...Киләсәктә, бәлки, Искәндәр Сабитов, Артем Дидур, Никита Иванов кеүек исемдәре донъяға билдәле инженерҙарҙы ла белербеҙ. Һәр хәлдә, уларҙың бөгөнгөһө ошо хаҡта һөйләй. Запас частарҙы... касса аппаратынан робот яһаған малайҙар оҫта итеп һүтә белә. Искәндәр платаны тотоп тора, Никита ҡутара, ә Артем паяльник менән йәбештерә бара.Йәй... Каникул... Лагерь... Был һүҙҙәр балаларҙың оҙайлы ялына бәйле. Шуға һыу ингән, волейбол уйнаған, велосипедта елдергән малай һәм ҡыҙҙар күҙ алдына килә. Әммә барлыҡ лагерҙарҙың да эше тән сыныҡтырыуға ғына ҡайтып ҡалмай. Мәҫәлән, БДУ-ның Стәрлетамаҡ филиалы нигеҙендә эшләп килгән технопаркта шөғөлләнгән үҫмерҙәр аҡыл-фекер ҡеүәһен дә үҫтерә. Ғәмәлдә лагерға йөрөгән 41 бала роботтар йыйырға, уларҙы программаларға өйрәнә. Робот тигәс тә, әлбиттә, көн буйы компьютерға текәлеп ултыралар йәки деталдәр йыялар тигәнде аңлатмай. Кинәнеп уйнап та ала улар, ҡаланың мәҙәни мөхите менән дә таныша һәм, шуныһы иғтибарға лайыҡ, заводта эшләгән ағай-апайҙарҙың эшен күҙәтә. Эшсе һөнәрҙәргә ҡыҙыҡһыныу һүрелә, йәштәр уҡырға ситкә китә тип борсолабыҙ. Ошондай лагерҙар күберәк булһа, бәлки, киләсәктә был мәсьәләләр ҙә бер ни тиклем сиселер ине, миңә ҡалһа.
— Балалар бер ай шөғөлләнә, марттан уҡ ғаризалар ҡабул итә башланыҡ. Ҡаланың төрлө мәктәптәренән йөрөйҙәр, ә ике малай иһә хатта Өфөнән махсус рәүештә килде, — тип таныштыра лагерь эше менән технопарк етәксеһе Вера Анохина. – Робот яһау, программалау менән ҡыҙыҡһынған һәр кемде ҡабул итәбеҙ.
Шуныһын да билдәләргә кәрәк: дүрт тиҫтәгә яҡын шөғөлләнеүсенең дүртеһе – ҡыҙҙар. Улар ҙа малайҙарҙан ҡалышмай робот яһай, төрлөсә һынап ҡарай. Ғөмүмән, лагерь — тәжрибә майҙансығы. Юҡҡа ғына Вика Трофимова менән Виктория Гусятникова: “Киләсәктә программалаусы буласаҡбыҙ”, — тимәйҙер.
Бында, етәкселәре әйтмешләй, техника тип күҙҙәре янып торған балалар йыйылған. Үҫкәс, спорт лагерында шөғөлләнгәндәрҙән тик спортсылар сыҡмаған кеүек, һәммәһе лә робот яһаусы булмаҫ. Уның ҡарауы, мәҫәлән, хәҙер ҡайһы бер автомобилдәрҙә Гагариндың Йыһанға осҡан карабына ҡарағанда ла күберәк электроника булыуын иҫәпкә алғанда, бындай лагерҙарҙың әһәмиәте ҙур. Һәр хәлдә, ҙур асыштар нәҡ ошондай мауығыуҙарҙан башлана түгелме ни?!
...Касса аппараты хәҙер үҙ вазифаһын үтәй алмаҫ инде, уның ҡарауы, өс дуҫ ана нисек ҡыуана: үҙҙәренең тәүге роботтары йөрөп китте бит!