Майайҙа, йөҙ йыл элек24.07.2018
Рәсәй. Июль. Ваҡиғалар.

Майайҙа, йөҙ йыл элек Халыҡ “Һүҙ – ваҡытында әйтелһә генә һүҙ” тип иҫкәртә килә. Шуның һымаҡ, һәр ғәмәлдең дә үҙ мөҙҙәтендә башҡарылыуы хәйерле. Ҡыҙыу мәлдә, бәлки, теге йәки был эштең әһәмиәте баһалап еткерелмәйҙер ҙә. Уның ҡарауы, йылдар үтә килә уҙған замандар бөгөн бүтәнсәрәк — йә ҙур, йә иғтибарға алмаҫтай ваҡ — булып күренә. Һәр осорҙоң үҙ үлсәме, үҙ ҡиммәте, рәхмәте йә ҡәһәте.


Февраль, Октябрь инҡилаптарын кисергән элекке Рәсәй империя­һының һәр тарафы, айыу тырнағы аҡтарған ҡырмыҫҡа иләүе шикелле, мыжғып тора. Сәбәләнеү, ҡаңғырыш ҙур ҡалаларҙы ла, һүнеп барған ауылдарҙы ла солғап алған. Ошо ва­ҡытталыр йәш шағир Шамун Фидаи: “Яҡты ялҡындар осалар,/ Аждаһалай ыжғырып,/ Инҡилапҡа дәрт бирәләр /Ҙур дауылдар һыҙғырып”, – тип яҙған.
Инҡилаптарҙың эҙемтәһе булып, илдә граждандар һуғышы ҡыҙа. Бында инде шиғри хискә урын юҡ. Йәш республикаға тыштан ябырылған, эстән тәҡәт таптырмаған дошман­дарға ҡаршы көрәшергә лә, дәүләт­тәге тормошто рәтләп ебәрергә лә кәрәк. Июль айындағы иң мөһим сәйәси ваҡиға уның тәүге көндә­рен­дә эшләй башлаған эшсе, крәҫ­тиән, һалдат һәм казак депутаттары Советтарының 5-се Бөтә Рәсәй съезы булғандыр. Ул инде Мәскәүҙә йыйылған. Унда хәл иткес тауыш хоҡуғы менән 1164 делегат (шул иҫәптән 773 большевик һәм 353 һул эсер) ҡатнаша.
5 июлдә һул эсерҙарҙың етәкселәре аҙыҡ-түлек диктатураһы һәм ярлылар комитетын ойоштороу тураһындағы декреттарҙы үткәр­мәҫкә, совет хөкүмәтенең сәйәсәтенә ышаныс белдермәҫкә, Германия менән 1918 йылда тө­ҙөлгән Брест солохон өҙөргә саҡырып сығыш яһай. Съезд был талаптарҙы кире ҡаға. Иртәгәһенә съездың эше һул эсер­ҙарҙың Брест солохон өҙөү маҡса­тында ойошторған ҡораллы фетнәһе арҡаһында туҡталып тора. Һул эсерҙарҙың Мария Спиридонова етәкселе­гендәге көллө фракцияһы ҡулға алына. 9 июлдә съезд эшен дауам итә һәм иртәгәһенә РСФСР-ҙың беренсе Конституцияһын (Төп Законды) раҫлай.
Ил эсендәге төрлө ҡатлам ара­һында риза­һыҙлыҡ тыуҙырған Брест солохон өҙөү өсөн эсерҙар фирҡәһе етәкселәре “герман импе­риа­лизмының күренекле вәкил­дәренә” ҡа­нығырға ҡарар итә. 6 июлдә эсерҙар Я. Блюмкин менән Н. Андреев герман илселегенә үтеп инә һәм, илсе В. Мирбахты үлтереп, һул эсерҙар штабына килеп йәшеренә. Хәл ҡатмарлаша, фетнәселәр шунда килгән Ф.Э. Дзержинский менән В.И. Лацисты ҡулға ала. Артабан үҙәк телеграф улар ҡулына күсә, гарнизон частарында агитация йәйелдерелә. Бүтән бер нисә ҡалала ла ҡораллы фетнәләр башлана. Уларҙы баҫтырыу өсөн латыш частары йәлеп ителә. Штабты артиллерия утына тотҡандан һуң һул эсерҙарҙың ҡораллы фетнәһе баҫтырыла, өс йөҙгә яҡын кеше әсирлеккә алына, 8 июлдә ВЧК-ның ҡарары менән 13 фетнәсе атыла. Хәйер, был ваҡиғалар “Алтынсы июлдә” тигән нәфис фильмда һәйбәт күрһәтелгән.
Июль көндәрендәге йәнә бер фажиғәле хәл. 16-һынан 17-һенә ҡараған төндә Екатеринбургта Урал өлкә Советы ҡарары менән батша Николай II, императрица Александра Федоровна, улдары Алексей, ҡыҙҙары Ольга, Татьяна, Мария һәм Анастасия, шулай уҡ ғаиләне хеҙмәтлән­дереүселәр атып үлтерелә.
Николай II тәхеткә 1894 йылдың 21 ок­тябрендә ултыра. Император Александр Өсөнсөнөң өлкән улы бик һәйбәт юридик һәм хәрби белем ала, инглиз, француз, немец телдәрендә иркен һөйләшә. Николай хакимлыҡ иткән йылдар дауыллы, ҡаршы­лыҡтар тулы осорға тап килә. ХIX быуат аҙаҡтарында уҡ хакимлыҡтағы көрсөк күренә башлай. Шул уҡ ваҡытта Николай Икенсенең бат­шалыҡҡа килеүе менән йәмәғәтселек либераль үҙгәрештәр булырына өмөт тота. Әммә 1895 йылдың ғинуарында депутаттар алдындағы тәүге сығышында уҡ император “Конституцион хыял­дарҙың мәғәнәһеҙ булыуы, самодержавие нигеҙҙәрен ныҡлы тотасағы” тураһында белдерә.
Тарихҡа Николай II “ҡанлы Николай” тип инеп ҡалған, сөнки ул тәхеткә килгәндә, тантаналар мәлендә, бер-береһен тапап, йөҙҙәрсә кешенең ғүмере өҙөлә. Үҙенең шундай булыуын батша 1905 йылдың ғинуарында ла раҫлай.
Николай II ваҡытында Рәсәй Япония менән һуғышта еңелә, иҡтисади көрсөк һәм күтәрелеш осорҙарын кисерә. Дәүләттә парламент, легаль сәйәси фирҡәләр һәм профсоюздар хасил була, ләкин төп социаль-иҡтисади мәсьәләләр хәл ителмәгәс, батшаның абруйы төшә, Беренсе донъя һуғышындағы еңелеү яңы инҡилапҡа алып килә.
Ихтыярһыҙлыҡ, тәүәккәллектең етмәүе, ил эсендәге сәйәси процес­тарҙы баһалай белмәү Рәсәйҙең һуңғы императорын фажиғәгә еткереп кенә ҡалмай, көслө, күп милләтле дәүләтте буталсыҡ, ҡан ҡойош, емереклектәр, яфалар упҡынына ташлай.
20-21 июлдә Петербургта I Бөтә Рәсәй эшселәр съезы асыла. Уның беренсе көнөндә күп делегаттарҙың сығышында большевиктар власын бөтөрөү һәм, дөйөм стачкалар аша, “демократик ҡоролошто терге­ҙеү” тураһында әйтелә. 21 июлдә съезда ҡатнашыусылар ҡулға алына, ә документтар конфискациялана. Эш юғары трибуналға тапшырыла, ләкин, илдә эшселәр хәрәкәтенең көсәйеүе сәбәпле, процесс кисектерелә һәм йыл аҙағына ҡулға алынғандар иреккә сығарыла.
20 июлдә, шәмбе көн, эсерҙар фирҡәһе үҙәк комитеты ағзаһы Сергеев Петроградтың матбуғат, пропаганда һәм агитация эштәре буйынса комиссары В. Володарскийҙы үлтерә. Был ғәмәл, әлбиттә, большевиктар яғынан үс алыу акция­ларының көсәйеүенә килтерә.
...”Граждандар болаһынан да ҡурҡынысыраҡ бәлә юҡ. Әгәр һәр кем­гә ул лайыҡ булғанды бирергә маташһаң, бола ҡотолғоһоҙ”. Был — француз ғалимы һәм әҙибе Блез Паскалдең әйткәне.



Вернуться назад