Кәмейбеҙ, артабыҙ31.07.2018
Һуңғы 17 йылда Рәсәйҙә уҡыусылар һаны 21,7 процентҡа кәмегән. 2018–2019 йылдарҙа вуздарҙа студенттар 4,3 миллион тирәһе тәшкил итер тип көтөлә, был 2009 йылдағынан 40 процентҡа кәмерәк.
Был нимәгә бәйле? 1990 йылдар аҙағында 2000 йылдар башында илдәге үҙгәрештәр, иҡтисади тотороҡһоҙлоҡ ғаилә мөнәсәбәттәренә лә ҡағылды: тыуым кәмене. Күп ғаиләләрҙә берәр генә бала үҫте. Бына ошо демографик көрсөк вуздарға ла етте. Шулай ҙа бөтәһе лә насар түгел әле. Алдағы йылдарҙа етди күтәрелеш көтөлә. Мәҫәлән, бөгөн балалар баҡсаларында урындар етмәй, ҡайһы бер мәктәптәрҙә параллель беренсе кластар иҫәбе тиҫтәгә етә. Мәктәптәрҙең 18,6 проценты – ике, ҡайһылары өс сменала эшләй. Тимәк, яңы балалар баҡсалары һәм мәктәптәр төҙөргә кәрәк.