Буйы зифа, үҙе әрһеҙ31.07.2018
Буйы зифа, үҙе әрһеҙҠайын ағасына һоҡланмаған, унан файҙаланмаған кеше һирәктер. Илһам өләшеүсе ле ҡайын, төҙөлөш материалдары ла, һаулыҡ өсөн дә файҙаһы ҙур.

Тәбиғәттә ҡайындың йөҙгә яҡын, ҡайһы бер белгестәр иҫәпләүенсә, хатта унан да күберәк төрө бар икән. Ер шарының төньяҡ өлөшөндә киң таралған. Күпселек төрө ҡатнаш, йәғни ылыҫлы-япраҡлы ағастар тәшкил иткән урмандарҙа үҫә. Тик ҡайынлы ғына төбәктәр ҙә бар. Мәҫәлән, Башҡортостандың төньяҡ-көнсығыш райондарында ул күпләп үҫә.
Ҡайындарҙың күпселегенең бейеклеге 30-45 метрға, йыуанлығының диаметры 120-150 сантиметрға етә. Ҡыуаҡлыҡ һымаҡ ҡыналары була. Ботаҡтары ергә йәйелеп, саҡ теймәй торғандары ла. Тамырҙары ныҡлы, олонона ҡарап тәрәнгә лә китергә мөмкин, һайыраҡ урында ла ҡала ала. Әммә олонона тейешле һутын бирә, йәшәтеү өсөн уңайлы шарттар тыуҙыра.
Йәш ҡайындың төп тамыры тиҙ ҡорой, ләкин ян-яҡтан киткәндәре нығынып ҡала, улар ағасты йәшәтә. Ҡайын тәүге йылдарҙа ғына оҙаҡ үҫә. Шуға ҙурыраҡ үләндәр араһында беленер-беленмәҫ, күренер-күренмәҫ кенә ултыра. Аҙаҡ иһә ҡапыл күтәрелеп китә лә, киреһенсә, ошо үләндәрҙе үҙе “яратҡаны”, үҙ иткәне менән алыштыра башлай.
Күп төрөнөң ҡайырыһы аҡ булһа ла, беҙҙең яҡтарҙа ла һарғылт, ҡыҙғылт, алһыу, һорғолт төҫтәре осрай. Хатта ҡарағусҡыл һоро, ҡаралары була. Ҡайырының өҫкө өлөшө, ғәҙәттә, нәҙек кенә таҫмалай һыҙырылып тора. Ҡарт ағастарҙың олононоң аҫҡы яғы ҡара, тәрән һырлы ҡайыры менән ҡаплана. Йәш япраҡтары елем менән ҡапланғандай йәбешә, шуға мунсаға ундайҙарын “май миндеге” булараҡ, шифаһы өсөн алып баралар. Ә ҡышҡылыкка һаҡларға һуңыраҡ йыялар.
Орлоғо бик еңел. Мәҫәлән, бер грамм ауырлыҡта 5 мең орлоҡ иҫәпләнә. Нәҙек кенә “ҡанатлы” булып, талғын ғына елдә лә әсә үҫемлегенән 100 метр алыҫлыҡҡа осалар. Шуға ла дымлы йылдарҙа һөрөлмәгән баҫыуҙарҙа ла, соҡорҙарҙа, уйһыулыҡтарҙа ла ҡайын үҫентеләре тиҙ һәм күпләп шытып сыға.
Был ағасты Ер шарының төньяҡ өлөшөндә киң таралған, тинек. Уны Евразия, Төньяҡ Америкала күреп була, Европа менән Төньяҡ Америка тундраларында, беҙҙең Себерҙең таулы тундраһында ла кәрлә ҡайындар үҫә. Боҙлоҡ ваҡытында, унан һуңғы осорҙа был төр көньяҡҡа табан таралған. Ағастың күпселек төрө һалҡынға бик сыҙам. Гималай, Ҡытай, Япония, Америка субтропиктарындағы эҫегә сыҙамлылары ла бар.
Ҡайын ниндәй тупраҡта ла үҙен яҡшы тоя. Төрөнә ҡарап, ҡом менән балсыҡта ла, һаҙлыҡта, ташлы тауҙарҙа, ҡоро, ҡырыҫ далала ла берҙәй үҫә ала. Шуға уны баҫыу һыҙаттарына ултыртыу киң таралған. Ағастың нисә йыл үҫкәнлеге тураһында төрлө мәғлүмәт бар: 100–120, хатта – 150–300.
Ҡайын ағасы бик күп төр бөжәктәргә “төйәк” бирә. Үҙ сиратында улар ҡоштарҙы ылыҡтыра. Башлыса бөтәһе лә “ҡайын бәшмәге” тип аталған һаҙ, аҡ бәшмәктәр төркөмөн дә йәшәтә. Шулай уҡ беҙ “ҡайын еләге” тип исемләнгән еләк төрөн беләбеҙ.
Төҙөлөш өсөн ҡайын ағасын тик эске яҡта, дым булмаған ерҙә генә ҡулланалар. Бик тиҙ сереүе, бәшмәкләнеүе тышҡы төҙөлөш эштәренә яраҡһыҙ итә. Шулай ҙа башҡа ағас үҫмәгән яҡтарҙа бура ла бурайҙар, кәртә (таҡта) өсөн дә файҙаланалар. Борон япраҡтарынан йөн маныу өсөн һары буяу яһағандар. Утынға бик яҡшы, шуға ла уның ярҡаларын мунсаға әҙерләйҙәр, хәҙер иһә шашлыҡ бешереү өсөн дә күмерен әҙерләйҙәр.
Ҡыҫҡаһы, көнитмешебеҙҙе ҡайынһыҙ күҙ алдына ла килтереп булмай. Ҡышҡы сатлама һыуыҡтарҙа ла бәҫ ҡунған ботаҡтары тормошобоҙға йәм өҫтәй. Яҙын һыуы шифаһын өләшә, йәйен күләгәһе һулап туймаҫлыҡ илерткес һауаһында ял иттерә, көҙөн алтын япраҡтары күңелдәрҙе елкендерә...


Вернуться назад