Иртәнге аштан баш тартма31.07.2018
Ҡайһы берәүҙәр “Иртән ашап тормайым” тип әйтә. Был организм өсөн зарарлы. Шуға ла белгестәр дөрөҫ туҡланыуға етди ҡарарға кәңәш итә.
Иртәнге аш организмдағы матдәләр алмашыныуын әүҙемләштерә, ризыҡ менән ингән энергияны дөрөҫ ҡулланыуға булышлыҡ итә, майҙы яндыра. Был, үҙ сиратында, көн дауамында эшкә һәләтлелекте, әүҙемлекте арттыра, артыҡ ауырлыҡты иҫкәртеү сараһы булып тора. Көндө иртәнге аштан башлау өсөн бынан да етдиерәк дәлилдәр булыуы мөмкин түгел. Иртә менән башта яратҡан ризыҡтарығыҙҙы аҙ-аҙлап ашағыҙ, ә аҙағыраҡ ризыҡты төрләндерегеҙ һәм күләмен дә арттырығыҙ. Шуны ла онотмағыҙ: иртәнге ашты йоҡонан торғандан һуң 30 – 40 минуттан да һуңға ҡалмай ашарға кәрәк.