Мәктәп формаһы өсөн аҡсалата компенсация27.07.2018
– Беҙ өс бала тәрбиәләйбеҙ, ҡыҙҙарыбыҙға ун бер, ете һәм өс йәш. Быйыл икенсе ҡыҙыбыҙ мәктәпкә бара. Күп балалы ғаиләләргә мәктәп формаһы һатып алыу өсөн матди ярҙам ҡаралған, тиҙәр. Ошо хаҡта тулыраҡ мәғлүмәт бирһәгеҙ ине.
Рәмзилә ОМОРҘАҠОВА.
Өфө ҡалаһы.
Башҡортостан Республикаһы Мәғариф министрлығының дөйөм мәғариф өлкәһендә дәүләт сәйәсәте бүлеге начальнигы Жанна МИНИКӘЕВА:
– Һатып алынған мәктәп формаһы йәки күнекмәләр өсөн тәғәйен балалар кейеме тупланмаһы өсөн аҡсалата компенсация алыу хоҡуғына дәүләт һәм муниципаль дөйөм белем биреү ойошмаларында уҡыусылар эйә. Ғаиләлә өс һәм унан күберәк бәлиғ булмаған (сираттағы уҡыу йылының 1 сентябренә ҡарата 18 йәше тулмаған) бала тәрбиәләнеүе, ғаилә ағзаларының йән башына уртаса килеме йәшәү минимумынан артмауы шарт. Күп балалы ғаилә статусын билдәләгәндә уллыҡҡа йәки тәрбиәгә алынған балалар ҙа иҫәпләнә.
Аҡсалата компенсация ата-әсәнең (законлы вәкилдәрҙең) береһенә ике уҡыу йылына бер тапҡыр мәктәп формаһы алыуға киткән сығым күләмендә бирелә, әммә ул Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте билдәләгән максималь күләмдән артыҡ була алмай.
Был ярҙамды алыу өсөн ата-әсә 1 октябргә тиклем бала уҡыған белем усағына кәрәкле документтарҙы тапшырырға тейеш.