“Кремль” асылды27.07.2018
“Кремль” асылдыТөбәктә балалар өсөн уйын майҙансыҡтары асыу яҡшы йолаға әйләнде. Хәҙер улар ҡалала ғына түгел, ауылдарҙа ла артҡандан-арта. Район хакимиәте лә Ғаилә йылында кескәйҙәргә ҙур бүләк яһаны – Борай ауылында “Кремль” балалар майҙансығы асылды.

Район хакимиәте башлығы Борис Нурисламов, зауыҡ менән төҙөлгән заманса уйын майҙансығы өсөн рәхмәт белдереп, ошо изге эшкә өлөш индер­гән ойошма, предприятие етәкселәренә Рәхмәт хаттары тапшырҙы. Балалар баҡсаһы тәрбиәләнеүселәре, мәктәп уҡыусылары ҡунаҡтарға сағыу тамаша бүләк итте. Район мәҙәниәт йорто алдында ойошторолған концерт байрамға тағы ла йәм өҫтәне.
Балалар майҙансығын төҙөүгә Борай район хакимиәте урындағы бюджеттан 3,7 миллион һум аҡса бүлгән. Шулай уҡ “Танып”, “Башальянстрой”, “Торлаҡсы”, “Мостранстройинвест” йәмғиәттәре, “Башавтотранс” пред­прия­тиеһының Борай юл ремонтлау-төҙөлөш идаралығы, Борай электр селтәрҙәре, мәғариф һәм мәҙәниәт бүлектәре төҙөлөш материалдары, техника, эшсе ҡулдар менән ярҙам иткән. Шулай итеп, ололарҙың күмәк хеҙмәте һөҙөмтәһендә кескәй ҡыҙҙар һәм малайҙар “Кремль” тип аталған әкиәт донъяһына аяҡ баҫты.


Вернуться назад