Гепатитҡа тикшерелегеҙ!24.07.2018
18 – 28 июлдә Башҡортостан халҡы баш ҡаланың медицина учреждениеларында гепатитҡа бушлай тикшерелә ала.
Бөтә донъя гепатитҡа ҡаршы көрәш көнөнә арналған акция 14 сәғәттән 18 сәғәткә тиклем үткәреләсәк, бының өсөн алдан 50-се поликлиниканың табип-инфекционисына яҙылырға кәрәк.
28 июлдә “Башҡортостан” лайфстайл үҙәгендә, 12 – 17 сәғәттә барлыҡ теләүселәр В һәм С гепатиттарына бушлай беренсел скрининг үтә ала. Бының өсөн урында ҡан тапшырыу талап ителә.
Унан тыш, 18 – 28 июлдә Өфөнөң ҡайһы бер поликлиникаларында организмдарында В һәм С гепатиттарына антиматдәләр табылған граждандар “Фиброскан” аппаратында бауырының торошон тикшертә ала.
В һәм С гепатиттары – киҫкен инфекциялы сирҙәр, улар бауырҙы зарарлай. Донъяла В гепатиты менән сирләгән кешеләрҙең һаны яҡынса бер-ике миллиардҡа етә, ә С гепатитына 200 миллионлап кеше дусар.