Бала булған ерҙә батша юҡ27.07.2018
Бала булған ерҙә батша юҡ“Был урынды күп йылдар халыҡ урап үткән”, “ҙур булмаған майҙансыҡ ташландыҡҡа әйләнгән” тип һөйләһәк, бөгөн берәү ҙә ышанмаҫ. Ҡайһы ер икән? Ҡаланың “СУ-3” биҫтәһе тураһында һүҙ бара. 12-се “Ҡарлуғас” балалар баҡсаһы төҙөлгәс, был урын танымаҫлыҡ булып үҙгәргән.

Район хакимиәте башлығы Илгиз Мөхәмәтйәнов билдә­лә­үенсә, “Ҡарлуғас” балалар ба­ҡ­саһы Башҡортостан Респуб­ликаһының төҙөлөүенә 100 йыл тулыу уңайынан төҙөләсәк объекттар исемле­генә индерелгән, объект былтыр көҙ файҙа­ланыуға тапшы­рылған. Ғөмү­мән, ҡунаҡтар ҡаланың иҫтә­лекле урындарына сәйәхәткә сыҡҡанда йөҙ ҡыҙарырлыҡ булмаһын, һәр ваҡыт күркәмлек һәм бөхтәлек бөркөлөп торорға тейеш.
Балалар баҡсаһы 260 урынға иҫәпләнгән, бөтәһе 12 төркөм эшләй. Тышта һәр береһенең үҙенең майҙансығы бар. Беҙ килгәндә тәрбиәселәр ҡыҙ һәм малайҙар менән мөғжизәгә тиң ошо ерҙә мәж килә ине.
– Бала булған ерҙә батша юҡ, тигән әйтемде күҙ уңында тотоп, төрлө уй-ниәтте тормош­ҡа ашырабыҙ, – тип һөйләй балалар баҡсаһы мөдире Юлия Затеева. – Һәр кемгә айырым ҡараш булды­рылған, ошо принциптан тайпылғаныбыҙ юҡ, шул саҡта ғына кескәйҙәр асылып китә.
Өлкән тәрбиәсе Зөбәржәт Хөсәйенова, эш пландары ме­нән таныштырғанда ата-әсә­ләрҙең, үтенесе мотлаҡ иҫәпкә алына тигән фекерҙе еткерҙе. Музыка буйынса хеҙмәткәр Гөлназ Вәлиева, педагог Оксана Борисова, педагог-психологтар Яна Хәйретдинова һәм Алина Сәләховалар ҙа уға теләктәш­лек белдерҙе.
Юғарыла әйтеүемсә, ысынлап та, хәҙер был урын төбө-тамырынан яҡшы яҡҡа үҙгәргәс, биҫтә ҡаланың иң күркәм өлө­шөнә әүерелгән. Эргәлә урын­лаш­ҡан “Ҡояшлы” паркынан ха­лыҡ өҙөлмәй, 7-се мәктәп күренеп тора.
Бында тәрбиәүи саралар йыш ойошторола. Ҡышты оҙа­тыу, яҙҙы ҡаршы алыу байрамдарына ата-әсәләрҙе лә саҡыр­ғандар. “Һәр миҙгел йәмле”, “миҙ­гелдәр бер-береһен ҡабат­ламай”, “барыһы ла матур” ти­гән­де тәрбиәсе апайҙары кес­кәйҙәрҙең күңелдәренә һеңде­рергә тырыша.
Тәрбиәселәр тәмле төшкө аш һәм татлы йоҡо алдынан балалар менән саф һауала йөрөп килә. Балалар баҡсаһы иркен ерҙә урынлашҡас, бында һәр төркөмгә уйындар ойоштороу өсөн уңай­лыҡтар етерлек. Ошо хәтлем бала-саға өсөн, әлбиттә, тәү сиратта яҡшы шарттар тыуҙы­рыу мөһим. Етәкселек ошоно күҙ уңында тотоп, уй-ниәттәрҙе тормошҡа ашыра ла инде.

Дәүләкән ҡалаһы.


Вернуться назад