Хәйбулла районының Таштуғай ауылында йәшәүсе Хөсәйен Үтәшевтең тормошто ихлас яратыуын, һис ҡасан да буш тормауын һәр кем яҡшы белә. Әммә күптәр ағайҙың протез аяҡтарҙа йөрөүен күҙ алдына ла килтермәй, сөнки Хөсәйен Ғаззали улына ҡарап быны әйтеү мөмкин түгел. Хәйбулла районының инвалидтар йәмғиәте рәйесе Мәрйәм Аҡылова әйтеүенсә, ул — бик яҡшы ғаилә башлығы, өлгөлө атай һәм ерҙе үҙ иткән уңған эшҡыуар ҙа.
Тормош уны артыҡ иркәләтмәй: 1989 йылда аяҡтарын, туңдырып, киҫтерергә мәжбүр була. Ҡарағайҙай буйлы, бәһлеүән кәүҙәле Хөсәйен был көтөлмәгән хәлдән бер аҙға шаңҡып ҡала. Бер уй тынғылыҡ бирмәй. “Был хәлдә мине Маһинур нисек ҡабул итер?” тигән икеләнеүҙәр менән, ап-аҡ төҫкә буялған дауахана түшәменә ҡарап, көндәрен уҙғара. Бәхеткә күрә, врачтар уға протез аяҡ ҡуйыу мөмкинлеге барлығын әйтә. Тәүәккәл, тимерҙе ҡыҙыуында һуғырға яратҡан егет уларҙы кейгәндән һуң ғына ауылға ҡайтырға ҡарар итә. Күп тә үтмәй, Өфө табиптары уны уңыштар теләп оҙата.
Тыңлауһыҙ “яңы аяҡтарға” өйрәнеүе еңел түгел, әммә һөйгәнен ҡайтанан яулап алыу теләге көслөрәк Хөсәйен Ғаззали улында. Һәр кис сисеп һалынған протездарҙан арыған тәне генә түгел, тотош йәне лә һыҡраған саҡтар аҙ булмай. Төшөндә йүгереп, кемделер тоттом тигән сағында уянып, үҙенең ғәрип икәнлеген аңлау күңелен рәнйеткән мәлдәр булһа ла, барыһына тешен ҡыҫып түҙә. Хәйбулла районының бил бирмәҫ көрәшсеһе Ғаззали Үтәшевтең улы, атаһы кеүек һабантуй батыры булып танылған Хөсәйендең ул саҡтағы күңел кисерештәрен аҡ ҡағыҙға теркәү мөмкин дә түгел. Әммә түҙемлектең ҡасан да булһа изгелек килтереүен тоя ул, шунлыҡтан сабыр ғына үҙ мәлен көтә.
Ниһайәт, теләге тормошҡа аша: яратҡан ҡыҙы уға кейәүгә сығырға ризалығын бирә. Әммә тормош һин теләгәнсә генә бармай шул: Маһинурҙың был аҙымы бер туған апайҙарына аяҙ көндә йәшен һуҡҡандай тәьҫир итә. “Ғәрипкә бармаһаң, һау кеше бөткәнме һиңә?” — тигән йәберләүҙәр менән һеңлеләре уны кейәүгә сыҡмаҫҡа өгөтләй башлай. Мөхәббәттән ҡанатланған һөйгәненән башҡа берәүҙе лә ярата алмаҫын аңлаған Маһинур, туғандарының һүҙҙәренә ҡарамай, Хөсәйенгә кейәүгә сыға һәм быға һис тә үкенмәй. “Яратыу, әллә йәлләү тойғоһо көслөрәк булдымы?” тигән һорауға ул, ихлас йылмайып: “Яратҡанмындыр”, — ти тыйнаҡ ҡына. Уларҙың бер-береһенә ҡарата йылы мөнәсәбәтенән, йорттарынан ҡот һәм йылылыҡ бөркөп тороуынан быны аңлауы ҡыйын түгел. Тик шуныһы ғына ғәжәпләндерә: һау-сәләмәт ирҙәргә ҡарағанда ла дәртлерәк донъя көтөү, кәртә-ҡура тултырып мал аҫрау, ҡош-ҡорт тотоу, хатта эшҡыуарлыҡ менән шөғөлләнеп иген сәсеү һәр кемдең дә хәленән килмәй. Бары рух ныҡлығы, тормош иптәшенең яҡшы терәк булыуы ғына ошондай аҙымға барырға тәүәккәллек бирәлер.
— Ауыл ерендә йәшәгәс, мал көтмәйенсә мөмкин түгел, — ти эшҡыуар. — Ә уны күпләп аҫрау өсөн бесәне лә, һаламы ла, фуражы ла кәрәк. Шуға күрә ун йылға түләү шарты менән лизинг буйынса “МТЗ-120” тракторын алырға булдым. Туғандарымдың 100 гектар пай ерен һәм, тағы ла өҫтәп, 100 гектар ерҙе ҡуртымға алып арпа сәсәм. Уның һаламын мал яратып ашай, шулай уҡ ҡош-ҡортҡа ла ярап ҡала. Быйыл арпа уңышы ҡыуандырҙы, гектар ҡеүәте 16 центнер булды, — тип шатлығы менән уртаҡлаша Хөсәйен Үтәшев.
Тормоштан зарланырға яратмай геройым. Нимәлер һорап, түрәләрҙең тупһаһын да тапамай. Булғанына шөкөр итеп, барыһына ҡыуанып йәшәргә ярата. Ике ҡыҙы һәм ике улы тормошондағы иң ҙур бүләге булһа, ҡатыны Маһинур — уның бәхет асҡысы.
Атлаған һайын туҡылдап, күңелен һыҡратҡан таяҡ аяҡтарына ла күнеккән Хөсәйен Ғаззали улы, хәҙер уларҙы кисен сисеп һалғанда ла бер ниндәй үкенеү һәм ғазап тойғоһо кисермәй. Хатта ауыр атлетика менән шөғөлләнеүен дә ташламай: һаман да булһа штанга күтәреү буйынса инвалидтар араһында үткән ярыштарҙа беренселекте яулай. “Ҡартайып” барған автомашинаһына тейәп, Баймаҡ, Сибай, Асҡар, Белорет тарафтарына ярышҡа ла алып йөрөй спортсыларҙы.
— Эше күп булыуға ҡарамаҫтан, инвалидтар йәмғиәтендәге барлыҡ сараларҙа ла әүҙем ҡатнаша, — ти Хәйбулла районының инвалидтар йәмғиәте рәйесе Мәрйәм Аҡылова. — Ышаныслы, үҙ һүҙендә торған, эшлекле кеше булараҡ, уны барыһы ла ихтирам итә. Таналыҡ ауыл хакимиәтенә ҡараған инвалидтар ойошмаһының берҙәм һәм татыу булыуында Хөсәйен Ғаззали улының өлөшө баһалап бөткөһөҙ.
Ололар телендә “Күңелең матур булһын!” тигән яҡшы теләк йәшәй. Хөсәйен Үтәшевтәге тап ошо матурлыҡ һәм изгелек нурҙары уның балаларын һәм яҡындарын ҡотло итә, йорттарын йәмләй, уңыштар килтерә. Иң мөһиме: уны нисек бар, шулай ҡабул иткән, һәр саҡ аңлаған һәм ярҙам итергә тырышҡан Маһинуры — янында.
Кәримә УСМАНОВА
Хәйбулла районы.