Ә һеҙ ишеттегеҙме?25.07.2018
Донъяла углерод эҙемтәһе селтәрле моделе проекты (GGMCF) экологик яҡтан иң бысраҡ ҡалалар исемлеген төҙөгән. Тирә-яҡ мөхите иң хәүефле ҡала тип Көньяҡ Кореяның баш ҡалаһы Сеул билдәләнгән. Был мегаполиста йылына 267 мегатонна углеродлы газ туплана икән.
Артабан исемлектә Ҡытайҙың Гуанчжоу ҡалаһы, Нью-Йорк, Гонконг һәм Лос-Анджелес килә. Экологик яҡтан иң зарарлы йөҙ ҡала араһында Мәскәү менән Санкт-Петербург та бар. Күптән түгел “Йәшел патруль” йәмәғәт ойошмаһы Рәсәйҙең тирә-яҡ мөхите иң таҙа булған төбәктәрен атағайны, улар – Тамбов өлкәһе, Алтай крайы һәм Алтай Республикаһы. Быйылғы яҙ һөҙөмтәләре буйынса экологик проблемаларҙың иң күп булған урындары Свердловск, Силәбе һәм Мәскәү өлкәләре булып сыҡҡан.
***
“Ҡаты тупраҡ” экологик мәғрифәт, халыҡты социаль яҡлау, халыҡ кәсептәрен һәм декоратив-һынлы сәнғәт ижадын үҫтереү хәйриә фонды Башҡортостанда хәүефле ҡалдыҡтарҙы айырым йыйыу буйынса экологик дәрестәр әҙерләне. Уларҙы йөкмәткеле һәм сағыу һүрәтле китап рәүешендә баҫып сығарғандар.
Экологик дәрестәр мәктәпкәсә йәштәге һәм бәләкәй кластарҙағы балаларға тәғәйенләнгән. Дәрес барышында уҡыусылар файҙаланылған энергия һаҡлағыс лампаларҙы, терегөмөш термометрҙарын, батарейкаларҙы һәм башҡа сүп-сарҙы сортҡа айырыу буйынса заданиеларҙы үтәргә, ошо темаға плакаттар төшөрөргә тейеш.
***
Рәсәйҙең ун төбәгенең яҡын киләсәктә ҡаты көнкүреш ҡалдыҡтары өсөн яңы полигон таба алмау проблемаһы менән осрашыуы ихтимал, был осраҡта уларҙа сүп-сарға бәйле ғәҙәттән тыш хәл тыуыуы мөмкин. Был турала күптән түгел Дәүләт Думаһының экология һәм тирә-яҡ мөхитте һаҡлау буйынса комитеты рәйесе Владимир Бурлатов белдерҙе.
– Беҙ полигондар өсөн майҙан юҡлығы мәсьәләһе менән Ҡабарҙа-Балҡар, Бүрәт, Ҡырым республикаларында, Әстрхан, Калуга, Ленинград, Орел, Тверь өлкәләрендә осрашҡандарын беләбеҙ, – тине ул.
***
Рәсәйҙең тәбиғәт ресурстары һәм экология министры Дмитрий Кобылкин билдәләүенсә, илебеҙҙә граждандарҙы тәбиғәтте һаҡлауға йәлеп итеү көсәйә бара. Был осраҡта йәмәғәтселек тарафынан эксперт фекерҙәренең нигеҙле һәм даими булып тороуы мөһим роль уйнай.
Ошо министрлыҡ менән Бөтә Рәсәй халыҡ фронтының үҙәк штабы вәкилдәренең осрашыуында берлектәге “Экология” милли проектын әҙерләү, уны “Беҙҙең тәбиғәт” халыҡ контроле һәм “Йәшел ҡалҡан” проекттарын һәм башҡа мәсьәләләр менән берләштереү зарурлығы тураһында һөйләшеп килешелгән.
Сарала сығыш яһаусылар әйтеүенсә, урман-парк һаҡлағыс һыҙаттарын үҫтереүгә иғтибарҙы көсәйтергә кәрәк, сөнки әлегә граждандарҙың ошондай маҡсаттағы башланғыстарына ҙур төҙөлөш компаниялары аяҡ сала. Бөтә Рәсәй халыҡ фронты был йүнәлештә ярҙам күрһәтергә вәғәҙә итә. “Йәшел ҡалҡан”дың мәғлүмәт системаһы “Сүп өйөмдәренең интерәүҙем картаһы”н йәнләндерергә уйлай. Бөгөн илдә рөхсәт ителмәгән 19 меңгә яҡын сүплек бар, былар барыһы ла системала күренәсәк һәм уларҙы бөтөрөү сараһы ҡулланыласаҡ.
***
“Рослесхоз” етәксеһе Иван Валентик урман үҫтереү өсөн Канада, АҠШ, Скандинавия илдәре тәжрибәһен ҡулланырға саҡыра. Ойошма хужалыҡтарҙы яңы технология менән эшләргә мәжбүр итәсәк федераль закон проектын Дәүләт Думаһына ҡарауға тапшырған да инде.
Һүҙ ағас үҫентеләрен тәүҙә теплицаларҙа үрсетеп, артабан урман кәрәк булған майҙансыҡтарҙа үҫтереү тураһында бара. Юл буйҙарындағы предприятиелар, ер аҫтын файҙаланған ойошмалар өсөн был эште башҡарыу мотлаҡ буласаҡ. Яңы закон шәхси инвесторҙарҙа ла ҡыҙыҡһыныу уятырға тейеш. Бер питомникты булдырыу 400-500 миллион һумға төшһә, унда биш-алты миллион ағас үҫентеһе етештерергә мөмкин буласаҡ икән. “Рослесхоз” белгестәре раҫлауынса, 2025 йылға урман үҫтерергә тәғәйенләнгән майҙансыҡтарҙың кәмендә 40 процентын теплицаларҙа үрсетелгән ағастар биләйәсәк. Закон проектында бер гектар урманды ҡырҡыу ошо уҡ майҙанда ағас ултыртыу йәки был эштең хаҡын түләү менән ҡаплатыласағы тураһында әйтелә.