Заманға эйәреүҙән башҡа сара юҡ27.07.2018
Урамыбыҙҙа дөп-дөп туп типкәндәре ишетелә — беҙҙең бала саҡ, йәшлек иҫкә төшөп китте. Бына футбол олимпиадаһы һөҙөмтәһе — нисәмә йыл ҡолаҡҡа салынмаған туп типкән тауыш. Күршеләрҙең улдары уйнарға сыҡҡан! Инде таралып китһә ине ошо күренеш!
Компьютерға ҡапланып тик ултыра бит хәҙер балалар...
***
Ауылда йәшәгән оло инәйҙәребеҙҙе тыңлап ҡарағыҙ, ҡайһыһы башланғыс белем менән генә ҡалған – ә улар кеүек “йомро” ғына итеп һөйләшә белеү юғары филологик белемле күптәргә тәтемәй!
Ниңә генә грамматик ҡағиҙәләр өйрәтәләр икән, тип уфтанып та алам – йәштәребеҙ бит хәҙер телмәрен камиллаштыраһы ла камиллаштыраһы грамматикабыҙға буйһондороп ҡора башланы.
***
Википедияға мәҡәлә яҙып, төрбә менән кәшәнәнең айырмаһын белеп ҡалдым. Башҡорттар юҡҡа ғына кәшәнә тимәй икән – ҡоролоштары айырыла.
Төрбә – төрөк һүҙе, османлы архитектура, кәшәнә – фарсы һүҙе, Урта Азия архитектураһы.
***
Ҡытаутамаҡ. Ҡала исеме башҡорттарҙың ҡатай ерҙәренә урынлашып, атамаһы Ҡатай гидронимынан алынған, сөнки шул йылғаның тамағына урынлашҡан. Башҡортса атамаһы — Ҡатайтамаҡ, мәгәр урыҫса Катав тип аталыуы һөҙөмтәһендә башҡорт теленә Ҡытау булып әйләнеп ҡайтҡан һәм рәсми документтарға шулай инеп киткән.
***
Ҡаршы тау башында ҙур-ҙур йорттар һалынды. Кистәрен күп тәҙрәләр ҡараңғы – кеше йәшәмәй уларҙа. Капитал һалыр ысул ...
“Курятник” тип йөрөтөлгән, бер фатир эсендә биш-алтышар ғаилә йәшәгән йәшлегебеҙ йорто иҫкә төшә. Һәр блокта кәмендә биш-алты бала ине. Бүлмәләр 9-10 квадрат метрлыҡ, бер күршебеҙҙеке генә 15 метрлы. Беҙҙең алты хужа йәшәгән, бер дөйөм аш бүлмәһе булған блокта – ете бала. Һигеҙенсеһе, Рая исемле ҡатындың балаһы, ярты йәшкә генә етеп ҡалды. Ҡатын ныҡ эсә ине...
Йорттар әҙ төҙөлдө, ә кеше һаны арта ине. Хәҙер күп төҙөлә, ә кеше әҙәйә...
***
Беҙ — дини китаптарҙа яҙылғандарҙы шул тиклем һүҙмә-һүҙ ҡабул итә торған халыҡ, ә бит унда ла ҡош теле... “Уң ҡулың ни биргәнде һул ҡулың белмәһен” тигәнде һүҙмә-һүҙ аңлап, хәйер таратҡанда һул ҡулын артҡа йәшереп йөрөгәндәр бар.
***
Яңы ғына Ризаитдин Фәхретдиндә уҡыным: заманды үҙҙәренә эйәртә алмаусылар өсөн үҙҙәре заманға эйәреүҙәренән башҡа сара булмаҫ.
***
Ғүмәр Хәйәм дөрөҫ әйткән, беҙ — ҡурсаҡ. Аллаһ ҡулында ҡурсаҡлығыбыҙ бәхәсһеҙ, беҙ йәнә әҙәми заттар ҡулындағы ҡурсаҡ.
***
Маҡтаулы исем-дәрәжә ожмахҡа асҡыс түгел... Киреһенсә, йоҙаҡ булыуы ла ихтимал...
Рубриканы