Оҙон сират булмаясаҡ27.07.2018
Алда торған ҙур юбилейға әҙерлек сиктәрендә иғлан ителгән “Башҡортостан Республикаһының 100 йыллығына – 100 объект” акцияһына эләккән объекттарҙың ҡайһы берҙәре төҙөлөп тапшырылды, икенселәре иһә әле төҙөлөү өҫтөндә. Ошо көндәрҙә Борай районы үҙәге Борай ауылында яңы балалар баҡсаһына нигеҙ һала башланылар.
Бинаны төҙөү буйынса аукцион июндә үткән. Унда еңеп сыҡҡан “Геострой” компанияһы эште 98 миллион 324 мең һумға баһалаған. Быйыл федераль һәм республика бюджетынан ошо маҡсатта 45 миллион һум бүленәсәк, ҡалған аҡса киләһе йылда күсереләсәк.
– Июль башында төҙөлөштө башланыҡ. Әлеге мәлдә әҙерлек бара. Урында экскаватор, “КамАЗ” машинаһы, кран, трактор кеүек техника эшләй. Бында егермегә яҡын төҙөүсе йәлеп ителәсәк. План буйынса, быйыл бинаны күтәреп, ҡыйығын ябыу бурысы тора. Киләһе йылда эске эштәргә тотонасаҡбыҙ, – ти прораб Фәнәүи Садиҡов.
Районда 14 балалар баҡсаһы бар. Уларға 862 бала йөрөй. Ауылдарҙа мәктәпкәсә тиклемге учреждениеларға сират юҡ. Әле төҙөлә башлаған балалар баҡсаһы тапшырылһа, район үҙәгендә лә был мәсьәлә хәл ителәсәк.
– Заманса шарттар тыуҙырылған, дәүләт стандарттарына яуап биргән балалар баҡсаһы буласаҡ. Объекттың тағы бер өҫтөнлөгө бар – бында һаулығы буйынса мөмкинлектәре сикләнгән балалар өсөн махсус төркөм асыласаҡ. Шуға ла икенсе ҡатҡа күтәрелеү өсөн лифт ҡуйыу ҡаралған, – ти район хакимиәтенең мәғариф бүлеге мөдире Фәрит Хузин.
95 урынға тәғәйенләнгән балалар баҡсаһын киләһе уҡыу йылына тапшырырға ниәтләйҙәр.