Онотолған сир баш ҡалҡыта20.07.2018
Июнь аҙағы – июль башында Башҡортостанда ҡапыл ғына ҡыҙылса сиренә бәйле ҡырҡыу хәл тыуҙы. Өфө ҡалаһында, Өфө һәм Иглин райондарында бер-бер артлы 12 осраҡ теркәлде. Беҙҙең илдә күптән инде онотола башлаған, дөрөҫөрәге, үткән быуатта ҡалған тип иҫәпләнгән ҡыҙылсаның баш ҡалҡытыуы белгестәрҙе лә, халыҡты ла бер аҙ һағайтты. Бының өсөн етди сәбәптәр ҙә бар, сөнки һуңғы ике-өс йылда был йоғошло сир Чехия, Франция, Италия, Греция, Румыния, Бөйөк Британия, Испания, Украина кеүек илдәрҙә эпидемия төҫөн алды. Өҫтәүенә футбол буйынса донъя чемпионаты барған көндәрҙә тап ошо илдәрҙән туристар ағымы бермә-бер артты.
– Әлеге мәлдә хәл тотороҡланды, сир йоҡторған ете баланың һәм биш өлкән кешенең барыһы ла үҙҙәрен яҡшы тоя. Улар менән туранан-тура аралашыусылар иҫкәртеү сараларына йәлеп ителде, ҡайһы берәүҙәренә – ошоғаса прививка яһатмағандарына йәки ҡыҙылса менән сирләп, тейешле иммунитетҡа эйә булмағандарына вакцинация үткәрелде. Ауырыуҙар һәм уларҙың яҡындары 21 көн медицина күҙәтеүе аҫтында тотоласаҡ, – тип хәлгә асыҡлыҡ индерҙе Роспотребнадзорҙың Башҡортостан буйынса идаралығының матбуғат секретары Анастасия Кучимова.
Ҡыҙылса – бик йоғошло сир. Ул кешегә һауа-тамсы юлы менән күсә, ауырыу янында аҙ ғына булғанда ла вирус йоҡторорға мөмкин. Прививка эшләтмәгәндәр һәм бер тапҡыр ҙа ҡыҙылсаны үткәрмәгәндәр бигерәк тә бирешеп барыусан һәм теләһә ниндәй йәштә ауырып китеүҙәре ихтимал.
Бөгөн Европала ҡыҙылсаға бәйле хәл-тороштоң ҡырҡыулығы хаҡында үрҙә телгә алдыҡ. Был ысынлап та шулай. Мәҫәлән, 2016 йыл менән сағыштырғанда былтыр сир йоҡтороусылар һаны дүрт тапҡырға артып, 21 меңдән ашыу осраҡҡа еткән. Быйылғы һандар тағы ла ҙурыраҡ һәм хәүефлерәк. Айырыуса Украинала ҡыҙылса ҡоторғандан-ҡотора. Быйыл унда йоғошло сир эләктереүселәр һаны 20 меңдән ашҡан, шуларҙың 12200-ө – балалар. Вирустан тиҫтәнән ашыу кешенең ғүмере өҙөлгән.
Илдәр менән илдәр иркен аралашҡан, кешеләр сит дәүләттәргә күрше районға барғандай ғына йөрөгән заманда сир хәүефе Рәсәйҙе лә урап үтмәй, әлбиттә. Быйыл тәүге өс айҙа ғына ҡыҙылсаға бәйле 843 осраҡ теркәлгән (былтыр – 43). Сир йоҡтороусыларҙың күпселек өлөшө – яҡынса 80 проценты Мәскәү ҡалаһы һәм өлкәһенә тура килә.
– Ҡыҙылсанан һаҡланыуҙың берҙән-бер ышаныслы юлы – вакцинация. Башҡортостанда 2010 йылға ҡыҙылсаны бөтөрөү программаһын тормошҡа ашырыу һөҙөмтәһендә өлкәндәргә лә, балаларға ла планлы прививкалар яһау эше юғары кимәлдә ойошторолдо һәм әле лә ул маҡсатҡа ярашлы алып барыла. Тәүге прививка, ғәҙәттә, сабыйға бер йәш тулғас яһала. Беренсе класҡа барғансы, алты йәштән ете йәшкә тиклем, ул икенсе тапҡыр эшләнә. 2004 йылдан башлап 35 йәшкә тиклемге өлкәндәргә лә планлы прививка яһау уҙғарыла, шуға күрә беҙҙә эпидемиологик хәл борсолоу тыуҙырмай. Ләкин ҡыҙылсаның ишек ҡағыуын иҫәптә тотоп, республикала йәшәүселәрҙе, ниндәй йәштә булыуға ҡарамаҫтан, прививка яһатырға саҡырабыҙ. Сит илдәргә сәфәр ҡылыусылар өсөн был бигерәк тә мөһим, сөнки ҡыҙылсаға ҡаршы тороусанлығы булмаған кешеләр эпидемия таралған илдәргә барһа, сир эләктереп ҡайтыуҙарын көт тә тор. Прививканы үҙегеҙ теркәлгән поликлиникала эшләтергә була. Бының өсөн участка терапевына мөрәжәғәт итергә кәрәк, – тип аңлатма бирҙе Башҡортостан Һаулыҡ һаҡлау министрлығының штаттан тыш баш инфекционисы, медицина фәндәре докторы, профессор Дамир Әсхәт улы Вәлишин.
Күптәр ҡыҙылсаны еңел сир тип уйлап ныҡ яңылыша. Ул өҙлөгөүҙәр – үпкә ялҡынһыныуы, ҡолаҡ шешеүе, ишетеү һәләте кәмеү, хатта һуҡырайыу менән ҡурҡыныс. Вирус баш мейеһен зарарлаған осраҡта энцефалит, менингоэнцефалит үҫешеүе ихтимал. Өлкәндәр ҡыҙылсаны балаларға ҡарағанда ауырыраҡ үткәрә.
Сирҙең төп билдәләре:
вирус эләктергәндән һуң 8-10 көн үткәс, тәүге билдәләре беленә башлай: тамаҡ ҡытыҡлап тора, йүткертә (балаларҙа был осор – 3-5 көн);
күҙҙәр йәшләнә, ҡыҙара, эренләй, конъюнктивит үҫешә;
температура күтәрелә, бөтә тәнде хәлһеҙлек солғай;
дүртенсе-бишенсе көнгә башта биткә, унан тәнгә ҡыҙыл сабыртма сыға, уның бөтә тәнде баҫыуы ихтимал.