Йәштәр битараф түгел24.07.2018
Йәштәр  битараф түгелҠаланың 3-сө гимназияһында робот техникаһы түңәрәге эшләй. Үҙәк парктың макетын төҙөүҙә унда тәрбиәләнеүселәр әүҙем ҡатнашҡан.

Ҡала биләмәһе башлығы Вячеслав Гапоненко Үҙәк парктың макетын йәштәргә ышанып тапшырған. Әле уның бәләкәй форматы ҡала мәҙәниәт йортонда тора. Бында килгәндәр уның менән танышып, тәҡдимдәрен индерә ала. Беҙ барғанда ла бер нисә үҫмер ҡыҙыҡһынып уны ҡарай ине.
– Оҡшаймы? – тип һораны уларҙан Вячеслав Владимирович.
– Әлбиттә! Бөтәһе лә ошолай буламы? Спорт майҙансығында кейемде алмаштырыу өсөн бутиктар ҡуйыламы? Ике генә бәҙрәф күрәбеҙ. Әҙ түгелме? Аттракциондар ҡайҙа урынлашасаҡ? Парк һаҡланырмы? – тигән һорауҙар яуҙырҙы малайҙар.
– Балалар өсөн аттракциондар ҡуйыласаҡ, ә ололарҙыҡына урын етмәй. Хәүефһеҙлек сараһы ла күрелер. Парк алдында машиналар тормаясаҡ, йәйәүлеләр генә йөрөргә тейеш. Балалар майҙансығына ла заказ бирҙек, – тип яуап бирҙе ҡала башлығы.
Беҙ юлыбыҙҙы дауам иттек, ә үҫмерҙәр макетты ҡыҙыҡһынып ҡарап ҡалды. Был йәштәрҙең ҡаланың киләсәгенә битараф булмауы хаҡында һөйләй.


Вернуться назад