“Башҡортостан” — Баймаҡ районында05.05.2012
“Башҡортостан” — Баймаҡ районындаИлшат Ситдиҡов, район хакимиәте башлығы:

— Баймаҡ районы элек-электән ауыл хужалығы төбәге булараҡ дан тотто. Ләкин төрлө сәбәптәр арҡаһында агросәнәғәт үҙ позицияһын юғалтты, шуның өсөн бөгөн ул ауыр осор кисерә. Билдәле, хәҙерге шарттарҙа ауыл хужалығын яңы кимәлгә күтәреү еңел түгел. Әммә һуңғы ике йылда уны һаҙлыҡтан сығарыу маҡсатында район хакимиәте һәм республика Хөкүмәте тарафынан төрлө саралар күрелә. Шуныһы ҡыуаныслы: күптән түгел республика ҡаҙнаһынан яҙғы сәсеү эштәрен уңышлы атҡарып сығыу өсөн 51 миллион һум аҡса бүленде. Был финанс ярҙамы тулыһынса район иҡтисадының төп нигеҙен тәшкил иткән ауыл хужалығы тармағын үҫтереүгә йүнәлтеләсәк. Киләсәктә баймаҡтар райондың малсылыҡ һәм үҫемлекселектең данын ҡайтарыу, ғөмүмән, тармаҡты үҫтереү буйынса мөмкин булғандың барыһын да эшләйәсәк.

“Башҡортостан” — Баймаҡ районындаБаймаҡ районы — Башҡортостандың көньяҡ-көнсығышында урынлашҡан, Силәбе өлкәһе менән сиктәш. 1930 йылда барлыҡҡа килгән. Майҙаны — 5432 квадрат километр. Үҙәге — Баймаҡ ҡалаһы.
Райондың белем биреү учреждениеларында 1104 уҡытыусы эшләй, уларҙың 87,45 проценты юғары белемле. Уҡытыусыларҙың уртаса йәше — 42.
Уҙған йыл дөйөм майҙаны 19 628 квадрат метр булған 241 торлаҡ сафҡа индерелде. Шул иҫәптән ауылдарҙа 7 692 квадрат метрҙы биләгән 119 йорт, ҡалала 11 936 квадрат метр тәшкил иткән 122 йорт төҙөлдө.
2011 йылда “2012 йылға тиклем ауылды социаль үҫтереү” федераль маҡсатлы программаһы аша туғыҙ ғаилә торлаҡ йорт һатып алыу (төҙөү) өсөн дөйөм алғанда 4,9 миллион һумлыҡ субсидия алды.
Районда 21 ауыл хужалығы предприятиеһы, 187 крәҫтиән (фермер) хужалығы эшләй. 17 меңдән ашыу шәхси хужалыҡ бар.
Дөйөм сәсеү майҙаны 109 мең гектар тәшкил итә, шуның 63 мең гектары — иген, 10 мең гектары — техник һәм 35 гектары мал аҙығы культуралары.
Мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре район һәм ҡала сараларында ғына түгел, ә республика, төбәк-ара конкурс, фестивалдәрҙә әүҙем ҡатнаша. Мәсетле районында үткән ҡумыҙсылар һәм өзләүселәр бәйгеһендә Р. Бәхтиева етәкләгән “Саҡматаш” ҡумыҙсылар ансамбле һәм Октябрьский ҡалаһындағы Ҡурай байрамында халыҡ ижады үҙәгенең ҡурай ансамбле — беренсе, Яңауылдағы “Моңға бай гармун байрамы”нда Р. Тимербулатов менән Г. Ҡарасурина III дәрәжәләге дипломдарға лайыҡ булды.
Районда 14 253 оло кешене берләштергән 50 ветерандар ойошмаһы эшләй. “Халыҡ университеты” республика Программаһы буйынса 262 пенсионер парта артына ултыра, хаҡлы ялдағы 39 кеше Башҡортостан, Рәсәй һәм сит ил турҙарында йөрөп ҡайта.
Баймаҡ биләмә-ара үҙәк китапханаһы 59 китапхана-филиалды берләштерә. Фондында 528 507 китап бар. 2011 йылда китапханаларға 41 856 кеше мөрәжәғәт иткән. Улар 14 751 дана яңы китап, 293 аудио-визуаль диск менән тәьмин ителгән.
Район территорияһын Ира — Йылайыр — Сибай — Магнитогорск һәм Аҡъяр — Сибай — Асҡар — Сермән автомобиль юлдары киҫеп үтә.
Бөгөн районда ике меңгә яҡын эшҡыуар бар. Уларҙа барлығы дүрт мең кеше эшләй. Был иҡтисади әүҙем халыҡтың 6 процентын тәшкил итә. Дөйөм алғанда, район буйынса эшҡыуарҙар етештергән продукцияның күләме 20 процентҡа етә.

Беҙ баймаҡтар бит әле!

Эй аҡһаҡал, сал тарихтың
Йомғаҡтарын һүт әле,
Ирәндеккә —
Йәнтөйәккә
Ҡарағастай тамыр йәйгән
Иң аҫаба, йор башҡорттар —
Беҙ баймаҡтар бит әле!
Эй ҡорҙашым,
хаҡ һүҙемде
Ҡолағыңа кирт әле,
Быуын-быуын булып үрсеп,
Милләтебеҙҙе ҡотайтҡан
Сая рухлы ырыуҙаштар —
Беҙ баймаҡтар бит әле!
Эй яҡташым, әҫәрләнеп,
Моң-сазыңды сирт әле,
Урал ҡурайҙарын уйнап,
Бар ҡитғаны таң ҡалдырған
Йыр-моңға
маһир заттар —
Беҙ баймаҡтар бит әле!
Эй һылыуҡай, йәшен-ҡартын
Бейеп хайран ит әле,
Иң-иң сағыу йондоҙҙарҙы
Сәхнә күгендә балҡытҡан
Сәнғәткә ғашиҡ таланттар —
Беҙ баймаҡтар бит әле!
Эй тыуған яҡ сәхрәләре,
Матур шул иҫ китмәле,
Шундай гүзәл илкәйемдең
Һәр бер тын алышын тойған
Хәстәрлекле бауырҙаштар —
Беҙ баймаҡтар бит әле!
Заман ауыр, нужалары
Үҙәктәргә үтмәле,
Әммә зарлы донъяны ла
Нурландырырға ынтылған
Ҡояш йөрәкле халыҡтар —
Беҙ баймаҡтар бит әле!

Абдулхаҡ Игебаев,
Башҡортостандың халыҡ шағиры


“Башҡортостан” — Баймаҡ районындаОло юбилейҙы ҡаршылап

Башҡортостан Президенты Р. Хәмитовтың 2011 йылдың 11 ноябрендәге Указына ярашлы, “Баймаҡ ҡалаһына нигеҙ һалыныуҙың 75 йыллығын байрам итеүгә әҙерлек тураһында”ғы ҡарар тормошҡа ашырыла. Шул иҫәптән ҡаланың инфраструктураһын үҫтереү, Баймаҡ ҡойоу-механика заводының элекке клубын Никах йорто итеп реконструкциялау, С. Юлаев исемендәге мәҙәниәт һәм ял паркын реконструкциялау; Өфөлә Баймаҡ ҡалаһы көндәрен үткәреү, айырым “Башҡортостан” — Баймаҡ районындакитап, альманах, юбилей буклеттары, иҫтәлекле сувенирҙар сығарыу; тарихи ҡомартҡыларҙы һаҡлау йүнәлеше буйынса “Ирәндек” тарихи-археологик һәм ландшафтлы музей-ҡурсаулығын булдырыу, уның биләмәһендә ғилми-тикшеренеү үҙәге төҙөү, Алдар батыр Иҫәкәевтең скульптураһын урынлаштырыу; 2012—2013 йылдарҙа Баймаҡта Хоҡуҡ йорто, 220 һәм 110 урынға иҫәпләнгән ике балалар баҡсаһы, 15 урынлыҡ инфекциянан дауалау, бюджет өлкәһе хеҙмәткәрҙәре өсөн биш ҡатлы 80 фатирлы торлаҡ йорт төҙөү ҡаралған.

“Башҡортостан” — Баймаҡ районындаҠурай музейы

Илебеҙҙә музейҙар ғәйәт күп: һәр милләттең тарихын һәм булмышын сағылдырған, уның йәшәү рәүешен күрһәткән, тарихи шәхестәргә арналғандары ла, тотош быуатты кәүҙәләндергәндәре лә осрай. Әммә халҡыбыҙҙың милли музыка уйын ҡоралдарының береһе — ҡурайға арналған музей фәҡәт Баймаҡта ғына асылған. Шуныһы менән үҙенсәлекле лә ул.
1997 йылда Баймаҡ ҡалаһындағы 1-се мәктәптең башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы, РФ-тың мәғариф алдынғыһы, БР-ҙың атҡаҙанған уҡытыусыһы Фәниә Кәримова музей асыу идеяһы менән яна башлай. Йылдар дауамында йыйылған материалдар тәртипкә һалына, райондың билдәле ҡурайсыларының тормош юлы һәм ижады өйрәнелә, төрлө эҙләнеү эштәре алып барыла.
Тырышлыҡ емеше булып Фәниә Муса ҡыҙының “Ҡурайсылар иле» исемле китабы донъя күрә, һәм ул райондың Батыр Вәлид исемендәге премияһына лайыҡ була. Ҡурай музейы 2000 йылда асыла, ул “Ҡурай”, “Этнография” ,”Хәрби дан” бүлектәренән тора. “Ҡурай» бүлеге — уның төп өлөшө. Бында башҡорт милли уйын ҡоралы тарихына бәйле сығанаҡ материалдар, заманы өсөн арҙаҡлы, ә бөгөн халҡыбыҙҙың аҫыл моң хазинаһын һаҡлап ҡалыусы ҡурайсыларҙың тормош һәм ижад юлы хаҡындағы мәғлүмәттәр, фотолар, шәхси әйберҙәре, милли кейемдәре тупланған. Төрлө ҡурайҙар янында хатта тамыры менән ҡурай үләне лә урын алған. Ғата Сөләймәнов, Кәрим Дияров, Рәхмәтулла Бүләкәнов, Әҙеһәм Исҡужин, Әнүәр Ишбирҙин, Юлай Ғәйнетдинов һәм башҡалар хаҡында көндәр буйына һөйләй ала музейҙы ойоштороусы Фәниә Кәримова.
Халҡыбыҙҙың данлы үткәненә һөйөү һәм ғорурлыҡ тәрбиәләүҙә, уҡыусыларҙа илһөйәрлек һәм ватансылыҡ сифаттары үҫтереүҙә музейҙың роле баһалап бөткөһөҙ.

“Башҡортостан” — Баймаҡ районындаҠорос ҡойола заводта…

Тиҙҙән үҙенең 100 йыллыҡ юбилейын билдәләйәсәк Баймаҡ ҡойоу-механика заводы район ҡаҙнаһын тулыландырыуға ҙур өлөш индерә. Предприятие һуңғы өс йылда сығарған продукция күләмен шаҡтай арттырҙы. Уҙған йылда заводта 275 миллион һумлыҡ продукция сығарылып, етештереү күләме 133,2 процент тәшкил иткән. Шулай уҡ производствоны яңыртыу буйынса 35 миллион һумдан ашыу суммаға эш башҡарылған: һалҡында ҡата торған ҡатнашмалар буйынса формалар әҙерләүҙең автоматлаштырылған линияһы сафҡа ингән, яңы насостар етештереү һәм энергия генерацияһы цехтары асылған. Оҙаҡламай ҡорос ҡойоу буйынса яңы цех сафҡа инә.
“Баймаҡ ҡойоу-механика заводы” асыҡ акционерҙар йәмғиәтен яңыртыу маҡсатында инвестициялар йәлеп итеү үҙ һөҙөмтәһен бирмәй ҡалмай. Бер быуатҡа яҡын тарихы булған заводҡа ауыр осор кисерергә тура килһә лә, ул үҙенең эшмәкәрлеген туҡтатмай. Баймаҡтарҙың күбеһенең яҙмышы тап ошо предприятие менән тығыҙ бәйләнгән. Тотош ғаилә традицияларын дауам итеүсе үҙ һөнәренең оҫталары эшләй бында.
Заводтың “йөрәген” тәшкил иткән механика цехында эш ҡайнай. Заман талаптарына яуап биргән станокта эшселәр төрлө металдарҙы ҡыра, кәрәкле формаға килтерә. Ситтән ҡарап тороуға ябай ғына күренһә лә, токарҙан ғәйәт ҙур оҫталыҡ талап ителә. 7-се разрядҡа эйә булған Тәлғәт Ҡасҡынов, мәҫәлән, заводта эш башлауына бик ҡәнәғәт. Баймаҡ һөнәрселек училищеһында токарь һөнәренә эйә булған йәш эшсе артабан белемен камиллаштырыу маҡсатында юғары уҡыу йортона инергә хыяллана. “Беҙҙең продукция илебеҙҙең төрлө төбәктәренә юллана, шуға күрә сифатҡа ҙур иғтибар бирәбеҙ”, — ти йәш токарь.
Төбәктең иҡтисади үҫешенә тос өлөш индереүсе Баймаҡ ҡойоу-механика заводы үҙенең юбилейын юғары күрһәткестәр менән ҡаршыларға йыйына. Ә бының өсөн заводта бөтөн шарттар булдырылған.

“Башҡортостан” — Баймаҡ районындаҮҙебеҙҙеке тәмле, йәки “Башҡорт деликатестары” танылыу яулай

Район — республикала малсылыҡ буйынса алдынғылар рәтендә. Бында тармаҡты үҫтереү өсөн шарттар етерлек, ауыл халҡының күбеһе мал тота. Әммә урында һатыу баҙары үҫешмәгәнлектән, осһоҙ хаҡҡа ғына ситтән килгән мал йыйыусыларға биреп ебәрергә мәжбүрҙәр. Шулай ҙа район хакимиәте тарафынан был хәлде яйға һалыу маҡсатында байтаҡ сара күрелә. Шуларҙың береһе — ҡала ситендәге элекке “Сельхозхимия” бинаһында яңы ит эшкәртеү цехының барлыҡҡа килеүе.
2011—2015 йылдарҙа Башҡортостандың көньяҡ-көнсығыш райондарын иҡтисади йәһәттән үҫтереү программаһына ярашлы, төбәктә өҫтәмә эш урындары булдырыу, инвесторҙар йәлеп итеү кеүек тәҡдимдәр булды. Тап ошо нигеҙҙә Баймаҡ районында тыуып үҫкән, әле Силәбе компрессорҙар заводының генераль директоры Альберт Ялалетдиновтың туранан-тура ярҙамы менән ҡыҫҡа ваҡыт эсендә ит эшкәртеү комбинаты сафҡа инә. Предприятие тотошлай тиерлек Германиянан килтерелгән ҡорамалдар менән йыһазландырылған. Уларҙы көйләү, эшселәрҙе эш алымдарына өйрәтеү ҙә фәҡәт немец белгестәре тарафынан“Башҡортостан” — Баймаҡ районында башҡарылған. Йәш эшҡыуар Марат Хисмәтуллин етәкләгән “Башҡорт деликатестары” тип аталған предприятие тиҙ арала уңышлы эшләп китә һәм үҙ һатыусыларын таба. Иң мөһиме — район халҡына сифатлы, осһоҙ хаҡҡа бешерелгән һәм ыҫланған колбасалар, төрлө деликатестар, хатта башҡорт ҡаҙыһы һәм тултырма һатып алыу мөмкинлеге барлыҡҡа килде.
Малды салыу, тире эшкәртеү, түшкәләрҙе һыҙырыу, колбаса, деликатестар эшләү тулыһынса автоматлаштырылған. Эшселәр өсөн уңайлы шарттар булдырылған, душ кабиналары эшләй, махсус кейем бирелә. Колбаса цехында эшләүсе Лилиә Солтангәрәева менән Роза Абсатарованың ҡулдарына күҙ эйәрмәй, улар етеҙ хәрәкәт менән фаршты колбаса өсөн тәғәйенләнгән формаларға һалып тора. Киптереү камераһында Наил Байназаров эште теүәлләп ҡуя.
Продукция күп, мәҫәлән, колбасаның ғына 15 төрө, шулай уҡ ҙур ихтыяж менән файҙаланған сарделька һәм сосиска ла етештерелә. Ҡала магазиндарында улар тиҙ үтә. “Башҡорт деликатестары”н шулай уҡ Сибай, күрше Магнитогорскиға, Ырымбур һәм Силәбе өлкәһендә лә һатып алырға мөмкин. Ни өсөн “Башҡорт деликастары”мы? Сөнки улар тап башҡорт халҡының милли ризығы булған ҡаҙы һәм тултырманы донъя баҙарына алып сыҡмаҡсы. Бөгөн башҡорт балы бар донъяны яулағанда, ни өсөн башҡорт ҡаҙыһы менән тултырмаһын шундай кимәлгә күтәрмәҫкә?! Тимәк, Баймаҡ ит эшкәртеү комбинатының яулайһы үрҙәре алда әле. Иң мөһиме — бөгөн ул халыҡҡа өҫтәмә эш урындары булдырған, үҙебеҙҙә етештерелгән ит ризыҡтары тәҡдим иткән, район ҡаҙнаһына ла өлөш индерә.

“Башҡортостан” — Баймаҡ районындаЗаманға бирешмәйҙәр

Ленин исемендәге ауыл хужалығы кооперативы — районда иң алдынғылар иҫәбендә. Илдә барған үҙгәрештәр гүйә уны урап үткән: хужалыҡтың исеме лә һаҡланған, иҡтисади хәле лә тотороҡло. Районда ғына түгел, хатта республикала элекке колхоз традицияларына тоғро ҡалыуҙары берсә ғәжәпләндерә, берсә ғорурландыра. Бында тәжрибәле етәксе, Башҡортостандың атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре Ғәлим Сәлимовтың ныҡышмалы хеҙмәте ята.
Кооперативта мал яҡшы ҡышлаған, әле һыйырҙарҙы йәйләүҙәргә күсереү эштәре бара. Барлыҡ лагерҙарға ла ремонт үткәрелгән. Йәйге осорға малсылар араһында ярыш шарттары булдырылған.
Хужалыҡта барлығы 1 360 баш һыйыр малы иҫәпләнә, шуларҙың 500-ө — һауын һыйыры. Көндәлек һауым уртаса 12 килограмм (район кимәленән 5,2 килограмға күберәк), тулайым һауым 60 центнер тәшкил итә. Был — район буйынса иң юғары күрһәткес.
“Ленин”дар яҙғы баҫыу эштәрен иң беренселәрҙән булып башланы.
— Хужалыҡ буйынса быйыл 2 150 гектарҙа иген культуралары сәсеү планлаштырыла, — ти хужалыҡ етәксеһе Ғәлим Булат улы. — Шуның 376 гектарын — “Башҡортостан” — Баймаҡ районындабойҙай, 520-һен — арпа, 349-ын — һоло, 355-ен — ҡарабойҙай, 50 гектарын борсаҡ биләйәсәк. Бынан тыш, 500 гектар арыш сәселгән. Мал аҙығы культуралары 1 619 гектарҙа буласаҡ, шуның 972-һенә күп йыллыҡ үлән сәсеү ҡаралған. Ҡалғанында иһә кукуруз, судан үләне һәм рапс сәсәбеҙ.
Ленин исемендәге ауыл хужалығы кооперативы һәр йылдағыса сәсеүҙе ҙур әҙерлек менән ҡаршы алды. Ауыл хужалығы машиналары, техника ваҡытында йүнәтелде. Ике яңы “МТЗ-82” тракторы, 84 тонна минераль ашлама, 32 тонна элиталы борсаҡ орлоғо, ташламалы хаҡ менән 23 тонна яғыулыҡ-майлау материалы һатып алынған.
Шуныһы иғтибарға лайыҡ: хужалыҡ етәкселеге эшселәрҙе дәртләндереүгә даими иғтибар бүлә. Күптән түгел кооператив хеҙмәтсәндәренә премия таратылһа, әле удар өс, ун көнлөктәр үткәреү дауам итә, уларҙа еңеүселәр аҡсалата премия менән бүләкләнә.
Урындағы профком рәйесе Морат Ишкинин әйтеүенсә, хужалыҡта эш хаҡы иҫәбенә матбуғатҡа яҙылыу яҡшы ойошторолған. Һәр яҡлап маҡтауға лайыҡ һәм күптәргә өлгө булған “ленин”дарҙан тәжрибә өйрәнәһе генә ҡала.

“Башҡортостан” — Баймаҡ районында“Һандуғас”тар моңло һайрай

“Һандуғас” фольклор ансамбле — Иҫәнбәт ауылының йөҙөк ҡашы. Ансамблдә сығыш яһаусылар клубта әленән-әле төрлө мәҙәни сара үткәрә. Оло йәштәге инәй-апайҙар бергәләшеп кистәрен Гөлзифа Исрафилова янына юл тота.
Улар клуб мөдире менән яңы йыр өйрәнә, таҡмаҡ сығара, йәш саҡтарында яратып йырлағандарын иҫкә төшөрә. Тыуған яҡтарында барлыҡҡа килеп, хәҙер халыҡ йырына әүерелгән “Сонайым”, “Йәнгүҙәй”, “Ҡараташ” кеүек шаян йырҙарҙы сәхнәләштереп башҡарыуҙарын тамашасылар бигерәк тә үҙ итә.
Ансамблдең иң әүҙем ағзаларының береһе Рәзифә Илбулова әйтеүенсә, төрлө һөнәр эйәләрен бергә туплаған ансамблгә йөрөү ниндәйҙер байрамға концерт ҡуйыуға ғына ҡайтып ҡалмай, ә онотола барған йолаларҙы тергеҙеүҙе, ауыҙ-тел ижадын байытыуҙы үҙ эсенә ала. “Һандуғас”тарҙың төртмә таҡмаҡтары эскелекте яратыусыны ла, йорт ихатаһын тәрбиәһеҙ тотҡан ғаиләне лә, балаларына насар тәрбиә биргән ата-әсәне лә “саға”. Шулай уҡ ауылдаштарын һанламаусыларға ла төрттөрә. Үҙенә күрә тәрбиә мәктәбе тип әйтергә лә була ансамблде. Хәҙер Иҫәнбәт кеүек бәләкәй ауылға артистар бөтөнләй килмәй тиерлек. Шуға күрә күңелдәрен баҫырлыҡ, рухи аҙыҡ өләшерлек, дәртләндереп торорлоҡ сығыштарҙы һәр саҡ көтөп ала халыҡ.
— Киләсәктә халҡыбыҙҙың онотола барған йолаларын сәхнәләштерә башлаясаҡбыҙ, — тип уй-ниәттәре менән уртаҡлашты ансамбль етәксеһе Г. Исрафилова. — Ҡыҙ оҙатыу, килен төшөрөү, бәпес туйы кеүек йолаларҙы атҡарыу өсөн инәйҙәребеҙ әҙерләнә башланы ла инде. Тимәк, халыҡ ата-бабаларыбыҙ йолаһын һанлай, үҙ итә. Икенсенән, ағинәйҙәр бергә йыйылған саҡта, ауылдың барлыҡ проблемаларын уртаға һалып һөйләшеү, кемгәлер кәңәш биреүе лә сауаплы эш. Шулай итеп, ауыл һандуғастары моңло һайрап ҡына ҡалмай, ә башҡаларға үҙҙәренең аҡыллы һүҙе, өгөт-нәсихәте менән дә ярҙам итә. Шуныһы һөйөнөслө: инәйҙәрҙең юлын дауам итеп, Иҫәнбәт килендәренән торған “Йәнгүҙәй” исемле йыр һәм бейеү ансамбле уңышлы эшләп килә.
“Һандуғас”тарҙы борсоған мәсьәлә — клубтың ныҡ иҫке булыуы, һыуыҡ көндәрҙә йылытылмауы. Икенсенән, сәхнәгә сығаһың икән, кейемең дә зауыҡлы һәм матур булырға тейеш. Хәйер, ансамблдә шөғөлләнеүселәр үҙҙәренсә юлын тапҡан тип тә әйтергә була: барыһы ла тиерлек үҙ аҡсаһына сәхнә кейеме тектергән. Ҡайһы саҡта ҡайҙалыр концерт менән сығыу өсөн транспорттың булмауы ла бәкәлгә һуға. Әммә “Һандуғас” ансамбле үҙ ҡаҙанында ғына ҡайнамай, мөмкинлек табып, күрше Басай, Күсей, Төркмән, Әхмәр, хатта Ирәндек тауы аша артылып, Үрге һәм Түбәнге Иҙрис, Муллаҡай ауылдарында сығыш яһарға өлгөргән. Үҙҙәренең йәшәйеше һәм тормошто яратыуы менән йәштәргә өлгө булған, ейән-ейәнсәрҙәрен халҡыбыҙҙың рухи ҡиммәттәре нигеҙендә тәрбиәләгән, ауылдаштарына төрлө байрам бүләк иткән “Һандуғас”тар моңло тауышы, дәртле йырҙары менән ауылға һаман йәм, ҡот биреп торор әле!
Махсус битте Кәримә Усманова әҙерләне. Автор фотолары.


Вернуться назад