Еңеү көнө алдынан Бөйөк Ватан һуғышы ветераны, Владимир Путиндың йәмәғәтселекте ҡабул итеү бинаһына мөрәжәғәт иткәндән һуң, фатир алды. Николай Шевченко байрамда өй туйлаясаҡ.
“Берҙәм Рәсәй” партияһының төбәк сәйәси советы секретары Константин Толкачев һәм Владимир Путиндың Өфөләге төбәк йәмәғәтселекте ҡабул итеү бинаһы етәксеһе Раил Әсәҙуллин Благовещенға фронтовикты ҡотларға килде.
Николай Аксентьевич йәмәғәтселекте ҡабул итеү бинаһы хеҙмәткәрҙәренә, “Берҙәм Рәсәй” партияһына һәм Владимир Путинға мәсьәләне йылдам хәл иткәндәре өсөн оло рәхмәт белдерҙе.
“Еңеү көнөнә бынан да ҙурыраҡ бүләкте күҙ алдына ла килтерә алмайым”, — тине Николай Шевченко.
А. САҘРЫЕВ.