Ғорурлыҡ тойғоһо ҡайғыларҙы баҫа05.05.2012
Ғорурлыҡ тойғоһо ҡайғыларҙы баҫаБынан ике йыл элек Мусиндар ғаиләһенә ҙур бәлә килә: 17 йәшлек улдары Линар йылғала батып барыусы курсташын ҡотҡарған саҡта үҙе һәләк була. Кеше бәләһенә битараф ҡалмаған, ҡыҙҙы ҡотҡарыу өсөн ғүмерен аямаған егет батырлығы өсөн Рәсәй Президентының Указына ярашлы “Һәләкәткә осраусыларҙы ҡотҡарған өсөн” миҙалына лайыҡлы тип табыла. Кисә Линарҙың наградаһын ата-әсәһе Әсимә һәм Наил Мусиндар ҡабул итте.
— Улыбыҙҙы ярҙамсыл, ғәҙел итеп үҫтерҙек. Әгәр ул ғәмһеҙ бала булһа, башҡалар кеүек ситтә ҡалыр һәм ярҙамға ташланырға ашыҡмаҫ ине. Линарҙы юғалтыу — ғүмерлек ауыр яра, әммә ғорурлыҡ тойғоһо күңелде бер аҙ йыуатҡандай, — тине аҙаҡ Линарҙың әсәһе Әсимә Мусина.
Ошондай уҡ миҙалды Ҡәҙим Әхкәмов, Фәнил Ғәҙелшин, Александр Апкаликов һәм башҡалар ҙа алды. Улар “Чернобыль” АЭС-ындағы һәләкәт эҙемтәләрен бөтөрөүҙә ҡатнашҡан. Рәсәй Федерацияһының юғары дәүләт наградаларын Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов тапшырҙы.
— Заман батырҙарына хөрмәт күрһәтеү мөһим, — тине Рөстәм Зәки улы. — Үҙ ғүмерен, һаулығын аямай, улар башҡаларҙы бәләнән йолоп ҡалырға тырыша, ауырлыҡтарҙы еңеүгә аҡтыҡ көсөн һала.
Ғорурлыҡ тойғоһо ҡайғыларҙы баҫаДәүләт кимәлендәге бүтән юғары наградаларҙы һәм маҡтаулы исемдәрҙе алған яҡташтарыбыҙ ҙа хөрмәткә һәм ихтирамға лайыҡ. Улар көндәлек хеҙмәте, тормошто яҡшыртырға тырышыуы, халҡы мәнфәғәтендә фиҙаҡәр хеҙмәте менән өлгәшкән бындай бейеклеккә.
Бүләкләнеүселәр араһында фәнгә, мәғарифҡа һәм мәҙәниәткә хеҙмәт итеүселәр күп ине. Рәсәй Фәндәр академияһының Нефть химияһы һәм катализ институты директоры Усеин Джемилев — “Ватан алдындағы хеҙмәттәре өсөн” орденының I дәрәжә миҙалы, ошо уҡ академияның Өфө ғилми үҙәге ҡарамағындағы Молекула һәм кристалл физикаһы институты хеҙмәткәре Айрат Мәмлиев әлеге ордендың II дәрәжә миҙалы менән баһаланды, Башҡортостан дәүләт аграр университеты доценты Денис Андрианов — Рәсәйҙең атҡаҙанған юғары мәктәп хеҙмәткәре, М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетының кафедра мөдире Зөлфирә Бакирова Рәсәйҙең атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре булып танылды.
Республикала билдәле яҙыусылар Наил Ғәйетбаев менән Камил Йыһаншин “Рәсәйҙең атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре” тигән исемде йөрөтә башланы. Спорт үҫешенә ҙур өлөш индереүселәрҙән Вадик Боровик, Нелли Ерофеева һәм Валентина Иванова “Ватан алдындағы хеҙмәттәре өсөн” орденының II дәрәжә миҙалына лайыҡ булды. Уларҙың һәр ҡайһыһы Олимпия резервын һәм юғары класлы спортсылар әҙерләүгә ҙур өлөш индерә.
— Бүләкләнеүселәр араһында хеҙмәт кешеләре бихисап. Һеҙҙең ғәҙел, фиҙаҡәр хеҙмәтегеҙ башҡаларға өлгө булып тора һәм йәмғиәт өсөн бик кәрәк, — тине Башҡортостан Президенты. — Бөгөн, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, төрлө сәбәптәр арҡаһында йәмғиәттә икенсерәк ҡиммәттәр өҫтөнлөк итә, ә хеҙмәт кешеһенең мәнфәғәте йыш ҡына икенсе планға ҡала. Тик был — ваҡытлы күренеш, минеңсә.
Ә. ИЛДУСОВА.


Вернуться назад