Ташландыҡ урын паркка әйләнгән24.07.2018
Ташландыҡ урын паркка әйләнгәнБыға тиклем 23800 кеше йәшәгән Дәүләкән ҡалаһында халыҡҡа рәхәтләнеп ял итер урындар бик аҙ булған. Ошо етешһеҙлекте бөтөрөү маҡса­тында, ҡала менән баҡса участкаларына тиклемге арауыҡтағы ташландыҡ хәлдәге урманды паркка әйләндергәндәр.

Унда асфальт юл һалғандар, тренажерҙар менән йыһазландырылған спорт майҙансығы, балалар өсөн уйын ҡаласығы төҙөгәндәр, яҡтыртыу ҡорамалдары ҡуйылған. Парк эргәһендәге шишмәне төҙөкләндергәс, олоһо ла, кесеһе лә таҙа һыу алырға бында килә. Шулай итеп, 68,9 мең квадрат метр майҙанды биләгән Ҡояшлы паркы ҡала халҡының, балаларҙың яратҡан урынына әйләнгән.
Киләсәктә лә уны төҙөкләндереүҙе дауам итәсәктәр. Уйын, спорт майҙансыҡтары һаны артасаҡ. Балалар юл хәрәкәте ҡағиҙәләренә өйрәнһен өсөн бәләкәй автодром төҙөү ҙә ҡаралған.


Вернуться назад