Кинолағы мажара27.07.2018
Бала саҡ, йәшлек йылдарында ауылда кино күрһәткән миҙгелдәрҙе кем генә хәтерләмәй икән?! Хәҙер киноға йөрөүҙәрҙе телевизор, интернет алмаштырҙы, ә шулай ҙа хәтирәләр һаман да күңелде йылыта. Уларҙың береһе менән уртаҡлашырға булдым.
Беҙҙең өй клубтан йыраҡ түгел. Ә клуб тигән бина ғәйәт ҙур, тик тәҙрәләре генә бер яҡта урынлашҡан. Улар алтау, барыһы ла бик ҙур. Таҡта ишектән инәһең, шунан оҙон солан ҡаршы ала. Ишек алдында билет һаталар. Билет – ул бик ҡәҙерле ҡағыҙ киҫәге, тик кино бөткәс, уның кәрәге ҡалмай.
Клуб яҡын булғас, киноны мин гел бушлай ҡарайым. Бушлай тип, бының өсөн гел одеял йәки балаҫ алып барам үҙем менән. Нәҡ улар бушлай ҡарарға ярҙам итә лә инде. Ни өсөн тигәндә, ҙур тәҙрәләрҙе балаҫ менән ҡапларға кәрәк, шунан клуб эсе ҡараңғылана.
Клубтың төкәтмәһе бар, уны “кинобудка” тип йөрөтәләр. Шуның кескәй тәҙрәһенән яҡты атылып сыға ла сәхнәләге ап-аҡ сепрәккә төшә, унда һүрәттәр барлыҡҡа килә. Ошо һүрәттәр кино була ла инде.
Кино аҙнаһына бер йәки ике тапҡыр килә. Уның буласағын белдереп, магазин ишегенә ҙур ҡағыҙ яҙып эләләр. Әлегә мин яйлап ижекләп уҡыйым, белдереүҙе уҡый беләм.
Фильм ҡарарға бар халыҡ әҙерләнә. Тәүҙә беҙгә, йәғни бала-саға өсөн кино була, кис, ҡараңғы төшкәс, ололарға күрһәтәләр. Кино килгән һайын Ғәйзулла бабай гел: “Нумый (немой) түгелме икән?” — тип һорар ине. Был һорауын аңламай инем мин ул саҡта. Тышта дөрөлдәүек дөрөлдәһә, кино башланды тигәнде аңлата. Мин шунда уҡ ҡултыҡ аҫтына балаҫты ҡыҫтырып, клубҡа йүгерәм...
Бөгөн уны Үәскә күрһәтә икән. Юрка менән Үәскә алмашлап йөрөй шулай. Миңә Үәскә “үт” тип ишараланы, ә Тимерҙе (Тимерғәле) ҡулынан тотҡан да үткәрмәй тора.
– Өс тин? Был аҡсаға бит һин бер күҙеңдең яртыһы менән генә ҡарарға тейешһең, – тип минең дуҫтан көлөп маташа.
– Нимә булды, Тимер, ниңә илайһың? — тип һорайым.
– Ике тинемде юғалттым, өс тингә Үәскә индермәй, – тип яуапланы Тимер, мышҡылдап.
– Мә, минең ике тинем бар, әйҙә, инәйек тә йәһәтерәк урын алайыҡ, – тип инергә уйлаһам, Үәскә риза булманы ла ҡуйҙы.
– Үәскә, тағы нимә булды? – тим.
– Уның күҙе ҙур, киноны ныҡ ҡарай, – тип киреләнә.
Тимерҙең күҙҙәре, ысынлап та, ҙур, матур шул. Минең асыуым килде, телләшә башланым.
– Һинең танауың да, ҡолағың да ҙур, – тип ҡолаҡтарына, ҡыярға оҡшаған танауына ишаралап, тағы ла нимәлер әйтәм тип ауыҙымды асыуым булды, ул минең ҡолағымдан эләктереп тә алды. Мин ауыртыуҙан түҙмәй, ҡысҡырып ебәрҙем хатта. Ярай әле дуҫым Тимер аптырап торманы – уның бармағын тешләп алды. Ул ҡулын ысҡындырғас та ҡолағымды тотҡан килеш солан буйлап йүгерҙем. Артымдан Үәскә ҡыуалай, ҡулымдағы балаҫымды тотто тигәндә генә битенә бәрҙем дә ишеккә ынтылдым һәм кемгәлер килеп бәрелдем.
Был Фәнил ағайым булып сыҡты. Ул беҙгә нәҫел тейешле, ауылда уны иң ҙур кеше тиҙәр. Үәскәнең танауы, Тимерҙең күҙе ҙур булһа, ә бына Фәнил ағайҙың ҡулдары ҙур. Уның өс литрлы банканы бер ҡулы менән генә тотоп айран эскәнен үҙ күҙҙәрем менән күрҙем, валлаһи. Ә миңә стаканды ике ҡуллап тотоп эсергә кәрәк. Вәт унда ҡул, исмаһам! Ул мине һыңар ҡулы менән генә күтәреп алды ла нимә булғанын һорашты. Мин ҡолағымды ыуа-ыуа барыһын да түкмәй-сәсмәй һөйләп бирҙем. Ағайым миңә сығып торорға ҡушты.
Күп тә үтмәне, ул Тимер менән икебеҙҙе саҡырып алды ла киноға инергә ҡушты. Был хәлдән һуң Үәскә кино күрһәткәндә байтаҡ ҡына бушлай инеп йөрөнөк. Ул килмәй торһа, ауырып киттеме икән, тип ҡурҡа һәм уны һағынып көтә инек...
Ҡырмыҫҡалы районы.