Ауыл халҡы милләттәштәребеҙҙе һәм Башҡортостанды белә
“Эй, һеҙ, кешеләр! ...Бер-берегеҙҙе белһен өсөн һеҙҙе халыҡтар һәм ҡәүемдәр итеп яһаныҡ. Арағыҙҙан Аллаһ ҡаршыһында иң хөрмәтлеһе – иң тәҡүәлегеҙ...” – тиелә “Ҡөрьән Кәрим”дең “Бүлмәләр” сүрәһендә. Ошо аятҡа бәйле фекер йөрөткәндә, шуға инанабыҙ: Төркиә менән Башҡортостан араһындағы бәйләнеш быуаттар төпкөлөнә барып тоташһа ла, башҡорттарҙың Төркиәгә эмиграцияһы аҙ өйрәнелгән күренеш булып ҡала килә.XVIII быуат башында башҡорт ханы Мораттың делегация менән төрөк солтаны Әхмәт Өсөнсөгә барып, үҙ илен Ғосман империяһы составына индереүҙе һорағаны хаҡында күптәрҙең ишеткәне барҙыр. Шулай уҡ Әхмәтзәки Вәлиди һәм уның арҡаҙаштарының йәки Әбдел-Хәмит Зөбәйер Ҡушай, Әхәт Сәлихов кеүек ғалимдарҙың Төркиәгә эмиграцияһы барыбыҙға мәғлүм. Һәм ошоноң менән милләттәштәребеҙ хаҡында мәғлүмәт бөтә һымаҡ.
Билдәле булыуынса, башҡорттар төрөк солтанына уға тиклем дә делегациялар ебәргән, ә инде беҙҙекеләрҙең Төркиәгә эмиграцияһы Октябрь инҡилабынан күпкә алдараҡ башланған (быға Ғосман империяһының мөһәжирҙәрҙе ҡабул итеү буйынса сәйәсәте булышлыҡ иткән) һәм хатта совет осоронда ла дауам иткән. Советтар Союзы тарҡалғас, башҡорттарҙың Төркиәгә эмиграцияһы, уҡыу, эшләү, ваҡытлыса йәки даими йәшәү ниәтендә, ҡайтанан башланған.
“...Золом күргәндән һуң Аллаһ хаҡы өсөн күсеп киткән кешеләргә был донъяла бик һәйбәт урындар бүләбеҙ, ә ахирәт көнөнөң әжере ҙурыраҡ...” – тиелә “Бал ҡорто” сүрәһендә.
Башҡорт эмиграцияһы этаптарына һәм халҡыбыҙ һанына күҙәтеү яһау мөмкинлеге юҡ тиерлек. Бының сәбәбе шул: күпселек документтар өйрәнелмәгән, Төркиәләге милләттәштәребеҙҙе асыҡлау буйынса махсус хеҙмәттәр юҡ. Унда йәшәгән башҡорттарҙың һанын билдәләү халыҡтың ныҡ таралып ултырыуы, шулай уҡ был илдә иҫәп алыуҙа кешенең милләте күрһәтелмәүе сәбәпле ҡатмарлаша. Өҫтәүенә беҙҙекеләрҙе ҡурдтар, татарҙар йәки буҙҡорттар1 менән бутауҙары ихтимал. Һәр хәлдә, Төркиәлә милләттәштәребеҙ элек-электән йәшәй, “Башҡорт” шәрифле кешеләр һәм атамаһында ошо һүҙ булған тораҡ пункттар бар. Башҡорт тигән фамилия йөрөткәндәргә килгәндә, улар араһында этник халыҡ вәкилдәре лә, үҙ шәрифенең килеп сығышы хаҡында бер ни белмәгәндәр ҙә осрай. Ә инде тораҡ пункттарға туҡталғанда, уларҙың береһе хаҡында һөйләмәксебеҙ.
“Кем Аллаһ юлы менән өйөнән күсеп китһә, Ер өҫтөндә киң урын һәм иркенлек табыр...” – тиелә “Ҡатындар” сүрәһендә.
Чифтелер районы Үҙәк Анатолия төбәгенең Эскешәһәр провинцияһында урынлашҡан. Унда бихисап милләт вәкилдәре йәшәй: төрөктәр, ҡарасайҙар, черкестар, башҡорттар, ҡырым, ҡазан татарҙары һ.б. Район үҙәгенән көньяҡ-көнсығышҡа ҡарай яҡынса ун километр алыҫлыҡта Башҡорт тигән ҙур булмаған ауыл урынлашҡан. Урындағы халыҡ һөйләүенсә, ауыл тәүҙән үк Башҡорт тип нарыҡланған һәм атамаһын үҙгәртмәгән. Беренсе ултырған урыны бынан көнбайыштараҡ, юл аша булған, ләкин унда ниндәйҙер эпидемия таралған, шул сәбәпле халыҡтың күп өлөшө ҡырылған, иҫән ҡалғандары иһә башҡа ерҙәргә күсеп ултырған [1]. Урындағылар әйтеүенсә, күрше Ҡарасай ауылында әле лә бер нисә башҡорт ғаиләһе йәшәй.
Был хәлдән һуң, яҡынса 1926 йылда, Башҡорт ауылы әлеге урынына күсерелә. Баштағыһының ере, йорттарының емеректәре, ҡәберҙәре беҙҙең көндәргә тиклем һаҡланған. Бәйән ителгән бер хикәйәгә ярашлы, хәҙерге ауылға нигеҙ һалғандарҙың береһе – Мәхмәт Туна. Ул сығышы менән Болгариянан булған һәм кешеләргә ошо ергә күсергә ярҙам иткән. Урындағы халыҡ һөйләүенсә, әле был ауылда ҡасандыр Болгариянан, Румыниянан, Македониянан килгәндәрҙең нәҫелдәре йәшәй. Ә баштағы Башҡорт ауылында йәшәгәндәрҙең зат-зәүере юҡ. Шулай ҙа бындағы халыҡ милләттәштәребеҙҙе һәм Башҡортостанды белә.
Урындағылар үҙҙәрен “мөһәжирҙәр”2 тип атай. Ауылда яҡынса 160 кеше йәшәй. Уларҙың күпселеге – өлкән быуын вәкилдәре. Бында тәүге мәсет 1929 йылда төҙөлә. Әлегеһенә 1947 йылда нигеҙ һалына. Элегерәк ауылда мәктәп һәм дауахана эшләгән. Балалар аҙ булыу сәбәпле, белем усағы ябылған [3]. Шунлыҡтан йәш быуын район үҙәге Чифтелерҙа уҡый. Урындағы халыҡ һарыҡ, әҙләп һыйыр малы үрсетә, игенселек менән шөғөлләнә. Бында Башҡорт тип аталған ер аҫты һыуҙары аға.
Шулай итеп, әлеге ауылға кәм тигәндә ике тапҡыр нигеҙ һалына. Унда башлыса Беренсе донъя һуғышынан һуң Балҡан ярымутрауынан күсеп килгәндәрҙең нәҫелдәре йәшәй. Баштағы Башҡорт ауылына нисәнсе йылда нигеҙ һалынғанын, милли составын иһә теүәл асыҡлай алманыҡ. Һәр хәлдә, унда этник башҡорттарҙың да булыуы ихтимал. Күрәһең, күптәре эпидемия сәбәпле ҡырылған, ә ҡалғандары башҡа ерҙәргә күсеп ултырған.
Наилә ШАҺИӘХМӘТОВА,
Радик ЫРЫҪҠОЛОВ.Сығанаҡтар:
[1] Усман, Башҡорт ауылы.
[2] Фәруҡ Шәшмәҙ, Башҡорт ауылы.
[3] www.baskurtkoyu.com
1 Буҙҡорт (төрөксәнән — bozkurt “буҙ бүре”) — Төркиә милләтселәре ойошмаһы.
2 Мөһәжир – яңы ергә күсеп китеүсе.