Бәйгеселәр “Ҡош юлы”нда алған тәьҫораттары менән уртаҡлаша
Нәркәс ҠӘЙЕПҠОЛОВА, БДМУ студенты, Әбйәлил районы:– Хыяллана торғас, ниһайәт, быйыл “Ҡош юлы” шиғриәт бәйгеһендә ҡатнашыу бәхете тейҙе. Бында миңә бөтәһе лә оҡшаны, ямғыр яуһа ла, тирә-яҡта йылы, күңелле мөхит булды. Яңы дуҫтар, йөрәктәргә үтеп инерлек гитара моңдары... Шулай уҡ был ярышта шағирәләр Фирүзә Абдуллина һәм Айгөл Йәмилева кеүек апайҙар менән яҡындан танышып әңгәмәләшеү үҙе ни тора!
Ижадташ дуҫтарҙың шиғриәт тураһында фекерҙәрен тыңлау, илһам тураһында һөйләшеү ҙә бик ныҡ оҡшаны! Киске гала-концерттағы сығыштарҙан һуң гитара моңдарына күмелгән тәбиғәт ҡосағында сәй эсеүҙе, усаҡ янына йыйылып, таңға ҡәҙәр йырлағанды тағы ла ҡабатлағы килә! Өс көнлөк был ярыш әллә нисә йылға етерлек иҫтәлектәр ҡалдырҙы! Киләһе йыл да килергә тырышасаҡмын! Рәхмәт һиңә, “Ҡош юлы”!
Раушания ХӘЗИЕВА, балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе, Сибай ҡалаһы:
– Уйламағанда, үҙ ғүмеремдә тәүге тапҡыр “ Ҡош юлы “ башҡорт бард фестивалендә, шиғриәт бәйгеһендә ҡатнашырға насип булды. Башҡорт йәштәренең гитараға ҡушылып йырлаған рухлы, дәртле йырҙары, скрипка моңо, төнгө усаҡ мине әсир итте. Был фестивалдә шиғриәт конкурсы барлығын һуңғы көндә генә ишетеп, шиғырҙарымды ебәргәйнем. Өлгөрөп ҡалып, финалға үтеүемә сикһеҙ шатмын. “Ижад сере” семинар-практикумында үҙемдең ҡәләмдәштәрем менән аралашыу ҙа минең өсөн бик фәһемле булды.
Тағы ла күберәк ижад итергә илһам, рухи көс алып ҡайттым был саранан. Фестивалде ойоштороусыларға оло рәхмәтемде белдерәм. “Ҡош Юлы”нда алған тәьҫораттар күңелдә мәңге һаҡланыр.
Гүзәл БАТТАЛОВА, ӨДАТУ-ның Туймазы ҡалаһындағы филиалының уҡытыу-тәрбиә эштәре буйынса директор урынбаҫары:
– Шиғриәт бәйгеһе ижадым өсөн тәүге оло һынау булды. Әммә дуҫтарса ябайлыҡ менән үткән байрамда бер-берең менән аралашыу, тәжрибә уртаҡлашыу, гитара моңо, шиғырҙар ауазы, иҫ китмәле Башҡортостан тәбиғәте ҡосағында бәүелеү бәйгелә еңеүселәрҙе берҙәм итте, шағир өсөн рухи аҙыҡ булып торған илһам өҫтәне.
Ошо берҙәмлек сәхнәлә сығыш яһарға көс-дәрт бирҙе. “Ҡош юлы” фестивалендә үткән көндәр минең өсөн тормошомдоң иң яҡты миҙгелдәренең береһе булып күңелдә ҡалырына бер ҙә шикләнмәйем.
Ләйсән СӘЛИМОВА, инглиз теле уҡытыусыһы, Мәскәү ҡалаһы:
– Үҙем кеүек шиғриәткә ғашиҡтарҙы осратыу мине ҡанатландырҙы, ижад тураһында һөйләшеүҙәр күңелемде үҫтерҙе. Йәштәрҙең әүҙем, бергә булыуы оҡшаны. Был байрам йөрәгемдә илһам бирерҙәй сағыу хәтирә булып һаҡланыр.
Ғәзиз ӘБДЕЛМӘНОВ, “Башҡортостан” радиоһының “Юлдаш” каналы алып барыусыһы:
– Бер үк ваҡытта ҡыҙыҡһынып та, кинәнеп тә, әҫәрләнеп тә килдем “Ҡош юлы”ндағы шиғриәт бәйгеһенә. Йыл һайын кешеләрҙе нимәһе менән үҙенә тарта икән ул сара, тигән һорау миңә күптән тынғы бирмәй ине. Ҡыҫҡа ғына ваҡыт эсендә үҙем дә “Ҡош юлы”на ғашиҡ булғанымды һиҙмәй ҙә ҡалдым.
Тап ошо өс көн эсендә усаҡты уратып ултырған кешеләр – һинең өсөн донъялағы иң яҡын заттар, иң аңлаусан тыңлаусылар, иң ҡыҙыҡлы әңгәмәселәр, иң ихлас ижадсылар. “Ҡош юлы”, ысынлап та, донъя мәшәҡәттәренән арындыра, үҙенән башҡа барлыҡ нәмәне оноттора.
Лилиә ҠАҺАРМАНОВА, БДУ студенты, Бөрйән районы:
– Шиғриәт бәйгеһендә быйыл икенсе тапҡыр ҡатнашам. Былтыр “Йәшлек” гәзитенең махсус бүләгенә лайыҡ булғайным, аҙаҡ баһалама ағзаларынан шағир Ринат Сөләймәнов һәм Рәшит Зәйнуллин бер осрашыуҙа хаталарымды күрһәтеп, кәңәштәр биргәйне. Шуларҙы иҫтә тотоп, быйыл йәнә лә көсөмдө һынап ҡарарға булдым. Уңышлы тип һанаған ун шиғырымды бәйгегә ебәрҙем. Мин күберәк тормош, хис-тойғолар хаҡында яҙам.
Гала-концерт йыр һәм шиғыр менән аралашып барҙы. Мине иң аҙаҡҡа тиерлек ҡуйғандар, ваҡытым еткәнсе тулҡынланып бер булдым. Был еңеүем шуны аңларға ярҙам итте: бер тапҡыр урын алманым, тип туҡтап ҡалырға ярамай, үҙең өҫтөндә эшләргә һәм артабан да көсөңдө һынап ҡарарға кәрәк.
Миләүшә ҺАТЫБАЛОВА, балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе, Учалы районы:
– “Ҡош юлы”на барыу күптәнге хыялым ине. Быйыл, ниһайәт, хыялым тормошҡа ашты. Ял итеп, илһамланып ҡайттым. Күптән күрергә теләгән талантлы ҡәләм оҫталары менән осрашыу мәңгегә хәтерҙә ҡаласаҡ. Рәхмәт һиңә, “Ҡош юлы”!
Илһам АСЛАЕВ, табип, Сибай ҡалаһы:
– Башҡорт телендә шиғыр яҙыусыларҙы осратҡаныма бик ҡыуандым. Сәсәндәр күберәк булһын. Үҙ телеңдә шиғыр булһа, үҙ телеңдә йыр булыр! Үҙ телеңдә йыр ҙа булһа, тыңлар халҡың да булыр!