Инвалидтарҙың республика ижад йортонда әсәләргә арнап матур сара уҙғарылды. Тамашала ҡатнашҡан аҫыл зат вәкилдәренең күбеһе, күреү һәләтенән бөтөнләй мәхрүм булһа ла, тормошто яратыуы, рухи ныҡлығы менән барыбыҙҙы хайран ҡалдырырлыҡ.
Бына тигән ғаилә ҡороп, балалар үҫтергән, белем биргән оло йөрәкле әсәләрҙең сәхнәләге сығышы — үҙе батырлыҡ өлгөһө. Һәр береһе йыр-моңға, сәнғәткә ғашиҡ. Бөгөн дә улар залға йыйылған яҡындарын, балаларын сығыштары менән һөйөндөрҙө, үҙҙәренә әйтелгән маҡтау, рәхмәт һүҙҙәрен, алҡыштарҙы тулҡынланып ҡабул итте.
Ғәриплекте бер кем дә һорап алмай, уға һис көтмәгәндә-уйламағанда юлығыуың бар. Физик мөмкинлектәре сикләнгән ҡатын-ҡыҙҙың сәләмәттәрҙән һис ҡалышмай, донъяла үҙ урынын табып, сәнғәтте үҙ итеп, һәр көндән йәм табып йәшәүе бөгөн дә тамашасыларҙы һоҡландырҙы. Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре Лилиә Петухова, Винир Ахунов, йырсылар Ленар Бикмырҙин, Сергей Красноперов, Валерий Грызлин, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, шиғри күңелле Фәниә Нәбиуллина ҙур ихласлыҡ менән сығыш яһаны.
Ижад йорто көнө-төнө тигәндәй гөрләп тора. Төрлө түңәрәктәрҙә 120-нән ашыу кеше шөғөлләнә. Урыҫтарҙың “Сударушка”, “Умырзая” башҡорт ансамблдәре, хор коллективы уңышлы эшләй. Ә быйыл, балаларҙы шатландырып, бал бейеүҙәре түңәрәге асылды.
Матур концерттан һуң барлыҡ әсәләргә иҫтәлекле бүләктәр тапшырылды.
Гөлсәсәк ЗАРИПОВА,
инвалидтарҙың республика
ижад йорто директоры.