“Мин – аҫаба башҡорт”27.07.2018
Һамар өлкәһе уҙаманы Сынтимер Ғарифов шулай ти

“Мин – аҫаба башҡорт”Икһеҙ-сикһеҙ даланы иңләп һалмаҡ ҡына аҡҡан Ырғыҙ һәм Кәрәлек йылғалары буйында урынлашҡан ете башҡорт ауылына мәшһүр шағирыбыҙ Рәми Ғарипов уҙған быуаттың 70-се йылдарында бер шиғырын бағышлағайны. Уны әҫәрләндергән бәрәкәтле ерҙә тыуып үҫеп, артабан тыуған төйәген һәм Башҡортостанды данлаған күренекле дәүләт эшмәкәрҙәре, яҙыусылар һәм ғалимдарҙы һанап сығыу ғына ла ни тора: Харис Йомағолов, Ғөбәй Дәүләтшин, Һәҙиә Дәүләтшина, Рәшит Ниғмәти, Бәшәр Хәсән, Ғәббәс Дәүләтшин, Фатима Мостафина һ.б.


Кем һуң ул?

Бөйөк заттарыбыҙҙың вариҫтары уларҙың намыҫына тап төшөрмәй. Заманында урыҫ әҙәбиәте классигы Лев Толстой килеп ҡымыҙ менән дауаланған ҡөҙрәтле ергә тоғролоҡ һаҡлаған за­ман­даштарыбыҙ әҙ түгел. С. Л. Ғарифов, С.Н. Вилданов, Ғ.В. Һәүгәнов, М.Б. Мәм­бәтов кеүек ир-уҙамандар хужа тойғоһо менән үҙ ерендә ныҡлы баҫып йөрөй, ошо төбәктә быуаттар буйы ғүмер иткән башҡорт халҡының социаль-иҡтисади, рухи-мәҙәни тормошон байытыуға үҙ өлөшөн индерә.
Беренселәрҙән булып телгә алынған шәхесте Башҡортостанда бик белеп етмәһәләр ҙә (дөрөҫ, ул – артистары­быҙҙың яҡын дуҫы), Сынтимер Латиф улы Ғарифовты Һамар тарафында йәшәгән башҡорттарҙың “визит карточка­һы” тип нарыҡларға мөмкин. Был яҡтарҙа уны белмәгән, хөрмәт итмәгән, маҡтап телгә алмаған кеше юҡ кеүек. Ниндәй һөнәр эйәһе ул, ниҙәр атҡарып абруй ҡаҙанған һуң, тиерһегеҙ. Яуабым ябай: ул – хужалыҡ етәксеһе, һөнәре буйынса – ветеринария табибы.
Кәрәлек буйында урынлашҡан Моратша ауылында 1948 йылдың йәмле йәй көнөндә күп балалы ғаиләлә тыуып үҫә Сынтимер. Атаһы Латиф Вахит улы — колхоз рәйесе, инәһе (ул яҡта әсәйҙе шулай тиҙәр) ябай колхозсы була. Һигеҙ йыллыҡ мәктәпте тамамлаған үҫмер хужалыҡ биргән йүнәлтмә буйынса зооветеринария техникумына уҡырға керә. Өсөнсө курста уҡып йөрөгәндә мыҡты кәүҙәле, физик йәһәттән таҙа егетте әрме хеҙмәтенә саҡыралар. Шуныһын да әйтеп китеү фарыздыр: Минскиҙа уға бөгөнгө Беларусь иленең президенты Александр Лукашенко менән бер часта хеҙмәт итергә насип була.
Армиянан әйләнеп ҡайтыу менән Сынтимер техникумда уҡыуын дауам итә һәм, ҡулына диплом алғас, “Южный” совхозына эшкә урынлаша. Башта тыуған ауылында ветеринария фельдшеры булып эшләй, ике йылдан һуң дәрте ташып торған булдыҡлы егеткә 3-сө бүлексә идарасыһы вазифаһын ышанып тапшыралар. Өс йылдан инде ул совхоздың баш ветеринар табибы булып китә.

Атанан күргән — уҡ юнған

Саратов дәүләт зооветеринария институтын ситтән тороп тамамлаған белгесте, ойоштороу һәләтенә эйә булыуын һәм сәйәси-ижтимағи мәсьәләләрҙе төплө белеүен иҫәпкә алып, 1979 йылда хужалыҡтың партия комитеты секретары итеп һайлап ҡуялар.
Партияның район комитеты тәҡдиме менән 1983 йылда Сынтимер Ғарифов “Россия” колхозы рәйесе итеп һайлана, ә инде өс йылдан үҙе ҡанат нығытҡан “Южный” совхозына етәкселек итә башлай. Атанан күргән — уҡ юнған, әсәнән күргән — тун бескән, тип юҡҡа әйтмәгән боронғолар. Йылдар үткәс, Сынтимергә лә атаһы кеүек бына шулай хужалыҡ рәйесе булып китергә насип итә.
Ир аҫылы эштә беленә, тиҙәр. 32 мең гектарҙан ашыу һөрөнтө ере булған эре хужалыҡ районда ғына түгел, тотош Һа­мар өлкәһендә игенселек һәм мал­сылыҡ продукцияһы етештереү буйынса дан ҡаҙана. Юғары хеҙмәт күр­һәткес­тәренә өлгәшкән совхоз, социалистик хеҙмәт алдынғыһы булараҡ, бер нисә тапҡыр күсмә Ҡыҙыл байраҡ һәм башҡа бүләк­тәргә лайыҡ була. Ялан батырҙары һәм ферма эшсәндәре иһә орден-миҙалдар, Маҡтау грамоталары, шифа­ханаларға юлламалар менән бүләкләнә. Оло Глущица районының “Южный” совхозы директоры булып 20 йыл эшләп, артабан ошо хужалыҡ ерлегендә бар­лыҡҡа килгән ауыл хужалығы кооперативына етәкселек итә Сынтимер Латиф улы.
Уны ысын мәғәнәһендә Ер кешеһе тип әйтеп була. Сынтимер Ғарифов өсөн ер барыһы ла: ғүмерлек яҙмышы ла, йәшәү рәүеше лә, ҡыуаныс-бәхете лә. Иң мөһиме шул: тонналап ит-һөт етеш­­тереп, мул иген үҫтереп, ил халҡын ту­йындырыу өсөн ғәйәт ҙур көс һала, бихисап кешене эшле лә, ашлы ла итә ул.

Ил-ғәм хәстәре менән

Ысын ир ер мәшәҡәте менән генә түгел, ил-ғәм хәстәре менән дә йәшәй. Уҙған быуаттың 90-сы йылдарында уҡ Сынтимер уҙаман ең һыҙғанып йәмәғәт эшенә тотоноп китә. Бына өс тиҫтә йыл самаһы халҡыбыҙҙың рухи-мәҙәни тормошон байытыуға, милли аңын үҫтереүгә тос өлөш индерә ул. Һамар өлкәһенең башҡорт ауылдарында милли мәҙәниәт­те, ғөрөф-ғәҙәттәрҙе һаҡлап ҡалыу, мәктәптәрҙә башҡорт телен уҡытыу, халыҡ йыйындары, “Ҡарға бутҡаһы” кеүек байрамдар ойоштороу — һәр саҡ уның иғтибар үҙәгендә.
Әүҙем йәмәғәт эшмәкәре булараҡ, яҡташтары уны I һәм II Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайына делегат итеп һайланы. Ҙур тәьҫораттар менән әйлә­неп ҡайтҡас, Ҡоролтайҙың ҡарарҙарын тор­мошҡа ашырыу маҡсатында, фекер­ҙәш­тәре менән урындағы башҡорт ҡорол­тайын төҙөүгә өлгәшә. Һөҙөмтәлә уның тырышлығы менән Һамар өлкә­һендә, атап әйткәндә, Ырғыҙ-Кәрәлек буйында милли хәрәкәт яңы һулыш ала.
— Сынтимер Латиф улы – ысын мәғәнәһендә халыҡ улы, — тип һөйләй уның тураһында яҡташы, йәмәғәт эшмәкәре Ғәбделхәй Ғәзиз улы Усманов. — Заманында хужалыҡ эшсәндәренә бик күп йорттар төҙөп бирҙе, район үҙәгенән йыраҡта урынлашҡан Моратша һәм Ташбулат ауылдарына асфальт юл түшәт­тер­ҙе, газ индерҙе. Тыуған ауылы Морат­шала мәсет төҙөттө, яңыраҡ тимер ҡойма менән зыяратты кәртәләтеп алды. Был тиклем оло хәстәрлеге өсөн яҡташтары Сынтимер ағайға рәхмәт уҡып туя алмай. Башҡортостандан килгән артистарҙы ҡаршы алыу, яҡын-тирәләге башҡорт ауылдарында концерт ойоштороуҙа ярҙам күрһәтеү, улар тураһында хәстәр­лек күреү менән дә ихлас шөғөлләнә. Бик кешелекле, илтифатлы кеше ул, башҡорт өсөн йәнен бирергә әҙер...
Кем менән генә һөйләшмә, Һамар башҡорттарының фекере бер: Сынтимер – рухлы ысын ир, милләт таянысы, юғары мәҙәниәтле кеше, ауыр саҡта ярҙам ҡулы һуҙған йомарт етәксе. Ауылдаштары, райондаштары ғына түгел, Һамар өлкәһе етәкселеге лә уны тәрән ихтирам итә. Күркәм юбилейы айҡанлы өлкә губернаторы уға шәхсән ҡотлау хаты ебәргән, ә инде төрлө министрлыҡ һәм ойошма вәкилдәренең уны күккә күтәреп маҡтауы һис тә шапырыныу итеп ҡабул ителмәй. Киреһенсә, фиҙакәр хеҙмәте һәм күркәм холҡо менән хөрмәт ҡаҙанған хужалыҡ һәм йәмәғәт эшмәкәре беҙҙә, милләт­тәш­тәрендә, икеләтә ғорурлыҡ хисе тыуҙыра. Эйе, бар ул, бар бөгөн дә башҡорттоң бынамын тигән дан ирҙәре!

Ергә эйелгәнде ер күтәрә

Йәшем 70-кә етте инде, ял итергә лә ваҡыт, тип һис тә өйҙә ҡул ҡаушырып ултырырға йыйынмай Сынтимер Латиф улы. Ярһыу ғүмер аты илем, ерем, телем тип һаман да алға юрғалай бирә. Бөгөн дә ул ер эшендә – элекке “Южный” совхозы нигеҙендә төҙөлгән “Агро-Инвест” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенең генераль директоры вазифаһын башҡара.
Ауыл хужалығы һәм мәғариф өлкә­ләрендәге ярты быуатҡа һуҙылған ҙур хеҙмәттәре өсөн Сынтимер Латиф улы Ғарифов юғары дәүләт наградаларына лайыҡ була. Ул – Рәсәй Федерация­һы­ның атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәт­кәре, Рәсәйҙең һәм Башҡортос­тандың халыҡ мәғарифы алдынғыһы. Бынан тыш, Һа­мар башҡорттарының рухи-мәҙәни үҫе­шенә ҙур өлөш индергәне, ике төбәк ара­һында уңышлы хеҙмәттәш­лек урын­лаштырғаны өсөн 2002 йылда тынғыһыҙ етәксе һәм йәмәғәт эшмәкә­ренә респуб­ликабыҙҙың иң юғары наградаһы — Почет грамотаһы тапшырыла. Бөтә донъя башҡорттары ҡорол­тайҙарының ҡарарҙа­рын бойомға ашы­рыуға – өлкә биләмә­һендә ғүмер иткән башҡорт халҡының тормош-көнкүреш шарттарын яҡшыртыу­ға, уның йолаларын, ғөрөф-ғәҙәттәрен һаҡлап ҡалыуға һәм йәштәрҙә милли рух тәрбиәләүгә тос өлөш индергәне өсөн Сынтимер Латиф улы Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитетының иң юғары наградалары – “Ал да нур сәс хал­ҡыңа” миҙалы һәм Маҡтау гра­мотаһы менән бүләкләнде.
Сынтимер Ғарифов — булдыҡлы хужалыҡ етәксеһе лә, әүҙем йәмәғәт эшмәкәре лә, бәхетле ир, атай һәм олатай ҙа. Хәләл ефете Сәлимә Зиннәт ҡыҙы менән Римма һәм Радик исемле аҡыллы, тәүфиҡлы балалар тәрбиәләп үҫтерҙе­ләр. Улар ғына түгел, һөйөклө ейән-ейән­сәрҙәре лә үҙҙәренең уңыш-ҡаҙа­ныштары менән ҡыуандырып тора. Ошо үҙе үк оло бәхет түгелме ни?!
— Мин – аҫаба башҡорт. Был ерҙәр беҙгә ата-бабаларҙан мираҫ булып ҡалған. Барыбыҙ ҙа матур тормош эҙләп ҡалаларға ҡасып бөтһәк, төп байлығы­быҙҙан мәхрүм ҡаласаҡбыҙ — ерҙәре­беҙгә үҙебеҙ хужа булайыҡ. Бөгөн улым менән кейәүемдең үҙем кеүек ерҙә эшләп йөрөүе — минең өсөн иң ҙур ҡыуаныс. Ер­гә эйелгәнде ер күтәрә бит ул, — ти бар ғүмерен тыуған төйәгенә, үҙ халҡына арнаған арҙаҡлы милләттәшебеҙ Сынтимер Ғарифов.

Һамар өлкәһе.


Вернуться назад