Хыялдан баш тартмайҙар24.07.2018
Ҡала менән танышҡан саҡта Вячеслав Гапоненко Дим йылғаһы ярындағы элекке тирмән урынына алып барҙы.
– Был – йылғаның иң матур урындарының береһе. Киләсәктә “Аксаков яр буйы”н төҙөргә уйлайбыҙ. 800 метр оҙонлоғондағы яр буйын матурлаясаҡ объекттың хаҡы – 116 миллион һум. Башҡортостан Хөкүмәте проектты хупланы, тик Мәскәүҙә конкурсты үтә алманыҡ. Әммә хыялыбыҙҙан баш тартырға йыйынмайбыҙ һәм әле уның өҫтөндә эш дауам итә. Киләһе йыл тағы ла бәхетте һынап ҡараясаҡбыҙ, – ти Вячеслав Владимирович.
Ҡала хакимиәте проектты “Рәсәйҙең бәләкәй ҡалаларын үҫтереү” программаһында ҡатнашып, ғәмәлгә ашырырға йыйына.