Балды нисек һаҡларға?31.07.2018
Бал боҙолмай, тиҙәр. Шулай ҙа дөрөҫ һаҡламағанда, уның файҙалы үҙенсәлектәре кәмей, тәме боҙола.

Балды алты градус һыуыҡтан егерме градус йылылыҡҡа тиклем температурала һаҡлайҙар. Шунан юғары температурала оҙаҡ торғанда, уның витаминдары тарҡала башлай. Ҡырҡ градустан юғарыраҡ температурала йылытҡанда, файҙалы матдәләре ҡалмай. Тағы бер шарт: һаҡлау температураһын ҡапыл үҙгәртмәҫкә кәрәк. Һалҡында тора икән, шунда ҡалһын. Юғиһә ул кристаллаша башлай.
Балды ҡапҡасы ябыла торған таҙа, ҡоро эмаль йәки керамик һауытта һаҡларға кәрәк. Бал яҡтыны яратмай. Уны ҡараңғы урында һаҡларға тырышығыҙ. Бал ят еҫте тиҙ һеңдерә.


Вернуться назад