Алданған өлөшсөләрҙең хоҡуғы тергеҙелә20.07.2018
Алданған өлөшсөләрҙең хоҡуғы тергеҙеләРеспублика Башлығы Рөстәм Хәмитов Башҡортостанда хоҡуҡ тәртибен тәьмин итеү буйынса даими эш иткән координация кәңәшмәһенең ултырышын үткәрҙе. Ул алданған өлөшсөләрҙе яҡлау һәм хоҡуҡтарын тергеҙеү буйынса төбәктә күрелгән сараларға арналды. Кәңәшмәлә хоҡуҡ һаҡлау органдары, профилле ведомстволар һәм муниципалитеттар етәкселәре, шулай уҡ төҙөлөш компаниялары вәкилдәре ҡатнашты.

Рөстәм Хәмитов бил­дәләүенсә, һуңғы йылда республикала оҙаҡ тө­ҙөлгән биш йорт файҙа­ланыуға тапшырылды, 276 ғаилә фатир алды. Шул уҡ ваҡытта бер йыл эсендә проблемалы объекттар һаны 29-ҙан 33-кә тиклем артҡан, проблемалы йорттар һаны 95-кә еткән. Зыян күргәндәр реестрына иһә 2 014 кеше индерелгән.
Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Андрей Трухан, төбәктә эшләнгән “юл картаһы”на ярашлы быйыл 27 йортто (441 өлөшсө), 2019 йылда — 54 (793 өлөшсө), 2020 йылда — 12 (486 өлөшсө), 2021 йылда ике йортто (294 өлөшсө) сафҡа индереү күҙаллана, тип хәбәр итте. Республика Архитектура һәм төҙөлөш буйынса дәүләт комитеты мәғлүмәттәренә ярашлы, иң ҙур проблемалы объект­тарға “Миловка паркы” (төҙөүсеһе “КилСтройИнвест”), “Көмөш шишмә” (төҙөүсеһе “Крона”), “Яңы Булгаков” (“СтройВертикаль”) торлаҡ комплекстары, Өфөнөң Әхмәтов урамындағы һәм Нефте­каманың 25-се биҫтәһен­дәге (“Интеграл”, “Башстрой”) йорттар ҡарай. Зыян күргән граждандар­ҙың 50 проценттан ашыуы ошо объекттарға тура килә.
Рөстәм Хәмитовтың баш­ланғысына ярашлы алданған өлөшсөләр мәсьә­ләһен хәл итеү өсөн республикала быйыл яҙ Объекттар төҙөлөшөнә бу­лышлыҡ итеү буйынса төбәк операторы ойош­торолғайны. Уның бурыс­тары иҫәбенә проблемалы объекттарҙы асыҡлау, арбитраж идарасыларҙың эшмәкәрлегенә контроллек итеү йәһәтенән “Росреестр”ҙың Башҡортостан идаралығы менән берлектә эш итеү, өлөшсөләрҙең инициатива төркөмдәре менән бәйләнеш булдырыу, зыян күргән граждандарға юридик ярҙам күрһәтеү һәм башҡалар инә.
— Граждандар беҙҙән йоғонтоло ярҙам көтә. Һәр йорт һәм төҙөүсе буйынса эште ентекле тикшерергә, ҡарар ҡабул итергә кәрәк, — тине Рөстәм Хәмитов. — Төҙөлөш тармағында, торлаҡ баҙарында хәлдең ҡатмарлашыуының объек­тив сәбәптәре бар, әлбиттә. Әммә төҙөүсе­ләрҙең ғәмәл­дәре енәйәти булған осраҡ­та хоҡуҡ һаҡлау органдары йылдам сара күрергә тейеш. Тәү сиратта намыҫһыҙ төҙөүселәрҙең граждандар­ға килтергән зыянды тулы­һынса ҡаплауына өлгәшеү шарт


Вернуться назад