Мөхитте тәбиғәт тыуҙырған. Ә кеше уны һаҡлай алырмы?25.07.2018
Экология буйынса бөтә мәғлүмәттәр халыҡҡа ваҡытында еткерелеп барырға тейеш
Бөтә донъяла тирә-яҡ мөхитте ҡурсалау мәсьәләһе йылдан-йыл ҡырҡыулаша. Бер яҡтан, барлыҡ дәүләттәр ҙә етештереү тиҙлеген арттырырға, сифатты яҡшыртыу өсөн тағы сығым һәм материалдар тотонорға ынтылһа, икенсе яҡтан, тәбиғи ресурстар сикһеҙ түгел. Был хәрәкәт бер юлы кешенең тәбиғәттән ситләшеүе, шул арҡала сәләмәтлеге насарайыуы менән бергә бара. Күптән түгел Ҡулланыусылар хоҡуғын һәм кеше именлеген яҡлау буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы идаралығы 2017 йылда Рәсәй халҡының санитар-эпидемиологик хәле буйынса дәүләт докладына беҙҙең республика буйынса материалдар әҙерләне, мәғлүмәттәргә бай был документ тәбиғи мөхиттең торошон һәм уның кешегә тәьҫирен асыҡ күрһәтә.
“Роспотребнадзор” нимә тикшерә?
Беҙ төрлө матбуғат сараларында “Роспотребнадзор” тикшерҙе” тигән һүҙҙәрҙе йыш осратабыҙ. Уның эшмәкәрлек йүнәлеше – халыҡтың санитар-эпидемиологик именлеген тәьмин итеү, ҡулланыусылар хоҡуғын йоғонтоло яҡлау, күҙәтеү эшмәкәрлеген һөҙөмтәлерәк итә барыу, дәүләт хеҙмәтләндереүен халыҡҡа яҡыныраҡ итеү, мәғлүмәт яғынан асыҡлыҡты киңәйтеү. Һуңғы йылдарҙа төрлө хужалыҡ итеү ойошмаларын, белеүебеҙсә, һәр төрлө кәрәккән-кәрәкмәгән тикшереүҙәр һаны ҡырҡа аҙайтылды. Был шарттарҙа халыҡтың сәләмәтлегенә кире факторҙарҙың йоғонтоһо көсәймәһен өсөн ошо органдарға тырышлыҡты арттырырға тура килә.
Былтыр “Роспотребнадзор”ҙың Башҡортостан идаралығы белгестәренең ойошмалар һәм эшҡыуарҙарҙы тикшереү осраҡтары, 2016 йыл менән сағыштырғанда, 13 процентҡа аҙайған. Шул уҡ ваҡытта планда ҡаралған, йәғни алдан билдәләнгән тикшереүҙәр һаны 6,4 процентҡа күберәк булған. Был иһә хужалыҡ субъекттары өсөн дә, тикшереү органдарына ла хеҙмәт һәм финанс ресурстарын һаҡсылыраҡ тотонорға булышлыҡ итә.
Йоғошло сирҙәрҙең таралыуына юл ҡуймау – әлбиттә, иң тәүге һәм даими иғтибар талап иткән өлкә. Сирләү кимәле 35 ауырыу төрө буйынса үлсәнә, шуның 14-е буйынса кәмеү күҙәтелгән. Былтыр дифтерия менән ҡыҙамыҡ ауырыуҙары бөтөнләй теркәлмәгән. Киҫкен В гепатиты буйынса планлы күрһәткес 100 мең кешегә 0,7 булһа, ғәмәлдә ул 0,52-нән уҙмаған.
Халыҡты грипҡа ҡаршы прививкаға йәлеп итеү, 2016 йыл менән сағыштырғанда, 2,1 процентҡа артҡан һәм 41,8 процент тәшкил иткән. Хәүефле төркөмгә, йәғни грипп сире башланырға ғына торған кешеләргә прививка яһау ошо төркөмдөң 91 процентына еткерелгән. ВИЧ-инфекция эләктереү ихтималлығы ҙур булған төркөмдәрҙә иҫкәртеү эше артҡан: былтыр ундайҙарҙың 74 проценты күҙәтеүҙә булған һәм 44 проценты дауаланған.
Балалар һәм үҫмерҙәрҙең санитар-эпидемиологик именлеген тәьмин итеү – элеккесә “Роспотребсоюз”дың мөһим эш йүнәлештәренең береһе. Шул иҫәптән – уларҙың йәйге ял урындарында. Былтырғы йәйге каникул осоронда ял ойошмаларында һауыҡтырылған балалар өлөшө 2016 йылғы кимәлдә һаҡланған – 91 процент тәшкил иткән. Мәктәптәрҙә балаларҙың 90 проценты былтыр йылы аш менән тәьмин ителгән, шул иҫәптән – башланғыс класс балаларының 97 проценты.
Иң мөһиме — хәүефһеҙлек
Хәүефһеҙлек талаптарына яуап биргән эсәр һыу менән тәьмин ителеш әлеге мәлдә Башҡортостан халҡының 92 процентына етә. Былтыр үҙәкләштерелгән үткәргестәрҙәге һыуҙың сифаты яҡшырҙы: уның гигиена талаптарына яуап бирмәгән өлөшө санитар-химик күрһәткестәр буйынса 18 проценттан 10 процентҡа һәм микробиологик күрһәткестәр буйынса 8,5-тән 3,1 процентҡа төштө. Был мониторинг республиканың 23 ҡалаһы һәм районында үткәрелә. Һыуҙың гигиеник талаптарға яуап бирмәгән осраҡтарының төп сәбәптәре – унда тимер, марганец, ауыр тоҙҙарҙың тейешле концентрациянан күберәк булыуы. Һыу ятҡылыҡтарында кешенең хужалыҡ эшмәкәрлеге арҡаһында нитраттың кәрәгенән артыуы йыш осрай.
Кешенең ниндәй мөхиттә йәшәүе уның фатир шарттарына ла бәйле. 2012—2017 йылдарҙа торлаҡтың һыу үткәргесе булмаған өлөшө 32 проценттан 18 процентҡа тиклем аҙайҙы. Шулай ҙа Бөрйән, Йылайыр, Баймаҡ, Борай, Иглин, Саҡмағош, Мишкә, Архангел, Учалы райондарында һыу үткәргес менән йыһазландырылмаған йорттар күп әле.
Һауаның сифатын республикала 47 пунктта күҙәтеп (тикшереп) торалар. Мониторинг даими үткәрелгән административ биләмәләр һаны, 2013 йыл менән сағыштырғанда, 24-тән 20-гә ҡалған. Иң бысраҡ һауа былтыр биш ҡалала теркәлгән – Өфөлә, Стәрлетамаҡта, Благовещенда, Салауатта һәм Туймазыла. Ошо биләмәләрҙә айырыуса этилбензол, азот диоксиды һәм аммиак миҡдары күп икән. Ауыр металдарҙың, фторлы ҡушымталарҙың һәм хлорҙың рөхсәт ителгән концентрациянан артығыраҡ булыуы теркәлмәгән. Һауаны төп бысратыусылар – элеккесә, Өфө, Стәрлетамаҡ һәм Салауат ҡалаларының химия предприятиелары.
Тупраҡтың сифаты республиканың 18 биләмәһендәге махсус урындарҙа билдәләнә. Төп хәстәрлек – һигеҙ химик матдәнең миҡдарын асыҡлау: бенз(а)пирен, кадмий, баҡыр, мышьяк, никель, терегөмөш, ҡурғаш, цинк. Шулай уҡ биологик һәм микробиологик организмдар, радиологик күрһәткестәр ҙә асыҡлана. Был төр контроль менән республика халҡының 46 проценты солғап алынған. Ошо сара иң мөһим хәүефһеҙлек ҡағиҙәләренә инә, сөнки тупраҡ аша ағыулы матдәләрҙең аҙыҡ-түлеккә эләгеүе лә ихтимал. Республиканың төрлө райондарында былтыр тупраҡтан алынған өлгөләргә 1 494 тикшереү үткәрелгән. Шул иҫәптән 14 мәктәп биләмәһенән дә өлгө алғандар.
Башҡортостан халҡының төп сәбәптәр буйынса үлем структураһы:
Аш һеңдереү ағзалары сирҙәре 4%. Тышҡы сәбәптәр 10,7%. Башҡа сәбәптәр 21,4%. Йоғошло сирҙәр 1,3%. Яман шеш 11,2%. Нерв системаһы сирҙәре 1,2%. Тын юлы сирҙәре 4,7%. Ҡан әйләнеше системаһы сирҙәре 45,4%.
Аш һеңдереү ағзалары сирҙәре 4,9%. Тышҡы сәбәптәр 8,9%. Башҡа сәбәптәр 12,5%. Йоғошло сирҙәр 1,8%. Яман шеш 14,5%. Нерв системаһы сирҙәре 11%. Тын юлы сирҙәре 5,6%. Ҡан әйләнеше системаһы сирҙәре 40,8%.
Башҡортостан халҡының сәләмәтлек торошон тикшереү күрһәткәнсә, Бөтә донъя һаулыҡ һаҡлау ойошмаһы классификацияһына ярашлы булдырылған дүрт хәүеф төркөмөнән (йәшәү рәүеше, йәшәү мөхите, нәҫел, медицина-санитар хеҙмәтләндереүенең сифаты) республикабыҙ ҡалаларында йәшәгәндәрҙең сәләмәтлегенә, нигеҙҙә, йәшәү рәүеше менән мөхите йоғонто яһай, ә ауыл халҡы өсөн ошо шарттарға медицина хеҙмәтләндереүенең сифаты ла өҫтәлә.
Былтыр үткәрелгән лаборатор тикшереү беҙҙең төбәктә үҙәкләштерелгән системаларҙағы эсәр һыуҙа, тупраҡта, аҙыҡ-түлектә, аҙыҡ етештереүҙә ҡулланылған сеймалда юғары кимәлдәге бысраныуҙы асыҡламаны. Шул уҡ ваҡытта айырым проблемалар көнүҙәк булыуын дауам итә:
– һауанан алынған өлгөләрҙә гигиеник яҡтан рөхсәт ителгән кимәлде ике тапҡырҙан алып биш тапҡырғаса уҙып киткән осраҡтарҙың күбәйеүе;
– һауаның аммиак, бензол, этилбензол, гидрохлорид кеүек матдәләр менән бысраныу кимәленең юғары булып ҡалыуы. Был күрһәткес Өфө, Салауат, Стәрлетамаҡ ҡалаларында рөхсәт ителгәндән биш тапҡырға, ә Туймазы, Благовещен ҡалаларында ике тапҡырға артығыраҡ;
– ҡайһы бер ҡала һәм ауылдарҙа эсәр һыу татырлығы, тимер һәм сульфаттар миҡдары, микробиологик бысраныуы күрһәткестәре буйынса тейешле талаптарға яуап бирмәй;
– айырым муниципаль берәмектәр халҡы (200 мең самаһы кеше) тупраҡтың ауыр металдар (цинк, никель) менән бысраныуы мөхитендә йәшәй;
– ҡайһы бер муниципаль райондарҙа һаулыҡ һаҡлауға тотонолған сығымдар Рәсәй буйынса уртаса кимәлдән түбәнерәк.
Эш урындарының тейешле талаптарға яуап бирмәгән өлөшө ҙур булып ҡалыуын дауам итә. Улар ошо шарттарға, нигеҙҙә, тауыш, яҡтыртыу һәм микроклимат буйынса тура килмәй. Бындай объекттарҙың һаны барлыҡ предприятие, ойошмала һәм учреждениелар өлөшөндә 2015 йылда – 9,3 процент, 2016 йылда 12,8 процент тәшкил итһә, былтыр ундайҙар 10,7 процентҡа ҡалды.
“Роспотребнадзор”ҙың Башҡортостан буйынса идаралығы раҫлағанса, эш шарттарын яҡшыртыу һәм профессиональ сирҙәрҙе булдырмауға йүнәлтелгән саралар планы бар, һәм был тәңгәлдә барлығы 5 934 предприятие контролдә тотола. Шуларҙың 5,29 проценты хеҙмәт шарттарының хәүефлелеге буйынса өсөнсө, йәғни иң насар төркөмдә тора. Бындай ойошмалар исемлегенә, нигеҙҙә, эшкәртеү сәнәғәте, ауыл хужалығы һәм төҙөлөш инә.
Радиация шарттары Башҡортостанда һуңғы өс йылда әллә ни үҙгәрмәгән һәм, дөйөм алғанда, ҡәнәғәтләнерлек. Радиация хәүефһеҙлеген күҙәтеү идаралығы менән Башҡортостандың Гигиена һәм эпидемиология үҙәгенең тырышлығы былтыр Рәсәй Хөкүмәтенең ошо өлкәләге ҡарарҙарын тулыһынса үтәүгә йүнәлтелгән. Беҙҙең республикала әлеге көндә ионлы нурландырыу сығанаҡтарын ҡулланып эшләгән 383 предприятие бар икән, шуларҙың 260-ы – медицина ойошмаһы. Уларҙың барыһына ла радиация-гигиеник паспортлаштырыу үткәрелгән.
Кешенең тиҙ ҡартайыуы нимәгә бәйле?
Йәшәү рәүеше (стресҡа ҡаршы тора алыу, туҡланыу, физик әүҙемлек, үҙеңде тәрбиәләп тотоу) 50%
Тормош кимәле, медицина хеҙмәтләндереүенең сифаты 10%
Нәҫел 20%
Тирә-яҡ мөхит, экология 20%
Бөтә донъя һаулыҡ һаҡлау ойошмаһы мәғлүмәттәренән.