Һыу инеү хәүефһеҙ24.07.2018
Ҡала хакимиәте, халыҡ хәүефһеҙлеген тәьмин итеү маҡсатында, Дим йылғаһы ярындағы махсус һыу инеү урынында шарттар тыуҙырған. Иң мөһиме – пляждың сертификаты бар. Уны хеҙмәтләндереү өсөн йыл һайын аҡса ла бүленә.

Йәй башланыу менән уңайлыҡтар тыуҙырыу хәстәрлеген күрәләр. Йыл һайын яр буйына таҙартылған ҡом килтерәләр. Уны һуңғы өс йылда 30 машина индер­гән­дәр. Һыу ингән ваҡытта иртәнән кискә тиклем өс ҡотҡарыусы даими рәүештә дежурҙа тора.
– Халыҡ йылғаға күп йөрөй. Бигерәк тә төштән һуң кешеләр әүҙемләшә. Был урын Дим йылғаһының көслө ағымына яҡын, шуға ла һәр ял итеүсене күҙҙән ысҡындырмаҫҡа тырышабыҙ. Әлбиттә, үҙҙәрен ҡағиҙәгә ярашлы тотмағандар ҙа осрай, улар менән аңлатыу эше алып барабыҙ, – ти ҡотҡарыусы Вадим Хөсәйенов.


Вернуться назад