Көлөп алайыҡ әле31.07.2018
Ҡыҙыл светофорҙа үтеп киткән машинаны гаишник туҡтата:
– Документтарығыҙҙы күрһәтегеҙ!
Шофер ғәйепле төҫ менән:
– Дуҫым менән әҙерәк йотоп алғайныҡ, шуға һиҙмәй ҡалғанмын... Документтарымды ла онотҡанмын.
Гаишник хәлде офицерға еткерә:
– Иптәш капитан, иҫерек шоферҙы тоттоҡ, танытмаһы ла юҡ.
Капитан шофер янына килә:
– Һеҙҙең документтарығыҙ юҡ икән.
– Ни өсөн улай тип әйтәһегеҙ, бына улар!
– Ярай, документтарығыҙ тәртиптә, әммә һеҙ эскәнһегеҙ!
– Юҡсы, мин эсмәнем.
– Ысынмы? Улайһа ошо төрөбкәгә өрөгөҙ әле.
Ир көпшәгә өрә. Капитан:
– Ғәжәп, ҡанығыҙҙа алкоголь юҡ. Ә сержант һеҙҙе “эскән” тип әйтте.
– Ул миңә: “Һин ниңә ҡыҙыл төҫ янып торғанда үтеп киттең?” — тип тә әйтте әле...

***
– Пьеса бик ҡыҙыҡлы булырға оҡшай. Ана бит, премьераға әллә күпме халыҡ йыйылған.
– Тамашасы түгел бит улар. Бөтәһе лә драматургтың дуҫ-ише...

***
– Һин ниндәйерәк егетте һайлар инең: тинтәгенме, әллә пеләш башлы­һынмы?
– Минеңсә, тинтәге яҡшыраҡ.
– Ни өсөн?
– Сөнки ул күҙгә артыҡ бәрелеп тормай.

***
– Был тормоштоң шундай шәп тиҙлек менән алға китеүенә ғәжәп­ләнерһең. Әле ҡасан ғына телефон тураһында күҙ алдына ла килтерә алмай инек.
– Шулай шул. Ни тиһәң дә, заман алға бара. Хәҙер беҙҙе телевизор, радио аша ғына туйындыра башланылар бит.

***
– Ни эшләргә лә белмәйем, – ти бер ҡатын әхирәтенә. – Ирем өс йыл элек Америкаға киткәйне. Бына хәҙер беҙҙе лә саҡыра, “ике баланы ал да килеп ет” тип шылтырата.
– Һуң, һиңә нимә ҡамасаулай һуң? Бар! Рәхәтләнеп йәшә!
– Хәҙер минең балаларым дүртәү бит.

***
Иҫерек ир төн уртаһында өйөнә ҡайтып килә. Ихатаға инә, шул саҡ эте лауылдап килеп сыға.
Ир этенә асыулана:
– Иҫәр, шым ғына ултыр. Ҡатын уянһа, үҙең ҡайҙа йоҡларға уйлайһың?
***
Әсәһе улына:
– “Һөйәк кимерергә һин эт булдыңмы ни?” тип әйткәйнем бит инде, хәҙер үк ташла йә атайыңа бир!
***
Машиналарҙың береһен инспектор туҡтата:
– Ниңә һеҙҙең пассажир хәүефһеҙлек ҡайышын эләктермәгән? – тип һорай.
– Бәй, ул бит минең ҡатын! – тип аптырай рулдәге ир.
***
– Әйт әле, Ғәзиз, был донъяла кем барыһын да алдан белә? – тип һорай мулла улынан. – Үҙе малайҙың “Алла” тип әйтерен алдан көтөп тора.
– Күршелә йәшәгән Нәфисә әбей.
***
Бер ир дуҫынан һорай:
– Ниндәй ҡатындар ирҙәренә тоғро була: ҡара күҙлеләреме, зәңгәр күҙлеләреме, әллә һоро күҙлеләреме?
– Уларҙың иң тоғролары сал сәсле була.
***
– Мин ... ҡаршы килмәһәгеҙ... ҡыҙығыҙҙың ҡулын һорар инем.
– Ҡайҙа инде ҡаршы булыу! Ала ғына күрегеҙ. Юҡһа, ҡулы һис кенә лә минең кеҫәнән сыға белмәй.
***
– Сәйфетдин, һин мине ысынлап та ныҡ яратаһыңмы?
– Эйе.
– Үлгәнсе шулай яратырһыңмы икән?
– Әлбиттә! Айырылып-нитеп ҡуймаһаҡ.


Вернуться назад