Ағас эшкәртеүгә – яңыса ҡараш25.07.2018
Ағас эшкәртеүгә – яңыса ҡарашБашҡортостан Хөкүмәтенең Президиум ултырышында “Ағас эшкәртеү һөҙөмтәлелеген арттырыу” проекты раҫланды.

– Төп маҡсат – республиканың ағас эшкәртеү предприятиеларында сеймал әҙерләү һәм уны эшкәртеү күләмен арттырыу, – тип билдәләне урман хужалығы министры Марат Шәрәфетдинов. – Бының өсөн урман хужалыҡтарын заманса техника менән тәьмин итеү зарур.
Министр билдәләүенсә, әлеге саралар ярҙамында республикала ағас етештереү күләмен 40 процентҡаса арттырырға мөмкин. Проектты ғәмәлгә ашырыу өсөн республика бюджетынан 320 миллион һум аҡса бүлеү ҡаралған. Яңы техника ярҙамында ағас әҙерләү күләме 250 мең кубометрға тиклем артасаҡ, һөҙөмтәлә урман хужалыҡтары йылына 257 миллион һум өҫтәмә табыш аласаҡ, тип күҙаллана.


Вернуться назад