Нисек таҙартырға?31.07.2018
Нисек таҙартырға?Яҙ етеү, көҙгө ямғырҙар башланыу менән ҡала халҡы күпләп һыу һатып ала башлай, крандан аҡҡанын төрлө ысул менән таҙартырға тырыша.

Автомобиль бүлеп сығарған газдағы ҡурғаш тәүҙә тупраҡты, унан асыҡ һыу ятҡылыҡтарын бысрата. Эсәр һыуға бындай зарарлы матдәләр торба үткәргестең үҙенән дә бүленеп сыға.
Һыуҙың температураһы юғарыраҡ булған һайын, ҡурғаш уға күберәк эләгә. Зарарлы матдәнең организмдан сыҡмайынса туп­ланып барыуы ихтимал. Был осраҡта ҡанда гемоглобин түбәнәйә, аш һеңдереү ауырлаша, нервы системаһы ҡаҡшай. Шуға күрә эсер өсөн крандан һыуыҡ һыуҙы ғына ҡулланырға кәрәк. Һыу торбаларҙа оҙаҡ торһа, ағыҙа биреп алыу һәйбәт. Составында әүҙемләштерелгән күмер булған фильтрҙарҙы файҙаланырға, кальцийлы һәм тимерле поливитаминдар эсергә кәрәк, улар эсәктәрҙә ҡурғаштың һеңеүен кәметә.
Һыуҙы зарарһыҙландырғанда хлор ҡулланыла, шуның ар­ҡа­һында тирелә аллергия ауырыуҙары барлыҡҡа килә. Һейҙек ҡы­уығы һәм тура эсәк яман шешенең сәбәпсеһе лә ул. Һыуҙы ҡай­натҡанда хлор кәмей. Ҡайнамаған һыуҙы быяла һауытта тон­­дорорға кәрәк. Был осраҡта күмерле фильтрҙар ҙа ярҙам итә.
Радон уран менән торийҙың тарҡалыуынан барлыҡҡа килә. Эсәр һыуҙан кухнялағы тәбиғи газ аша, ванналағы һыу быуланғанда һауаға эләккән радон бик зарарлы, шуға күрә ваннала оҙаҡ ятырға кәңәш ителмәй.


Вернуться назад