Ҡыҙыл буйы гөрләй24.07.2018
Йәмле тәбиғәт ҡосағында, мул һыулы Ҡыҙыл йылғаһы буйында урынлашҡан “Ирәндек” лагеры республикала иң яҡшыларҙан иҫәпләнә. Бында йәй һуҙымында төрлө район һәм ҡалаларҙан меңдән ашыу уҡыусы һаулығын нығыта, яңы уҡыу йылына көс туплай.


Тәүге сменаға — 190, икенсеһенә 350 баланы ҡабул иттеләр. Араларында Мәскәү, Өфө һәм Магнитогорск ҡалалары­нан килгәндәр ҙә бар.
Лагерҙа бассейн, күнекмәләр залы, спорт, йыр-бейеү майҙансыҡтары, стадион, китапхана эшләй. Ижад менән шөғөллән­гәндәр өсөн дә уңайлыҡтар тыуҙырылған. Әйҙә, рәхәтләнеп ял ит, һәләтеңде үҫтер, яңы дуҫтар тап!
Смена етәксеһе Юлай Фәхрисламов әйтеүенсә, башта һәр көнгә эш планы төҙөлә, экскурсиялар графигы билдәләнә. Биш йыл эсендә матур йолаға әйләнгән саралар барлыҡҡа килгән. Мәҫәлән, “Байыҡ”, “Ике йондоҙ”, “Ирәндек” батыры”, “Ирәндек” гүзәле” тигән конкурстар – һәр сменаның биҙәге. Сибайҙан “Сулпан” балалар театры килеп, спектакль ҡуясаҡ.
Лагерҙың үҙ автобусы һәм ике “ГАЗель” автомобиле бар. Уларҙа балаларҙы Магнитогорск ҡалаһындағы аквапаркка, Үләнде күле буйындағы “Динопарк”ка, Абҙаҡ тау курортына, Советтар Союзы Геройы Таһир Кусимовтың тыуған ауылы Күсемдәге музейға һәм башҡа иҫтәлекле урындарға йөрөтәләр.
– Беҙҙә балаларҙы яратҡан, улар менән уртаҡ тел таба белгән, үҙҙәрен яҡшы ойоштороусы итеп танытҡан 14 вожатый, 14 тәрбиәсе, ике педагог-ойоштороусы эшләй, – ти лагерь директорының тәрбиә эше буйынса урынбаҫары Айгөл Ғәлина. – Эшкә ҡабул иткәндә конкурс нигеҙендә һайлап алыу үткәрелә. Хеҙмәткәрҙәрҙең күбеһе бында электән эшләй, араларында юғары уҡыу йорттары студенттары ла бар. Тәрбиәселәр араһында егеттәрҙең күплеге айырыуса күҙгә ташлана. Динир Мырҙабаев, Артур Аҡбулатов, Фәнзил Вәлиев, Руслан Әмиров, Илшат Исҡужин балаларҙың яҡын дуҫына әйләнгән. Ҡыҙ һәм малайҙар ағайҙарын хөрмәт итә, уларҙың һәр кәңәшен тота, һәр береһен терәк-таяныс итеп һанай.
Беҙ барғанда лагерҙа ата-әсәләр өсөн “Асыҡ ишектәр” көнө бара ине. Балалар концертҡа әҙерләнә: кемдер бейеү хәрәкәттәрен ҡабатлай, икенселәр йыр башҡара, ҡул оҫталары иһә күргәҙмә әҙерләгән. Шуныһы иғтибарға лайыҡ: “Ирәндек”тә бер ғаиләнән ике-өс бала ял иткән осраҡтар байтаҡ, бындай хәлдә туғандар бер бүлмәгә урынлаштырыла.
Ҡыҙҙар һәм малайҙарҙы ашнаҡсы апайҙары тәмле аш-һыу менән һыйлай, өҫтәлдән йәшелсә, емеш-еләк өҙөлмәй. Көнөнә биш тапҡыр туҡландырыу ҡаралған. Һәр корпуста йыуыныу өсөн душ бар, мунса яғыла.
– Балаларыбыҙҙың кеҫә телефонынан, планшет-компьютерҙарҙан арынып, саф һауала рәхәтләнеп ял итеүе – үҙе дауа! – ти ата-әсәләр.

Әбйәлил районы.


Вернуться назад