Көн болоҡһоу, ямғырлап тора, һалҡынса, әммә байрам сараһына ашығыусы ветерандар уны тоймай ҙа. Алты тиҫтә йылдан ашыу элек илебеҙ халҡы был көндө сарсап көтөп алған кеүек, беҙ ҙә яҡынлашып килгән һағышлы ла, шатлыҡлы ла Еңеү байрамын ҡаршылайбыҙ.
Конгресс-холда Еңеү көнөнә арналған тантаналы йыйылыш күтәренке рухта уҙҙы. Унда Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов, Дәүләт Йыйылышы —
Ҡоролтай Рәйесе Константин Толкачев, Хөкүмәт Премьер-министры Азамат Илембәтов, Хөкүмәт ағзалары, депутаттар, һуғыш ветерандары, дәүләт, йәмәғәт эшмәкәрҙәре, дин әһелдәре, милли-мәҙәни ойошмалар етәкселәре ҡатнашыуы оло быуынға тәрән ихтирам күрһәтеү тип ҡабул ителде.
Ҡунаҡтарҙы, дәртле, алыҫ йылдар шаңдауын ишеттергән моң-көйҙәр яңғыратып, хәрби оркестр ҡаршыланы. Ә фойелағы һуғыш осорон һүрәтләгән фотолар, китаптар күргәҙмәһе шанлы йылдарға ҡайтарҙы.
– Беҙҙең өсөн Еңеү көнө – 9 Майҙан да бөйөгөрәк, билдәлерәк дата юҡ. Илебеҙ халҡы яуыз, мәкерле дошманға ҡаршы тиңдәшһеҙ алышҡа күтәрелде һәм еңеп сыҡты. Бөйөк Еңеү өсөн көрәш фронтта ла, тәрән тылда ла барҙы. Һеҙгә, ветерандар, оло рәхмәтебеҙҙе, ихтирамыбыҙҙы белдерәбеҙ! Һеҙҙең алда, яуҙа һәм һуғыштан ҡайтып вафат булғандарҙың рухы алдында баш эйәбеҙ, – тине үҙенең ҡотлау телмәрендә Башҡортостан Президенты.
Бөйөк Еңеүҙең 67 йыллығына арналған тантана сәнғәт оҫталарының сағыу концерты менән тамамланды.
Фаил Ҡылысбаев.