Яҡындарым менән ғорурланам08.05.2012
Ир-егет Тыуған илен һаҡларға тейеш, тип өйрәтә беҙҙе өлкәндәр.
Минең ҡартатайҙарым Бөйөк Ватан һуғышында батырҙарса алышҡан. Беҙ тыныс йәшәһен өсөн көрәшкәндәр. Ғәйнетдин олатайым Берлинға тиклем барып етһә, ҡартатайым Хөрмәт, Ленинград блокадаһында ҡатнашып, ауыр яра алған. Ә атайым Афғанстанда хеҙмәт иткән. Яҡындарым менән сикһеҙ ғорурланам.
Регина ҒӘЛӘҮЕТДИНОВА.
Ишембай ҡалаһы


Вернуться назад