“Томан” тарала27.07.2018
Бөйөк Ватан һуғышының күп ҡаһармандарының батырлығы, ваҡиғалар айышы билдәһеҙ ҡала бара, ләкин ҡайһы бер мәлдәр асыҡлана, халыҡ иғтибарына еткерелә тора. Был башҡорт халҡының легендар улы гвардия генерал-майоры Миңлеғәле Шайморатовтың яҙмышына ла ҡағыла.

СССР Юғары Советы Прзидиумының 1944 йылғы Указы менән “Мәскәүҙе обороналаған өсөн” миҙалы раҫлана. Уның менән беренсе тапҡыр 1944 йылдың 20 июнендә 1 миллион 28 мең 600 кешене наградлайҙар. Исемлектә тәүгеләр рәтендә М. Шайморатов та бар. Был баһаға ул 1941 йылдың көҙөндә Мәскәү янындағы һуғышта күрһәткән ҡаһарман­лығы өсөн лайыҡ була. Ләкин наградлау тураһындағы ҡарар генерал рәсми рәүештә билдәһеҙ юғалғандар исем­легенә эләккәндән һуң ҡабул ителгән.
Ошо хәл үҙе үк генерал Шайморатов тирәһендә төрлө насар уйҙырмалар таратыу­ҙарын күрһәтеп тора. Бөйөк Ватан һуғышы миҙалдарының статусында шулай тип яҙыл­ған: “Наградланыусы һәләк була ҡалғанда, миҙал таныт­маһы менән бергә уның ғаилә­һенә иҫтәлек итеп һаҡлау өсөн тапшырыла”. Ә ни өсөн уны ғаиләһенә тапшырмағандар һәм хатта хәбәр ҙә итмә­гәндәр?
Миңлеғәле Шайморатовтың – 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһын ойошторған һәм етәкселек иткән (артабан тап уның командалығы осоронда 16-сы гвардия дивизияһына әйләнгән) ҡаһармандың – үлеменән һуңғы хәрби легендаһы бик ҡатмарлы. Дәһшәтле яуҙарҙан һуң тиҫтәләрсә йыл үткәс тә халҡыбыҙҙы шул уҡ һорау борсой: ни өсөн генерал Шайморатовтың батырлығына ғәҙел баһа һаман да юҡ?
1941 йылдың 20-21 октябрендә Мәскәү өлкәһе Можайск районында “Костриков” системаһы” батареялары (“Катюша”) һәм уларҙың транспортланыусы хәрби запасы ҡамауға эләгә. Уны дошман ҡулына ҡалдырыу һис тә ярамаған. Батареяны ҡот­ҡарыу өсөн Миңлеғәле Шайморатов етәкселегендәге 1-се махсус кавалерия полкын ебәрәләр. Был операцияны уңышлы башҡарып сыҡҡан өсөн Шайморатов 1941 йыл­дың 24 ноябрендә Хәрби Ҡыҙыл Байраҡ орденына тәҡдим ителә. Ләкин наградлау тураһындағы мәғлүмәтте 151-се мотоуҡсылар бри­гадаһы (ул мәлдә полк ошо бригада составында була) штабында “юғалталар”. Шул арҡала ул бүләкләү тураһындағы әмергә эләкмәй ҡала.


Вернуться назад