Ауыл йүнселдәренә ярҙам27.07.2018
– Беҙ ауылда йәшәйбеҙ, дүрт бала тәрбиәләйбеҙ. Ҡыҫҡартыуға эләгеп, иптәшем эшһеҙ ҡалды. Үҙ эшебеҙҙе асырға уйыбыҙ бар. Аҙ тәьмин ителгән ғаиләләргә ошо йүнәлештә матди ярҙам күр­һәтелә, тип ишеткәйнек. Шул хаҡта аңлатма бирһәгеҙ ине.

СОЛТАНОВТАР ғаиләһе.
Баймаҡ районы.


Башҡортостан Республикаһы Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығының матбуғат секретары Роза КУЗЬМЕНКО:
– Социаль килешеү нигеҙендәге адреслы социаль ярҙам аҙ тәьмин ителгән граждандарҙың айырым категорияларына күрһәтелә. Уларҙың Башҡортостан Республикаһы биләмәһендә йәшәүе һәм ғаилә ағзаларының уртаса килеме төбәктә йән башына билдәләнгән йәшәү минимумынан артмауы шарт.
Адреслы социаль ярҙамды үҙ эшеңде асыу йәки шәхси эш­ҡы­уарлыҡҡа тотоноу өсөн алырға мөмкин. Тик уға дәғүә итеүсенең быға тиклем шәхси эшҡыуар, крәҫ­тиән (фермер) хужалығы башлығы, юридик шәхес булараҡ теркәлмәүе зарур. Был ярҙам сараһы эш башлау мәлендәге ойоштороу сығымдарын ҡаплауға тәғәйенләнә һәм күләме 100 мең һумдан артыҡ була алмай.
Шулай уҡ шәхси хужалыҡ тотҡан аҙ тәьмин ителгән граждандарға мал-тыуарын ишәйтеү, ҡош-ҡорт, мал аҙығы һатып алыу, йәшел­сәселекте һәм умартасы­лыҡты үҫтереү өсөн 50 мең һумғаса адреслы ярҙам алыу мөмкинлеге бар.
Был мәсьәлә буйынса ентеклерәк мәғлүмәт алыу өсөн һәр кем Республика халыҡты социаль яҡлау үҙәгенең үҙ төбәгендәге филиалына йәки күп функциялы үҙәккә мөрәжәғәт итә ала.


Вернуться назад