Һайыҡтың, йылғам...31.07.2018
Һайыҡтың, йылғам...Беҙҙең халыҡта: “Ниндәй йылғаның һыуын эсеп үҫтең?” – тип һорайҙар йыш ҡына. Яуабы ла бер төрлөрәк: Ағиҙел, Ҡариҙел, Дим, Ашҡаҙар, Өршәк... Китә һаналып ҙур һәм кесе йылғалар. Һәр береһенең исеме таныш, күптәренең ярында йөрөлгән, һыуына керелгән. Шундай һорау торһа, гелән һыуының муллығы, татырлығы эпостарҙа телгә алынған йылғаны – Өршәккә ҡойоусы Үҙәнде атайым, сөнки бала сағым быуаһында һыйырҙар туплаған, шунда уҡ беҙ һыу инеп үҫкән Янбай йылғаһын береһе лә белмәй, ишеткәндәре лә юҡ.

Әлеге мәлдә ошо бәләкәй генә йылғаның яры буйлап китеп барам. Йылға инеш булып сыҡҡандан алып ошондай уҡ Әләңке йылғаһы менән ҡушылғанға, ҡушарлап алда исемен телгә алған Үҙәнгә ҡойған ергә тиклем. Яр буйлап барам да ара-тирә йылғаның һыуы ағырға тейешле төбөнә лә төшөп атлайым. Тел төбөнән һиҙгәнһегеҙҙер: урыны-урыны менән йылға бөтөнләй юғала. Тик һирәк ерҙә генә үҙенең шишмәлеген һиҙҙереп, быуылып, дымлыраҡ, һаҙлыҡҡа оҡшаш урындар булып ала. Һуңғы йылдарҙа яуын-төшөмдөң аҙлығы касафаты ғынамы был? Әлбиттә, кемгәлер, нимәгәлер һылтауы еңел. Бигерәк тә тәбиғәт шарттарына. Яйлап ҡына йылға ярынан барам, өс-дүрт тиҫтә йыллыҡ хәтер төйөнөн сисергә тырышам.
Беҙ бәләкәй саҡта, бынан 40 йыл самаһы элек (ваҡыт ҡайһылай тиҙ үтә икән!), атай менән әсәй мунса ташын ошо йылғаның ярынан, төбөнән йыя торғайны. Әле мунса мейе­сенә ярарлыҡ түгел, бөртөк тә тиерлек ҡырсынташ тапмаҫһың. Ҡайҙа ҡарама – ҡап-ҡара тупраҡ, яҙғы ташҡын тәрәнәйткән соҡорҙарҙа балсыҡ күренә. Таштар ҡайҙа булған һуң? Әлбиттә, береһе лә йыйып бөтмәгән уларҙы, ә төптә – ләм, балсыҡ аҫтында ҡалғандар.
Ошо таштар өҫтөндә кескәй генә тулҡындарын уйнатҡан, хәҙер быуылып ятҡан йәки бөтөнләй күренмәгән шишмәләр ҙә төптә. Быларҙың барыһы ла сиҙәм һәм ҡалдау ерҙәрҙе үҙләштереү заманы касафаты. Хәйер, әле лә йылға ярына тиклем һөрөлә был баҫыуҙар, хатта ҡайһыһының сите ярға терәлеп үк тора йәки юл ҡалдырылып, 10-15 метр самаһы ғына һыҙат тейелмәгән. Ярай әле соҡорҙары бар, юғиһә...
Яр буйлап һыу ағышы яғына төшөп барам. Шуныһы иғтибарҙы йәлеп итә: сүп әҫәре күрмәҫһең. Заманында, бынан 10-15 йыл элек, йыл­ға буйҙары сүплек менән тул­ғайны. Иҫке Муса ауылының сүплеге ошо яр өҫтөндәге карьерҙа ғына ине. Әле иһә ауыл хакимиәте был йә­һәт­тән ҙур эш башҡарған: сүплек күсе­релгән, яр буйҙары тәртиптә тотола...
Йылға ҡороуының, шишмәләрҙең быуылыуының тағы бер сәбәбе бар – ағышын, үҙәнен үҙгәртеү. Үткән быуаттың 70-се йылдарында нефть эҙләү маҡсатында бер нисә урынға тәүҙә вышка ултырттылар, һуңынан Сағыл башы тип йөрөтөлгән урынға “качалка” ҡуйҙылар. Ана шуны хеҙмәтләндереү өсөн юл кәрәк ине. Уныһы һуңыраҡ булһа ла, быуаһын алдан ҡайғырттылар. Быуыуын-быуҙылар, әммә торба һалманылар. Йәнәһе, былай иткәндә һыу күберәк тула. Тәүге ташҡындар уҡ уны һыу менән тултырҙы. Тик артығы ҡайҙа барырға тейеш һуң? Көслө, ауыр техника менән быуылған быуаны йыра алманы – һөҙәк яры яғынан юл алды. Һөҙөмтәһе оҙаҡ көттөрмәне – юлында булған Ҡушкүлде йырып китте (бөгөн ул юҡ), Хәннән ҡулы тип аталған уйһыулыҡта 5-7 метрлыҡ йырын барлыҡҡа килде. Етмәһә, был яҡта шишмәләр юҡ ине, элек йылғаға йәшәү һуты биргәндәре быуаның аҫҡы өлөшөндә ҡалды. Яҙын тәбиғи таҙарып тормаған­лыҡтан, улар ләм, тупраҡ менән ҡапланды.
Һуңғы осорҙа ҡыуандырғаны шул: ярҙар ағас менән ҡаплана башланы, бер нисә урында ҡондоҙҙар үҙ быуа­ла­рын быуған, ҡыр өйрәктәренән тыш, башҡа ҡоштар ҙа төйәген тапты.
Йылға яры буйлап барам. Шулай ҙа күҙҙәр тереһыу бөркөр шишмә эҙләй. Башта бер генә уй ҡайнай: беҙ, кешеләр, артығынан тыш тәбиғәткә һылтанып, үҙ ғәйебебеҙҙе йәшермәйбеҙме? Рәсәй, Башҡорт­остан буйлап аҙмы ни исемен йөрөтөп тә төптәре күренеп ятҡан йылға-күлдәр...


Рәсәйҙә 2 миллиондан ашыу йылға иҫәпләнә, шуның 200-ҙән ашыуы – эре (оҙонлоҡтары 500 километрҙан ашыу). Барлығы 3меңгә яҡыны уртасалар рәтенә инә (200 – 500 километр). Дөйөм алғанда, барыһын бергә ҡушһаң, 6 миллион 500 мең километр оҙонлоҡ килеп сығыр ине. Ҙур йылғалар өлөшөнә 160 меңгә якын километр тура килһә, уртасаларының был юҫыҡтағы һаны – 450 мең километр. Ҡалған 6 миллион километр һуҙым бәләкәй йылғалар иҫәбенә яҙыла.
Әлбиттә, һандар төрлө сығанаҡта төрлөсә күрһәтелә, шуға ла “ашыу”, “яҡын” һымак һүҙҙәр ҡулланыла ла инде.
Рәсәй күлдәренең һаны 2 миллиондан ашыу тип иҫәпләнә. Улар бөтәһе бергә 350 мең квадрат километр майҙанды биләй.
Байкал Себерҙә генә түгел, Рәсәйҙә иң ҙурҙарҙан һанала. Донъя­ла иң тәрән күл. Иң тәрән ере – 1620 метр. Оҙонлоғо – 636, уртаса киңлеге – 46 километр. Рәсәйҙәге сөсө һыуҙың – 85, донъя запасының 22 процентын алып тора.
Башҡортостанда 2 меңдән ашыу күл бар. Көнбайыш райондар өлөшөнә уларҙың 75 проценты тура килә, ҡалғаны көньяҡ-көнсығыш райондарға ҡарай. Бөтәһе 700-гә яҡын күл һуғарылыу иҫәбенә йәшәй. Мәҫәлән, Ағиҙел бассейнына – 73, Димгә – 12, Ыҡҡа – 8, Ҡариҙелгә 7 проценты тура килә. Фәнни күҙлектән ҡарағанда, беҙҙә ҙур күлдәр юҡ. Уртасалар рәтенә Асылыкүл, Ҡандракүл, Аҡкүл, Өргөн, Оло Учалы, Ҡарағайлы, Оҙонкүл, Яҡтыкүл, Сыбаркүл һәм башҡалар инә.
Республикала 1120 йылға һанала. Уларҙың дөйөм оҙонлоғо 20 мең километр иҫәпләнә.



Вернуться назад