Ишембай районының Маҡар ауылында йәшәгән Фәүзиә өләсәйем янына һәр ваҡыт ашҡынып ҡайтам. Ул да мине гел ҡыуанып ҡаршы ала.
Өләсәйемә биш йәш тулған көндә Бөйөк Ватан һуғышы башланған. Уның атаһы Ғүмәр олатай, ике ағаһы — Усман менән Ғәле — фронтҡа киткән. Усман олатай яуҙа хәбәрһеҙ юғалған, башҡалары иҫән-имен әйләнеп ҡайтҡан. Яу яраларына бирешмәйенсә, матур тормош көткәндәр.
Һуғыш йылдары балаһы булараҡ, өләсәйем — бик эшсән, бирешмәҫ кеше. Ул беҙҙе тырыш булырға, дуҫ йәшәргә өйрәтә.
Инсаф ӘҺЛИУЛЛИН,
21-се лицей уҡыусыһы.
Өфө ҡалаһы