяларын ишәйтәләр. Барлыҡ халыҡ сәм, дәрт менән эшләй һәм йәшәй.


Ауырғазы районы.


Вернуться назад