Өлгөрҙәр оҙағыраҡ эшләргә тырыша27.07.2018
Ошо көндәрҙә Рәсәйҙең Дәүләт Думаһы беренсе уҡыуҙа пенсия ҡануниәтенә үҙгәрештәр ҡабул итте. Күпселек депутаттар ыңғай тауыш бирҙе. Артабан эш көҙгө сессияла дауам итәсәк.
Был темаға ҡағылышлы һорауҙар ҙа, аңлашылмаусанлыҡтар ҙа күп. Ә асығын ғына белмәйенсә, төрлө имеш-мимеш хәбәрҙәр таралыуына юл ҡуйыла. Һөҙөмтәлә кеше яңылыш мәғлүмәт ала.
Әле законға үҙгәрештәр дөйөм характерҙа ғына ҡабул ителде. Көҙгә тиклем, 18 августан 24 сентябргәсә, уға төҙәтмәләр индерелә. Тимәк, ҡайһы бер өлөштәр үҙгәрәсәк. Шулай уҡ хәрби пенсионерҙар өсөн дә яңы ҡанун әлегә ғәмәлдә булмаясаҡ, һуңғараҡ хәл ителәсәк.
Шуныһы мөһим: үҙгәрештәр һөҙөмтәһендә пенсиялар инфляциянан ике тапҡырға тиҙерәк үҫәсәк. Киләһе йылдан уҡ эшләмәгән пенсионерҙарҙың айлыҡ пособиеһы уртаса бер мең һумға артасаҡ, үҫеш тиҙлеге йылына ете процент тәшкил итәсәк, ти илдең хеҙмәт һәм социаль яҡлау министры Максим Топилин. Һөҙөмтәлә 2024 йылға уртаса пенсия күләме 20 мең һум тирәһе буласаҡ (әле ул 14,4 мең һум).
Эшһеҙлектең артыу ихтималлығын да алдан күҙаллағандар. Хеҙмәт һәм социаль яҡлау министрлығы көҙгә пенсия йәшенә етеп барған граждандарҙың һөнәрен камиллаштырыу программаһын төҙөйәсәк. Бының өсөн ил Хөкүмәте биш миллиард һум аҡса бүлергә йыйына. Сит илдән килеп эшләгән мигранттар баҙарында ла тәртип булдырыласаҡ, йәғни уларҙың һаны кәметеләсәк.
Әгәр ҙә кеше барыбер ҙә эшһеҙ ҡалды икән, ул элеккесә ике йыл алдан пенсияға сығыу хоҡуғына эйә. Был хоҡуҡ “Рәсәй Федерацияһында халыҡ мәшғүллеге” тураһындағы Закондың 32-се статьяһында билдәләнгән.
Ғәмәлдәге закон буйынса ваҡытынан алда хаҡлы ялға киткән граждандарға ла яңы үҙгәрештәр ҡағылмай. Улар түбәндәгеләр:
1. “Исемлек 1” һәм “Исемлек 2”гә ингән хәүефле һәм зарарлы хеҙмәт урындарында эшләүселәр.
2. Һаулыҡ торошо арҡылы йәки социаль сәбәптәр менән пенсия тәғәйенләнгән кешеләр:
- биш һәм унан күберәк бала табып, уларҙы һигеҙ йәшкәсә тәрбиәләгән әсәләр;
- тыумыштан инвалид булған баланы һигеҙ йәшкәсә тәрбиәләгән ата-әсәнең береһе;
- Алыҫ Төньяҡта һәм уға тиңләштерелгән урындарҙа эшләп, тейешле хеҙмәт стажы булған ике һәм күберәк бала тапҡан әсәләр;
- хәрби йәрәхәт алған инвалидтарға, күреү буйынса 1-се төркөм инвалидтары, лилипут һәм кәрлә кешеләр;
- радиация һәм техноген һәләкәттәр арҡаһында, шул иҫәптән Чернобыль атом электр станцияһында зыян күргәндәр;
- авиация, аэройыһан, һауала осоу һәм парашют-десант техникаһын ғәмәлдә һынаған осоу-һынау составында эшләгәндәр.
Ә оҙаҡ эшләгәндәр үҙҙәре нимә ти һуң? Мәҫәлән, яҙыусылар, артистар, табиптар, юғары уҡыу йорттары уҡытыусылары, ғалимдар элек тә ваҡытында хаҡлы ялға китмәне. Мәҫәлән, актер-режиссерҙарҙан Марк Захаровҡа, Александр Ширвинтд, Галина Волчек, Татьяна Доронинаға – 84, Юрий Соломин менән Сергей Юрскийға – 83, Армен Джигарханян менән Светлана Дружининаға – 82, Андрей Кончаловскийға 80 йәш. Вафат булғансы әүҙем эшмәкәрлек алып барған Олег Табаковҡа – 82, ә Владимир Зельдинға хатта 101 йәш ине!
78 йәшлек данлыҡлы кардиохирург Лео Бокерия ла: “Кеше ни хәтлем күберәк һөнәри эшмәкәрлеге менән шөғөлләнә, шул тиклем оҙағыраҡ йәшәй. Был нервы эшмәкәрлеге, күҙҙәр өсөн күнекмә бит ул”, – ти.