Өйҙә һауа таҙамы?31.07.2018
Йорт эсе ялт итеп тора. Бөтә ерҙә — бөхтәлек. Йыһаз ваҡытында туҙандан таҙартыла. Шулай ҙа өйҙәге һауаны саф тип буламы? Белгестәр билдәләүенсә, ябыҡ биналарҙа – йорттарҙа, эш урындарында, аудиторияларҙағы һауаның бысраҡлығы машиналар гөжләп торған урамдағынан ҡайтыш түгел.


Мәҫәлән, үҙебеҙҙең фатирҙы ғына алайыҡ. Беҙ бында теге йәки был ауырыуҙы булдырыуға тәьҫир иткән төрлө насар факторҙарға юлығабыҙ. Тәү сиратта ағас-юнысҡы плитәләрҙән эшләнгән заманса йыһаздар хаҡында һөйләге килә. Уларҙы етештергәндә ыҫмала ҡулланалар. Тора-бара ул иреп, формальдегид кеүек зарарлы матдәләр бүлеп сығара. Үҙ сиратында былар күҙҙең лайлалы тышсаһын, тын юлдарын ярһыта, башты ауырттыра, онкологик ауырыуҙар килеп сығыуына булышлыҡ итә.
Әлбиттә, зыянлы матдәләр исемлеге формальдегид менән генә сикләнмәй. Шулай уҡ беҙҙең организмға полимер мате­риалдарҙан бүленгән стирол, бензол, толуол, фенол һәм башҡа химик берләш­мә­ләр ҙә насар йоғонто яһай. Ә улар төҙө­лөштә биналарҙы йылытыу, иҙәнде ҡаплау, стенаны биҙәү, тәҙрә рамдары һәм ишектәр эшләгәндә киң ҡулланыла. Бынан тыш, полимер көнкүрештә лә файҙаланыла. Мәҫәлән, линолеум, балаҫ ҡапламалары, йыуыла торған обойҙар… Әйткәндәй, был әйберҙәр яҡшы сифатлы һәм гигиеник сертификаты булһа, һауаны бысратыу күләме ҡабул ителгән концентрациянан артмай. Әгәр тейешле талаптар үтәлмәһә, уларҙан сыҡҡан зарарлы матдәләр кәйефте боҙа, организмдың иммунитетын кәметә, төрлө ауырыуҙар барлыҡҡа килеүгә сәбәпсе була.
Меңәрләгән торлаҡ һәм административ биналар төҙөгәндә ҡулланылған асбест плитәләр хаҡында ла бер нисә һүҙ. Коммуналь гигиена белгестәре был плитәләр үҙҙәре һаулыҡҡа әллә ниндәй хәүеф тыу­ҙырмауын, ә бына улар емерелгәндә сә­лә­мәтлек өсөн зарарлы булыуын бил­дәләй. Мәҫәлән, фатирҙы үҙгәртеп ҡор­ғанда, төрлө ремонт ваҡытында барлыҡҡа килгән ярыҡтар, плитә ватыҡтары һауаға асбест сүсе бүлеп сығара. Улар даими йыйылып, кешенең тын юлдарына эләгә. Был иһә үпкәгә насар тәьҫир итә, яман шеш ауырыуҙарына сығанаҡ булыуы ла ихтимал.
Организмға көнкүрештә ҡулланылған газ да хәүефле. Ул аш бүлмәһендәге микроклиматты ғына түгел, шулай уҡ барлыҡ фатирҙы насарлай. Углерод окисы янғанда һауала хасил булған азот ҡушылмалары, ароматлы углеводородтар һаулыҡҡа кире йоғонто яһай. Әйтәйек, бензопирен үпкә яман шешенә булышлыҡ итә. Һауаны бысратҡан радон да тын юлдарына кире йоғонто яһай. Был төҫһөҙ һәм еҫһеҙ газ ерҙән сыға, подвалдарҙа йыйыла, ә фатирға, ғәҙәттә, елләтеү урындары аша үтеп керә. Бары иҙәнде һәм подвал стеналарын етди нығытыу, шулай уҡ был биналарҙы яҡшы елләтеү һөҙөмтәһендә радондың йәшәгән урыныбыҙға үтеп инеүен “ауыҙлыҡларға” мөмкин.
Фатирҙарыбыҙҙағы һауаны химик мат­дәләр менән бергә биологик бысратыусылар ҙа бар. Уларға башлыса күгәргән бәшмәк һеркәләре, йорт янындағы микроскопик талпандар, бактериялар һәм вирус­тар инә. Был матдәләрҙең ҡайһы берҙәре фатирға тыштан инһә, бүтәндәре бинала барлыҡҡа килә. Күгәргән бәшмәктәр һәм талпандар аллергия тыуҙыра. Бүтән бактериялар һәм вирустар грипп, һыу сәсәге, ҡыҙылса кеүек ауырыуҙарҙың таралыуына сәбәпсе була.
Йорттарыбыҙҙағы һауаны нисек таҙар­тырға һуң? Барыһынан алда туҙанды һурҙырып, еүеш сепрәк менән һөртөп тороу зарур. Бынан тыш, фатирҙы һалҡын ва­ҡыттарҙа – 10 минут, ә йәйҙәрен 25 – 30 минут самаһы көнөнә бер нисә тапҡыр даими елләтеп тороу кәрәк.
Газ плитәһе ике сәғәттән дә күберәк янмаһын, бер үк ваҡытта ике сығанаҡтан артығын тоҡандырмағыҙ, форточканы асырға онотмағыҙ.
Өйҙәге һауаны яҡшыртырға үҫемлектәр ярҙам итә. Бөтә Рәсәй дарыу һәм еҫле үләндәр ғилми-тикшеренеү институты белгестәре аш бүлмәһендә һауаны таҙартыу һәм еҫте “йотоу” өсөн – хлорофитумлы, ә ашханала лавр һалынған көршәк ҡуйырға кәңәш бирә. Улар аш һеңдереү ағзаларына ыңғай тәьҫир итә. Йоҡо бүлмәһендә яран гөл үҫтереү һәйбәт – йоҡоно яҡшырта. Шулай уҡ Бенджамин фикусы, спатикфиллум, сансевнерия йәки “ҡәйнә теле” кеүек гөлдәр фатирҙағы һауаны сафландыра.


Вернуться назад