Быйыл яҙ иртә килде. Мине ағайымдар тауға алып сыҡты.
Бында йыуа күп икән. Уны башҡа үлән араһынан йыйырға өйрәндем. Тәмле “һуған”ды өйгә кеҫәмә тултырып алып ҡайттым. Йыуаны айырыуса ҡарт өләсәйем яратып ашаны.
— Беҙ, һуғыш йылы балалары, йыуа, кесерткән, ҡаҡы, балтырған, һарына менән туҡланып үҫтек, — ти ул. — Ә хәҙер ашарға нимә генә юҡ! Шулай ҙа ризыҡтың ҡәҙерен белергә кәрәк.
Илнур ВӘЛИЕВ,
5-се мәктәп уҡыусыһы.
Белорет ҡалаһы